Эстәлеккә күсергә

Катаржина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Катаржина
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

1995

Нигеҙләүсе

Андрей Елагин

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү

Төп фигуралар

Андрей Елагин (генераль директор)
Игорь Гундеров (директор урынбаҫары)

Тармаҡ

медицина техникаһы изделиеларын етештереү

Сайт

http://www.katarzyna.ru/

«Катаржина» — инвалидтар өсөн әүҙем кресло-коляскаларҙы камиллаштырыусы һәм етештереүсе автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма. Шулай уҡ коляска менән йөрөүсе инвалидтар өсөн реабилитацион сборҙар уҙғарыу менән шөғөлләнә, йәмәғәт һәм шәфҡәтлелек сараларында ҡатнаша. Компанияға Мәскәүҙә 1995 йылда инвалид Андрей Елагин менән нигеҙ һалына. Предприятие хеҙмәткәрҙәренең яҡынса яртыһын шуйай уҡ инвалидтар тәшкил итә. Рәсәйҙә инвалид коляска етешереүселәр араһынан иң ҙур шәхси компанияларҙың береһе, һәм инвалид-спортсылар өсөн титан коляскаларын эшләүсе берҙән-бер Рәсәй компанияһы[1].

Еңеләйтелгән инвалид коляскаларын етештереү тураһында идея 1990 йылда Андрей Елагин был өлкәлә ҙур ғына уңыштарға өлгәшкән Rekryterings Gruppen швед компанияһының реабилитацион сборҙарында булғанда барлыҡҡа килә. Ул фекерҙәштәре менән Рәсәйҙә шуға оҡшаш производство ойошторорға ҡарар итә. Офис Мәскәүҙең Көньяҡ-көнсығыш административ округының инвалидтар йәмғиәте бинаһында асыла, ә етештереү цехы ябай торлаҡ йорттоң подвалында урынлаштырыла. Предприятиеның исемен Швецияла йәшәүсе Катарина Трок исемле ҡыҙға арнап атағандар, ул реабилитацион сборҙарҙа ҡатнашҡан һәм рәсәй һәм шведтар араһында бәйләүсе звено булып торған. Коляскалар өсөн ҡорос рамаларҙы Дондағы Ростовтан заказ биреп һатып алғандар, титан детальдәрен менән Урал предприятиелары тәьмин иткән, уларҙы Долгопрудный ҡалаһында буяғандар. Башҡа етештереү процесстары — слесар эштәре, ҡороу, япмалар тегеү, ултырғыстар һәм башҡаларҙы эшләү компания хеҙмәткәрҙәре үҙ-аллы башҡара. 1995 йылда «Крошка Ру» һәм «Пикник» сауҙа маркаларындағы еңелләштерелгән тәүге коляскалар етештерелә[1].

Тәүге эш йылы осоронда яҡынса 200 коляска эшләнелә, артабанғы йылдарҙа етештереү ҡеүәте яйлап арта бара[2]. Компания продукциялары Рәсәй паралимпсылары араһында таралыу таба, мәҫәлән, 2008 йылғы Пекиндағы йәйге паралимпия уйындарында фехтование буйынса бөтә Рәсәй йыйылма командаһы «Катаржина» компанияһының махсуслаштырылған коляскаларында сығыш яһағандар[3].

2009 йылда компания хәрби хеҙмәт инвалидтарын коляскала әүҙем тормошҡа өйрәтеү буйынса реабилитацион курстарын уҙғарырға президент грантын ота. 60 кешегә тәғәйенләнгән программаға Мәскәү өлкәһенең М. А. Лиходей исемендәге медицина реабилитация үҙәгендә старт бирелә[4]. Шул уҡ ваҡытта «Катаржина» компанияһы Мәскәү ҡалаһының «Манеж» үҙәк күргәҙмә залында уҙғарылған «Ғаилә йылы — һөҙөмтәләре, мәсьәләләре, перспективалары» (рус. «Год семьи — результаты, проблемы, перспективы») исемле күргәҙмә-форумында ҡатнаша[5]. Был осорҙа предприятиела барлығы 32 кеше, шул иҫәптән 17 коляскала йөрөүсе инвалид эшләгән[6].

