Касаткин Борис Сергеевич
Касаткин Борис Сергеевич | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Касаткин Борис Сергеевич (укр. Борис Сергійович Касаткін; 1919—1993) — совет һәм украин ғалимы, техник фәндәр докторы (1962), профессор (1963), ағза-корреспонденттар Украин ССР-ы фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1976).
350-нән ашыу фәнни эштәр авторы, нескә структуралар мәсьәләләре буйынса фәнни эштәр авторы. Ул шулай уҡ металдар һәм полимерҙарҙың боҙолоу (деформация) һәм емерелеү механизмдарын тикшереүсе, иретеп йәбештереү материалдарын эшләү, ҡоросто иретеп йәбештереү технологияларын, бының өсөн ҡоростоң яңы маркаларын уйлап табыу, төрлө ҡоростоң иретеп йәбештерелеүен һәм иретеп-йәбештереү берләшмәләренең физик-техник үҙенсәлекутәрен өйрәнеү менән шөғөлләнеүсе. Шулай уҡ 55 уйлап табыу[1] һәм патент авторы[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Личная карточка лауреата Государственной премии УССР |
Томскиҙа 1919 йылдың 1 ноябрендә тыуған.
1944 йылда Урал политехник институтын тамамлаған (хәҙер Урал дәүләт техник университеты). 1945 йылда Украина ФА-ның Е. О. Патон исемендәге электросварка институтында эшләй. Уның ғилми-тикшеренеү эштәре Евгений Оскарович Патон етәкселегендә башлана. Күренекле ғалим йәш хеҙмәткәргә донъялағы иң ҙур тоташ иретеп йәбештереләсәк күпер өсөн ҡоростоң махсус маркаһын эшләүҙе ышанып тапшыра. Һуңынан был күпергә Е. О. Патондың исеме бирелгән. Борис Касаткин ҡуйылған бурыстары уңышлы хәл итә, ә фәнни-тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәләре уның ошо тема буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы нигеҙендә ята (19-47).[3] Касаткин 1951 йылда институттың ғилми секретары итеп һайлана.
1953-1993 йылдарҙа ул ныҡлығы иң юғары булған ҡоросто иретеп-йәбештереү бүлегенең мөдире була; бер үк ваҡытта 1969-1973 йылдарҙа Киев политехник институтының йәбештереү производствоһы кафедраһының мөдире була. 1962 йылда «Микромеханизм хрупкого разрушения малоуглеродистой стали» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.[4] 1953 йылдан алып КПСС ағзаһы. Ул еәкселек иткән бүлектән институттың үҙаллы ун бүлексәһе барлыҡҡа килә. Ул шулай уҡ СССР Фәндәр академияһының Себер бүлегенең Яҡут Республикаһы Төньяҡ проблемалары институты өсөн иретеп йәбештереү өләһендә кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.[3]
Борис Сергеевичтың фәнни тикшеренеүҙәреиретеп йәбештерелгән конструкциялар өсөн, атап әйткәндә күперҙәр, нефть ҡоролмалары, караптар корпусы өсөн аҙ углеродлы ҡоростоң яңы маркаларын әҙерләү һәм уларҙың технологияһын уйлап табыуға ҡағыла. Ул экскаваторҙар һәм гидроҡоролмалар өсөн айырыуса ныҡ ҡорос етештереү технологияларын, шулай уҡ энергетика, машиналар эшләү, атом һәм химик машиналар төҙөү өсөн йылылыҡты яҡшы һаҡлаусы ҡатмарлы легировать ителгән ҡоросто етештереү технологияларын эшләй. Иретеп йәбештерелгән ышаныслы конструкцияларҙы эксплуатациялауҙың сифатына йоғонто яһаған факторҙарҙы билдәләй; йәбештереү процесында физик-химик берләшмәләрҙең нисек барыуы нигеҙҙәрен өйрәнә. Ул 4 фән докторы һәм 25 фән кандидатын әҙерләгән.[3]
1993 йылдың декабрендә Киевта вафат була. Ҡаланың Байково зыяратында ерләнгән (участкаһы- № 49а).
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм «Почет Билдәһе» ордены, шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнгән.
- УССР Фәндәр академияһының Е. О. Патон исемендәге премия лауреаты (1975) һәм УССР фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты(1979), 500000 кВт ҡеүәтле (тип К-500-65/3000) атом электр станциялары өсөн пар турбинаһын авторҙашлыҡта төҙөгән өсөн.
- СССР Министрҙар советы премияһына лайыҡ була (1981, 1986).[3]
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған энергетигы, УССР Атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Українська радянська енциклопедія : у 12 т. / гол. ред. М. П. Бажан; редкол.: О. К. Антонов та ін. — 2-ге вид. — К. : Головна редакція УРЕ, 1974—1985.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 ноябрҙә тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- 5 июлдә вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Дәреслектәр авторҙары
- КПСС ағзалары
- Техник фәндәр докторҙары
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаттары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Киевта вафат булғандар
- 5 декабрҙә вафат булғандар