Карпатта бук урмандары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стужица
ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 1133
рус.англ.фр.

Карпаттағы кеше аяғы баҫмаған бук урмандары Словакия (Вигорлатский лес, Гавешова, Рожок, Стужица) һәм Украина биләмәләрендә урынлашҡан ҡурсаулы район.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 йылдан ЮНЕСКО-ың Бөтә Донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Бер-береһенән айырым ун ҡурсаулыҡтан тора.

Улар барыһы ла Украиналағы Рахов тауҙарынан һәм Черногор массивынан, көнбайышта Полонин тауҙары һырты аша , Словакияла Буковске Врхи һәм Вигорлат тауҙарына тиклем һуҙылған үҙәктә урынлашҡан. Дауамлығы 185 километрға барып етә.

Ун ҡурсаулыҡ та - кеше ҡулы теймәгән, аяғы баҫмаған урман өлгөһө булараҡ әһәмиәтле. Улар барыһы тәү сафлығын һаҡлап ҡала алған, уртаса климатик поястың баһалап бөткөһөҙ ҡатмарлы экосистемаһы.

Бында буктың (Бук европейский) биологик үҙенсәлектәрен өйрәнеү, урмандың экологик структураһын тикшереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар.

2011 йылдың 28 июненән ҡурсаулы зонаға ГГерманиялағы боронғо бук урмандары ла индерелә.

Карпаттағы был урмандар бук ағасының һәм ундағы бар тереклектең, экосистеманың йәшәүен тәьмин итеүсе бар төрҙәрҙең ҡиммәтле генетик банкы булып тора.

Карпаттың бук урмандары иҫтәлекле урын ғына түгел, ә бөтә ер шарының уникаль хазинаһы булып тора.

Был урмандар боҙлоҡ дәүере аҙағынан беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән.

Украинаның бук урмандары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшеренеү эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урмандарҙың майҙанын, торошон, структураһын, урынлашыуын, төҙөлөшөн,үҫешен, биотөрлөлөгөн һ.б үҙсәнлектәрен өйрәнеү өсөн өлгө майҙансыҡтары алына. 1,6 км оҙонлоҡта һәр береһе 0,5-1 гектар итеп, бөтөһе 36 стационар өлгө майҙансыҡтар алына.

Уларҙа геоботаник , тупраҡ, микологик һүрәтләмәләр эшләнә. Ағаслыҡҡа таксация, картирование үткәрелә. Тикшереүҙәр 20 йылға һуҙылып, күп эштәр башҡарыла.

Көньяҡ –көнбайыш битләүҙә (Карпат аръяғы) диңгеҙ кимәленән 400–1280 (1340) м арауыҡта урынлашҡан .

Ҡайһы бер урындарҙа (г.Стой) урмандың өҫкө сиген төҙөй. Төньяҡ- көнбайыш битләүендә (Карпат яны) – диңгеҙ кимәленән 450–800 м арауыҡта урынлашҡан.

Урмандар уртаса (әүҙем температуралар суммаһы 2200о - 2400о) һәм һалҡынса (әүҙем температуралар суммаһы 1800 - 2400) булған климатик зоналарҙа формалашҡан.

Уңайлы шарттар булған урындарҙа бук климакслы төркөмсәләр төҙөй. Көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай тау һырттарының бейеклеге, ҡеүәте арта бара. Ағастар йәштәре буйынса бик ныҡ айырылалар. Уртаса йәше – 260-280, максимум – 370 йәш. Айырым ағастар 450-500 йәшкә етәләр.

Бук урмандары аҫтында тау-урман ауыр- һәм уртаса ҡомло, ҡырсынлы тупраҡ өҫтөнлөк итә. Гумус ҡатламы ҡеүәтле.

Бук урмандары ҙур биотөрлөлөк менән айырылып торалар. (Чернявский Н.В., Ижик Г.В., Генык Я.В мәғлүмәттәре, НЛТУ Украины, г.Львов, Украина) Угольск-Широколужанск урман ҡурсаулығында һәм уның буфер зонаһында 438 төр лишайник, 216 төр бәшмәк, 434 төр мүк, 391 төр ылымыҡ асыҡланған.

Биотөрлөлөк[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бында Европа континентендә осраған ағас емереүсе бәшмәктәрҙең бөтө төрҙәре бар. Сереп ятыусы бук ағасы олононда 57 төр ксилотроф табылған.

1029 төр көпшәле үҫемлектәрҙең араһында Украинаның Ҡыҙыл китабына инеүселәр бар( Atropa belladonna, Lunaria rediviva, Epipactis helleborine, Lilium martagon, Scopolia carniolica, Epipactispurpurata, Epipactis microphylla) һәм бик күп эндемиктар бар.

Был урмандар 54 төр имеҙеүсе, 10 төр ер-һыу хайуаны, 7 һөйрәлеүсе, 91 төр ҡош өсөн йәшәү мөхите.

Улар араһында һирәк осраусы эндемиктар:ер-һыу хайуандары (Ranadalmatina, Triturus montandoni һәм Salamandra salamandra), һөйрәлеүселәр(Elaphe longissima и Coronella austriaca), ҡоштар(Сiconia nigra, Aquila pomarina, Grus grus иStrix uralensis), имеҙеүселәр (Rhinolophus hipposideros, Plecotus auritus, Felis silvestris).

Бук урмандары тотороҡлолоғон, даимилеген һаҡлау һәләте буйынса юғары дәрәжәлә булыуы менән айырылып тора.

Айырым урман булараҡ та, биосферала тотҡан урыны(полифункциональ) менән дә әһәмиәтле

Урмандар йәшәү мөхите генә түгел, ә биотөрлөлөктө, генофондты һаҡлау урыны ла.

Бук урмандары –үҫемлектәр һәм хайуандар төрлөлөгөн һаҡлаусы бик ғәйәт мөһим урын.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]