Карюков Фәһим Сайран улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карюков Фәһим Сайран улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 ғинуар 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Кәлсер, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 май 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, СССР
Һөнәр төрө хоккейный тренер, хоккейсы
Уҡыу йорто П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университеты
Спорт командаһы ағзаһы Салауат Юлаев хоккей клубы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный тренер России СССР-ҙың спорт мастеры

Карюков Фәһим Сайран улы (4 ғинуар 1948 йыл18 май 2015 йыл) — спортсы, хоккейсы, шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1976), СССР һәм Рәсәй тренеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәһим Сайран улы Карюков 1948 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Яңы Кәлсер ауылында тыуған.

Стәрлетамаҡтың «Авангард» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры С. Коршунов).

1969-1973 һәм 1975-1980 йылдарҙа Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы командаһы өсөн уйнай, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы өсөн 138 шайба индерә. «Шахтер кубогы» халыҡ-ара турнир чемпионы (Польша, 1972), СССР беренселегенең беренсе лигаһы еңеүсеһе (1977/1978). Шулай уҡ Куйбышевтың СКА клубы өсөн сығыш яһай (1973—1975).

1978 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлай. 1980 йылда — «Салауат Юлаев» олимпия резервындағы махсуслашҡан балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта СССР (1986) һәм Рәсәй (1998) юниорҙар йыйылма командаһы тренеры. Уның етәкселегендә «Салауат Юлаев» олимпия резервындағы махсуслашҡан балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең үҫмерҙәр командаһы Рәсәй беренселегенең көмөш (1998-99) һәм бронза (1996 — 97) призеры, халыҡ-ара «Балтика көҙө» (Рига, 1998) турниры еңеүсеһе. Тәрбиәләнеүселәре араһында ике тапҡыр донъя чемпионы Денис Денисов, шулай уҡ СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең туғыҙ спорт мастеры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]