Компания ҙур ведомстволар һәм дәүләт эшмәкәрҙәре исеменән грамоталар, дипломдар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән, уларҙың күрһәткән хеҙмәттәре өсөн дәүләттең беренсе кешеләре менән баһаланған. Атап әйткәндә, предприятие етәкселәре Юрий Лужков, Дмитрий Медведев, Владимир Путин менән осрашалар[2][7]. Андрей Елагин шулай уҡ Стратегик инициативлар агентлығы ойошторған кәңәшмәләрҙә ҡатнашҡан[8], Мәскәү йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Спорт, туризм һәм ял итеү буйынса комиссияһы етәксеһе урынбаҫары һәм Социаль яҡлау, ғаилә эштәре, йәштәр һәм балалар буйынса комиссия ағзаһы була. 2014 йылда Мәскәү ҡала думаһына депутатлыҡҡа үҙенең кандидатураһын ҡуя[9].

Хәҙерге ваҡытта компания сикләнгән мөмкинлектәре булған кешеләргә кәрәкле тип һаналған теләһә ниндәй ҡоролмалар: коляскалар, пандустар, күтәргестәр, вертикализаторҙар, реабилитация саралары, сантехника, спорт инвентары, запас частары, аксессуарҙар һ. б. етештереү менән шөғөлләнә[10]. Төп заказ яһаусыһы булып Рәсәй Федерацияһының социаль страховкалау фонды булып тора. Компания зыянһыҙ эшләү принцибында эшләй, аҙыраҡ килем барлыҡҡа килһә, уны хәрби йәрәхәт алған инвалидтар өсөн буш коляскалар бүләк итеүгә файҙаланалар[11].

  1. 1,0 1,1 Московские инвалиды помогли себе и помогают другим. Комсомольская правда (16 декабрь 2008). Дата обращения: 11 май 2015.
  2. 2,0 2,1 Владимир Ратманский. 11 % москвичей — люди с ограниченными физическими возможностями. Вечерняя Москва (11 декабрь 2008). Дата обращения: 11 май 2015.
  3. Юрий Медведев. Прыгающая табуретка. Российская газета (9 апрель 2009). Дата обращения: 11 май 2015.
  4. Ольга Сафонова. Коляска — тоже транспорт. Красная звезда (4 февраль 2009). Дата обращения: 11 май 2015.
  5. Наталия Покровская. Семейная тема всегда актуальна! Московская правда (26 ғинуар 2009). Дата обращения: 11 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  6. Ольга Власова, Рубен Акимов. Сотрудники запаса. Коммерсантъ (19 ғинуар 2009). Дата обращения: 11 май 2015.
  7. Медведев предложил инвалидам разработать техтребования к коляскам. РИА Новости (16 ноябрь 2011). Дата обращения: 11 май 2015.
  8. Технические средства реабилитации: анализ рынка, проблемы и возможности. Агентство стратегических инициатив (29 июль 2014). Дата обращения: 11 май 2015.
  9. Член Общественной палаты Москвы и участник гражданской инициативы «Моя Москва» Андрей Елагин озвучил основные положения своей предвыборной программы. Общественная палата города Москвы (29 июль 2014). Дата обращения: 11 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  10. Наталия Рубина. 7 магазинов для людей с инвалидностью. Большой город (4 июнь 2013). Дата обращения: 11 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  11. Анна Николаева. Андрей Елагин, инвалид-предприниматель: «У нас не было инвалидных колясок для активной жизни, и мы стали выпускать их сами». Комсомольская правда (19 декабрь 2014). Дата обращения: 11 май 2015.