Кебаб
Кебаб | |
Пакистан аш-һыуы кебабы | |
Ит ризыҡ | |
Милли аш-һыу | |
---|---|
Көнсығыш аш-һыуы | |
Компоненттар | |
Төп |
ит |
Булыуы мөмкин |
балыҡ, диңгеҙ продукты |
Викимилектә медиафайлдар Кебаб |
Кебаб, ҡабаб, кабоб, кябаб йәки ҡауап, шулай уҡ kebap, kebob, kibob, kebhav, kephav, kebabie, cevap (фарс. کبابکباب, kabâb — «ҡурылған ит») — Яҡын Көнсығыш, Кавказ арты һәм Үҙәк Азия илдәрендә ҡурылған иттән әҙерләнгән аш-һыу.
Инглиз телле илдәрҙә кебабты шампурҙа бирелгән шиш-кебаб (шашлык), йәки дёнер-кебаб (шаурма) — вертикаль шештә ҡыҙҙырылған ҡатлы ит киҫәктәре тип аңлайҙар. Яҡын Көнсығыш илдәрендә кебаб төрҙәре күберәк: ҡурылған кебаб, грилдә кебаб, быҡтырылған ит һәм фарштан ашамлыҡтар; был аш-һыу төрө тәрән һәм ваҡ тәрилкәлә, йә сэндвич рәүешендә бирелә. Ғәҙәттә кебаб өсөн һарыҡ ите ҡулланыла, әммә урындағы йолаларға ҡарап, шулай уҡ һыйыр, кәзә, тауыҡ, сусҡа ите; балыҡ һәм диңгеҙ аҙыҡтары; вегетариан кебаб өсөн тофу һәм фалафель алына. Кебаб тип шулай уҡ быҡтырылған иттән әҙерләнгән тас-кебаб (bowl kebab) ашамлығын атайҙар. Мысырҙа кебаб-халла тип һуған менән быҡтырылған һыйыр итен йөрөтәләр.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фарсы һүҙе кебаб арамей һүҙе כבבא (kabbābā), һуңғыһы, үҙ сиратында, аккадий телендәге kabābu һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни «яндырырға, күмерләндерергә» тигәнде аңлата. Фарсынан kabāb һүҙен Урта быуатта ғәрәптәр һәм төрөктәр «кебаб» тип йөрөткән.
«Кебаб» һүҙе йыш ҡына фарсы китаптарында ваҡланған ҡуҙы йәки тауыҡ ите киҫәктәренән эшләнгән ит шарҙарын аңлата. Ҡош итенән кебаб Саади Гулистан китабында телгә алына. Хәҙерге заманда кебаб тип шиш-кебабты атайҙар, шул уҡ ваҡытта элегерәк shiwā` شواء һүҙе ғәрәп теленән «грилдәге итте» аңлатҡан.
Кебаб төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дёнер-кебаб төрөктәрҙә (шаурма ғәрәптәрҙә, гирос (gyros) гректарҙа)
- Шиш-кебаб (шашлык; хоровац әрмәндәрҙә, сувлаки гректарҙа, сате Индонезияла һ.б.)
- Люля-кебаб
- Кьебапи (чевапчичи)
- Тава-кябаб
- Зиринчли-кебаб
- Адана-кебаб (ингл.)
- Бейти-кебаб (ингл.)
- Чаг-кебаб (ингл.)
- Искендер кебаб
- Кёфте-кебаб (ингл.)
- Джудже-кебаб (ингл.)
- Кебаб кубиде (ингл.)
- Чапли-кебаб (ингл.)
- Сикх-кебаб (ингл.)
- Тандыр кавап (кауап)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Н. Старостина. Лучшие рецепты советской кухни — азербайджанский шашлык. — Geleos Publishing House, 2006. — ISBN 5818907376.
- Кебаб. Видеорецепт 2011 йыл 29 декабрь архивланған.