Эстәлеккә күсергә

Карула (милли парк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карула
эст. Karula rahvuspark
Карула паркына Торнимяэ күҙәтеү майҙансығынан күренеш
Карула паркына Торнимяэ күҙәтеү майҙансығынан күренеш
Төп мәғлүмәт
Майҙаны123 км² 
Нигеҙләнгән ваҡыты1979 йыл 
Урынлашыуы
57°42′37″ т. к. 26°30′11″ кс. о.HGЯO
Яҡындағы ҡалаАнтсла 
Эстония
Точка
Карула
 Карула Викимилектә
Карула милли паркына Ребаземыйза[en]лағы башнянан күренеш.

Ка́рула милли паркы (эст. Karula rahvuspark)[1] — Эстониялағы милли парк, Вырумаа (Антсла һәм Мынисте улыҫтары), Һәм Валгамаа (Карула уыҫлусы) өйәҙҙәре биләмәләрендә урынлашҡан. Эстонияның биш милли паркының иң бәләкәйе — уның майҙаны 123 км². Милли парк Көньяҡ Эстонияға хас урман һәм күлдәргә бай убалы ландшафттарҙы һаҡлау һәм күрһәтеү, шулай уҡ урындағы мәҙәниәтте һаҡлау һәм күрһәтеү өсөн булдырылған[2]. Был урындағы ерле халыҡ эстон теленең айырым диалектында һөйләшә.

Милли парк 1979 йылда тәүҙә ҡурсаулыҡ булараҡ булдырыла, ә 1993 йылда милли паркҡа әйләндерелә, Һәм әлеге ваҡытта Карула ҡалҡыулығының өстән бер өлөшөн биләй[3]. Карула милли паркына килеүселәр өсөн үҙәк ошо райондағы иң ҙур күл буйында, Яхиярве янында урынлашҡан[4].

Карула милли паркында тәбиғәт ярайһы уҡ күп төрлө. Пыхья-Карулала быуаттар дауамында кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә үҙгәргән ландшафтар өҫтөнлөк итә. Утарҙар баҫыуҙар, сабынлыҡтар, сауҡалыҡтар һәм күлдәр менән сиратлаша. Халыҡтың төп өлөшө Пыхья-Карулала йәшәй.

Лууна-Карула, киреһенсә, бәләкәй һаҙлыҡтар менән аралашҡан ҙур урман массивтарынан ғибәрәт. Карулала Көньяҡ-Көнсығыш Эстонияның иң ҙур урман массивы урынлашҡан, ул милли парк сиктәренән алыҫ һуҙылған. Парк майҙанының 70%-тан ашыуын урман ҡаплай[5].

Боронғо заманда, материк боҙлоғо сигенгәндә, Карула убалары итәгендә бик күп күлдәр барлыҡҡа килгән — уларҙың 38-е парк биләмәһендә урынлашҡан. Бындағы күлдәрҙең иң ҙуры — Яхъярв (176 га), ә иң тәрәне — Савиярв (18 м)[5].

  1. Kaitsealune ala või üksikobjekt: Karula rahvuspark (KLO1000242) (эст.). EELIS Infoleht. Keskkonnaagentuur. Дата обращения: 8 октябрь 2023. Архивировано 8 октябрь 2023 года.
  2. Национальный парк Карула — Eesti Maaturism. Дата обращения: 26 декабрь 2012. Архивировано из оригинала 8 март 2016 года.
  3. Karula rahvuspark 2011 йыл 12 август архивланған.
  4. Карулаский национальный парк — охрана природы и культурного наследия. Дата обращения: 20 май 2019. Архивировано из оригинала 6 сентябрь 2015 года.
  5. 1 2 RMK > Национальный парк Карула. Дата обращения: 26 декабрь 2012. Архивировано 29 октябрь 2010 года.