Кедрин Максим Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кедрин Максим Николаевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 21 сентябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (36 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Белорет
Һөнәр төрө тау саңғысыһы
Спорт төрө Тау саңғыһы спорты
Ҡатнашыусы Зимние Олимпийские игры 2002[d]

Кедрин Максим Николаевич (тыуған 21 ноябрь 1982 йыл Белорет ҡалаһы, БАССР, СССР) — Рәсәй саңғысыһы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999—2003), Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (1999, 2003 — слалом, 2003 — тиҙ йөрөшлө шыуыу (скоростной спуск) һәм супергигант), үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионы (1999), FIS халыҡ-ара ярыштарҙың бронза призеры (2000 — слалом), Австрия чемпионатының бронза призеры (2002 — слалом-гигант)[1][2][3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кедрин Максим Николаевич 1982 йылдың 21 сентябрендә БАССР-ҙың Белорет ҡалаһында тыуған. Тау саңғыһы техникаһы оҫталығына тренерҙары Вячеслав Николаевич һәм Галина Дмитриевна Астаховтар етәкселегендә өйрәнә. Һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, Санкт-Петербургҡа күсә, әсәһе эшләгән олимпия резервы мәктәбендә уҡый. 2001 йылдың ноябрендә Максим Францияла «Халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры» спорт разряды нормаларын һәм талаптарын үтәй[4].

Алған йәрәхәттәре арҡаһында 2003 йылда ҙур спорттан китергә мәжбүр була[5][6].

Спорт династияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Атаһы: Николай Кедрин — слаломда СССР үҫмерҙәр беренселегендә ике тапҡыр чемпион[7], халыҡ-ара класс спорт мастеры[8], 70-се йылдарҙа саңғы спорты буйынса СССР-ҙың йыйылма командаһы ағзаһы[9].
  • Әсәһе: Кедрина Людмила Владимировна — тау саңғыһы буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, тау саңғыһы спорты буйынса ун тапҡыр Рәсәй чемпионы, СССР-ҙың йыйылма командаһы составында донъя чемпионатында ҡатнаша, Европа беренселеге призеры була.
  • Апаһы: Кедрина Анастасия Николаевна — ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2009, Таштагол, супергигант, суперкомбинация), донъя беренселегендә ҡатнашыусы (2009, Германия), 20082009 йылдар миҙгелендә Рәсәйҙең тау саңғыһы спорты һәм сноуборд Федерацияһы уны үҫмер спортсылар араһында «Миҙгел асышы» тип таный, 2009 йылдан Рәсәйҙең төп йыйылма командаһы составында шөғөлләнә.

Һүрәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • (недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:AlpineSkiing-bio-stub

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]