Карпов Михаил Яковлевич (яҙыусы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Карпов Михаил Яковлевич битенән йүнәлтелде)
Карпов Михаил Яковлевич (яҙыусы)
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Псевдоним Горный[1] һәм Аттих[1]
Тыуған көнө 4 ноябрь 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Тимашевка, Петровский ауыл советы (Ишембай районы), Ишембай районы
Вафат булған көнө 16 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (38 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр хикәйә, роман һәм повесть[d]

Карпов Михаил Яковлевич (4 ноябрь 1898 йыл — 16 июль 1937 йыл) — совет яҙыусыһы, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918 йылдан — ВКП(б) ағзаһы, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карпов Михаил Яковлевич 1898 йылдың 4 ноябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Тимашевка ауылында тыуған. Юғары белемде Ленинград коммунистик университетында ала, унда 1922—1925 йылдарҙа уҡый[2].

1930 йылдарҙа Мәскәүҙә «Земля советская» журналының мөхәррире һәм һәм СССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса Дәүләт комитеты хеҙмәткәре булып эшләй. Шулай уҡ «Звезда», «Резец», «Литературная Неделя», «Работница и Крестьянка», «Красный Журнал для Всех», «Ленинская Правда», «Красная Газета» һ. б. баҫмаларҙа эшләй

Советтарға ҡаршы террористик ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы ҡарары менән 1936 йылдың 4 ноябрендә ҡулға алына. 1937 йылдың 15 июлендә атыуға хөкөм ителә, был ҡарар 1937 йылдың 16 июлендә үтәлә. Яңы Дон зыяратының 1-се ҡәберлегендә ерләнә.

1957 йылдың 30 апрелендә СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан аҡлана.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1925 йылда Карповтың 1921—1923 йылдар осоро араһында яҙылған дебютлы хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы баҫылып сыға. «Апрельские прели» (1925) хикәйәләр йыйынтығы, «Карбуш» (1926) һәм «Дар Урала» (1925) повестары, «Пятая любовь» (1927) һәм Башҡортостандағы граждандар һуғышын һүрәтләгән «Непокорный» (1930) романдары, шулай уҡ баҫылып сыҡмаған «Аҙнаево» романы (айырым бүлектәре 1934 йылда Өфөлә «Литературный альманах» журналында сыға) авторы булып сығыш яһай. Бынан тыш, М. Карпов радиотапшырыуҙар өсөн «Башкирская литература» йыйынтығын төҙөй (1934).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 http://feb-web.ru/feb/masanov/man/04/man07356.htm
  2. Карпов Михаил Яковлевич 2016 йыл 6 апрель архивланған. (рус.). Башкирская Энциклопедия. Проверено 9 июня 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Статья в Краткой литературной энциклопедии