Квахврели мәмерйәләр комплексы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Квахврели мәмерйәләр комплексы
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Квахврели мәмерйәләр комплексы - груз. ქვახვრელის გამოქვაბულების კომპლექსი - Грузиялағы Гори муниципалитетында урынлашҡан мәмерйәләр комплексы.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәмерйәләр комплексы Гори муниципалитеты Квахврели ауылынан көнсығыштараҡ, Квемоға ҡаршы, Уплисцихе ҡалаһынан йыраҡ түгел. Мтквари йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Заманында был урындар Уплисцихе ҡалаһының ауыл хужалығы ерҙәренә ингән.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комплекс ҡомташлы ҡаялар араһында урынлашҡан. Ҡая эсенә инеп китеп бында сиркәү һалынған булған, коридорҙар, таш онтағыстар һәм мәмерйә ауыҙында ҡыңғыраулыҡ бар. Ҡыңғыраулыҡ ҡараңғы коридорға барып тоташа (оҙонлоғо 19 м, киңлеге 2 м, бейеклеге 2,5 м.). Был коридор төньяҡтан көньяҡҡа үтә торған төп урын, унан тыш тағы ике коридор бар. Төп коридор буйлап сиркәүгә барып була.

Солдовховели тип аталған мәмерйәләге сиркәү 7,6 метр бейеклектә. Алтарға ҡаянан алынған таштан эшләнгән канкель ғуйылған. Әлеге ваҡытта сиркәүҙе тергеҙеү бара.

XVIII быуатта Квахврели ауылында әрмәндәр миграцияһы булған, мәмерйә диуарҙарында яҙмалар шуны һөйләй. Был яҙмалар палеографик үҙенсәлектәре буйынса XVIII быуатҡа ҡарай.

Содожовели сиркәүе әлеге көндә Гори епархияһына ҡарай.

Ҡомартҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылда президент указы менән Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән [1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, თბ. 1990 წ., გვ. 113-114 рус. Описание памятников истории и культуры Грузии, Tb. 1990, р. 113-114
  • ქართლის ცხოვრება, ტ. I, თბ. 1955 წელი. рус. Жизнь Царя царей Давида. т.I, 1955 год.
  • დ. ხახუტაიშვილი, კლდეში ნაკვეთი ქალაქი, თბ., 1965 წ. рус. Д. Хачишвили. Пещерный город, ТБ., 1965 год