Кассеус Франц

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кассеус, Франц битенән йүнәлтелде)
Кассеус Франц
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Гаити Республикаһы
Тыуған көнө 14 декабрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Порт-о-Пренс[d], Гаити Республикаһы[1]
Вафат булған көнө 3 июнь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2][3] (77 йәш)
Вафат булған урыны Манхэттен[d], Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[3]
Һөнәр төрө композитор, гитарасы, джаз-гитарист, йырсы
Музыка ҡоралы гитара[3][1]
Жанр Джаз һәм современная классическая музыка[d]

Франц Кассеус (ингл. Franz Casseus; 14 декабрь 1915 йыл, Порт-о-Пренс, Гаити — 21 июнь 1993 йыл, Манхэттен, Нью-Йорк, АҠШ) — Гаити композиторы, музыкант, гитарист, джазмен.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гаитиҙың баш ҡалаһы Порт-о-Пренсела тыуа. Бала саҡтан музыка менән ҡыҙыҡһына, 11 йәштән гитарала уйнай. Ғүмеренең күп өлөшөн Америка Ҡушма Штаттарында үткәрә, унда 1946 йылда джазмен һәм пианист Ф. Уоллер менән осрашыуға өмөтләнеп күсеп китә, Франц уның ижадын бик ярата[4]. Ләкин Уоллер ул күсеп килгәндән һуң бер йыл эсендә (1946 йылда) мәрхүм була.

1950-се йылдар уртаһында Кассеус Нью-Йоркта Манхэттендың Үрге Вестсайд биҫтәһендә төйәкләнә, төрлө адрестар буйынса йәшәй, шунан 87-се урамға урынлаша. Франц ағас менән эш итеү оҫтаһы була, үҙ ғүмерендә үҙ ҡулы менән 150-нән ашыу гитара эшләй.

Һул ҡулында тендинит ауырыуы башланыу арҡаһында 1970-се йылдарҙа музыкаль әҫәрҙәр башҡара алмай башлай. Өйләнмәй, ғаиләһе булмай.

1993 йылдың 21 июнендә АҠШ-тың Нью-Йорк ҡалаһында вафат була.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франц тәүләп джазды радио аша ишетә, уға был жанр бик оҡшай. Гаити музыкаһын сит йоғонтонан һаҡларға тырышһа ла, джаздан баш тарта алмай. Европа классик һәм джаз музыкаһы йоғонтоһо көслө булыуға ҡарамаҫтан, Ф. Кассеустың композициялары башлыса Гаити халыҡ формаларына нигеҙләнә, ижадсы уларҙы яҙмаларына индерә һәм һуңыраҡ баҫтырып сығара. Ф. Кассеус йыш ҡына Америка йырсыһы Гарри Белафонте менән хеҙмәттәшлек итә, уның менән «Merci Bon Dieu» тигән йырын яҙҙыра.

1954 йылда Үрге Вест-Сайдта Франц «Гаити сюитаһы» тигән шедеврын яҙа, әҫәр Folkways Records өсөн тәғәйенләнә.

Гитарист сифатында Гарри Белафонте менән Ҡушма Штаттар буйлап гастролдәрҙә йөрөй, ә 1956 йылда Карнеги-холлда сығыш яһай, унда классик гитарала уйнаған беренсе ҡара тәнле музыкант була.

Ф. Кассеус гитарист Марк Рибоның уҡытыусыһы була. Марк Рибо Кассеустың музыкаль мираҫын һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Был йәһәттән М. Рибо Ф. Кассеустың гитара композициялары тупланмаһын мөхәррирләй, был композицияларҙың ҡайһы берҙәре 1992 йылда Les Disques du Crépuscule (Marc Ribot Plays Solo Guitar Works Franz Casseus'тан) яҙҙырыла. Марк Рибо менән бергә композитор йырҙар яҙа[5]. Рибо Ф. Кассеус репертуарындағы музыкаль әҫәрҙәрҙе баҫтырыу хоҡуғының вариҫы була, әлеге ваҡытта уларға Рибо һәм уның ғаилә ағзалары нигеҙләгән Haitiana Music компанияһы хужа.

1953—1969 йылдарҙа Франц Кассеус Смитсон институты өсөн халыҡ йырҙарынан торған өс альбом яҙҙыра.

1960-сы йылдар аҙағында Кассеус трансцендент эшенә кире ҡайта, 1950-се йылдарҙа вокалистар Барбара Перлоу (Haitiana) һәм Лолита Куэвас (гаити халыҡ йырҙары) менән ошо өлкәлә шөғөлләнгән була, шунан ҡабаттан тауыш һәм гитара өсөн музыка яҙырға тотона.

Ғүмеренең ахырына тиклем музыка ижад итә, ләкин һул ҡулында тендинит ауырыуы башланыу 1970-се йылдарҙа уны музыкаль әҫәрҙәр башҡарыуҙан һәм яҙҙырыуҙан баш тартырға мәжбүр итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 https://data.carnegiehall.org/names/34325/about (ингл.) — 2017.
  2. Casséus, Frantz // Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  3. 3,0 3,1 3,2 The New York Times (ингл.) / J. KahnManhattan, NYC: New York Times Company, A. G. Sulzberger, 1851. — ed. size: 443000 — ISSN 0362-4331; 1553-8095; 1542-667X
  4. Frantz Casseus
  5. Rhoda K. Unger. Дата обращения: 8 март 2018. Архивировано 16 май 2013 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]