Кармен Касс
| Кармен Касс | |
| эст. Carmen Kass | |
| | |
| Тыуған көнө |
14 сентябрь 1978[1][2] (47 йәш) |
|---|---|
| Ил | |
| Тормош иптәше | |
Кармен Касс (эст. Carmen Kass; 1978 йылдың 14 сентябрендә Таллинда тыуған) — Эстонияның топ-моделе һәм актрисаһы. 1990-сы йылдар аҙағында — 2000-се йылдар башында халыҡ-ара данға күтәрелә, Vogue журналының тышлыҡтарында, реклама кампанияларында, Chanel, Gucci, Calvin Klein, Valentino һәм башҡа мода йорттарының подиумдарында сығыш яһай, де Майкл Корденың музаһы һәм йөҙө була. Үҙенсәлекле тышҡы ҡиәфәте һәм нәфис атлауы уны шул ваҡыттағы моданың төп йөҙҙәренең береһе итә, Vogue журналы уны «Йыл моделе» (2000) тип атай. Эстония шахмат федерацияһы президенты була (2004—2011), шахмат турнирҙарында сығыш яһай. 2004 йылда Европарламентҡа кандидат булараҡ Эстонияның Res Publica партияһынан сығыш яһай.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Касс Таллинда тыуған һәм Ярва округының Пайде янындағы Мао ауылында үҫкән. Касс, уның өлкән апаһы Виктория һәм өлкән ағаһы Кутти әсәләре Койду Пёдер тарафынан тәрбиәләнә. Атаһы Виктор Касс (1945—2021) Польвала шахмат буйынса тренер була.
Кармен бер нисә матурлыҡ конкурсында еңеп сыға, шул иҫәптән «Мисс Пайде» һәм «Мисс Ярвамаа».[3]. Её отец, Виктор Касс (1945—2021), был тренером по шахматам в Пылва[4]
Карьера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кассҡа 14 йәш булғанда, уны Миландың модель агенты супермаркетта күреп ҡала һәм эш тәҡдим итә. Әсәһе, официантка булып эшләгән яңғыҙ әсә, ҡыҙына өс айға Миланға барырға рөхсәт итмәй, шуға күрә Касс документтарға ҡултамғаһын ялғанлаштыра. Модель булырға тәүге ынтылышы уңышһыҙ була, һәм Касс күп тә үтмәй Миландан китә.
18 йәшендә ул Парижға күсенә. Кармен тиҙ арала дан ҡаҙана, American, French, British һәм Italian Vogue, Australian Elle, UK Image, Madame Figaro һәм French Numéro тышлыҡтарында күренә. Касс беренсе тапҡыр 1997 йылдың ноябрендә French Vogue журналы тышлығында була.
2007 йылда ғына Касс билдәле дизайнерҙар өсөн ун реклама кампанияһының йөҙөнә әйләнә. Шул уҡ йылда ул Max Factor компанияһының моделе һәм вәкиле булып китә.
Касс 10 йыл рәттән Майкл Корстың музаһы һәм йөҙө була. Касс шулай уҡ 17 йыл рәттән Нарцисо Родригестың хуш еҫенең йөҙө була. Касс Жизель Бюндхен менән бергә героинға бәйлелеген туҡтатҡан модельдәрҙең береһе тип иҫәпләнә.
2010 йылда мәктәпте тамамлап, юғары белем алырға ниәтләүен белдерә.[5][6]
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004 йылғы һайлауҙарҙа ул Республика партияһынан Европарламентҡа кандидат була. Ул 2315 тауыш йыйған.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004—2014 йылдарҙа Касс немец шахмат гроссмейстеры Эрик Лоброн менән мөнәсәбәттә була.
Ул эстон һәм инглиз телдәрендә, шулай уҡ рус һәм итальян телдәрендә иркен һөйләшә.
Уның туғаны Антонио Себастьян Касс шулай уҡ модель[7] һәм музыкант[8].
2024 йылдың 29 ноябрендә Касс социаль селтәрҙәр аша әсә булыуы тураһында иғлан итә.[9] и музыкантом[10]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Carmen Kass // Eesti spordi biograafiline leksikon (эст.)
- ↑ Eesti ime: Carmen Kass. Eesti Päevaleht (3 ноябрь 2000). Дата обращения: 28 ноябрь 2015. Архивировано 30 сентябрь 2015 года.
- ↑ Carmen Kassi isa: "Olen mõtetes kogu aeg lastega!". Õhtuleht (10 октябрь 2003). Дата обращения: 19 август 2012. Архивировано 25 июль 2014 года.
- ↑ Meet Max Factor's Model. Max Factor. Дата обращения: 3 апрель 2010. Архивировано 11 апрель 2009 года.
- ↑ Max Factor'i modell on Carmen Kass! Ideaalkosmeetika. Дата обращения: 3 апрель 2010. Архивировано 20 июль 2011 года.
- ↑ Modellisaate Antonio: ma pole kunagi uhkustanud, et mu tädi on Carmen Kass, Elu24, Postimees (21 декабрь 2015). 14 май 2021 тикшерелгән.
- ↑ Modellisaate Antonio avaldas religioonist pajatava räppsingli, Elu24, Postimees (3 февраль 2016). 12 февраль 2017 тикшерелгән.
- ↑ Modellisaate Antonio: ma pole kunagi uhkustanud, et mu tädi on Carmen Kass (эст.), Elu24, Postimees (21 декабрь 2015).
- ↑ Modellisaate Antonio avaldas religioonist pajatava räppsingli (эст.), Elu24, Postimees (3 февраль 2016).