Кеймәсек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҙаҡ ғаиләһе тирмәлә (1911 йыл), уңда, ҡатын-ҡыҙҙар араһында аҡ кеймәсекле ҡатындар араһында шаукүлә кейгән килен.

Кеймәсек (ҡаҙ. кимешек; рус. кимешек) - ҡаҙаҡ халҡында бигерәк тә оло йәштәге ҡатындарҙың традицион милли баш кейеме. Кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың муйынын, күкрәген, яурынын һәм арҡаһын ҡаплап торған йоҡа аҡ туҡыманан тегелгән.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙағстандың төрлө төбәктәрендә кеймәсектәр, башлыса, ҡара төҫтә булһа ла, биҙәктәрҙә һәм өлгөләрҙә бер ни тиклем айырма бар. Аҡ туҡыманан тегелә икән, был ҡатындың өләсәй булғанлығын күрһәтә, кеймәсек остарына алтынланған ептәр менән аҫылташтар баҫыла.

Төрлө ҡаҙаҡ ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының кеймәсектәре биҙәүестәрҙең баш өлөшөндәге япмаһы, деталдәре, оҙонлоғо һәм характеры буйынса айырылып тора. Йәш ҡатын-ҡыҙ кеймәсегендә нағыш, төҫлө еп, таҫма менән биҙәлгән, шулай уҡ мәрйен, ынйы мунсаҡтар, көмөш көмбәҙҙәр һәм башҡа биҙәүестәр баҫылған була.

Кеймәсекте беренсе бала тыуғандан һуң кейгәндәр[1], шуға тиклем кейәүҙә булған ҡатын шаукүлә (саукеле) йәки ябайыраҡ төрө - йәләк ябынған.

Кеймәсек, маңлай, муйын тирәһен ябып, эйәк аҫтынан үтә. Ул әсәйҙәрҙең абруйын, бөйөклөгөн, сафлыҡ символын кәүҙәләндерә.

Тегелеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кеймәсектең алғы яғы яңаҡ тип атала. Ҡул менән нағышлап сигелә. Кеймәсекте бесеп, төрлө ысул менән тегәләр. Арҡа буйлап түбән төшкән һәм сәсте ҡаплаған оҙон осо ҡойроҡ тип атала. Кеймәсекте күкрәкте, яурынды, һәм арҡаны ҡапларлыҡ итеп, иркен итеп тегелә.

Ҡатындың йөҙө генә асыҡ ҡала. Йөҙ уйымыың ике яғы ла нағыш менән биҙәлә. Ялтыр ептәр менән салып сигеү ысулы - алҡым салыу тип атала. Кеймәсектең аҫҡы өлөшөнә көмөш тәңкәләр баҫыла. Был бер үк ваҡытта аҫҡа тартып, тигеҙ тота, елпелдәп тормаҫҡа мөмкинлек бирә. Кеймәсек ҡатын-ҡыҙҙың сәсен саң-туҙандан һаҡларға һәм туҙып тормаҫҡа ярҙам итә.

Кеймәсекте Ҡаҙағстанда урама яулыҡ, эйәксә тип атауҙары ла осрай.

Нағышына ҡарай кеймәсекте ҡыҙыл, һары, аҡ яңаҡлы тип бүләләр.

Кеймәсекте ҡайһы саҡ көмөш, мунсаҡтар менән ситләп сығалар. Борон һәр тайфаның кимешәге тегелеше, биҙәлеше менән айырылып торған. Ғәҙәттә, йәш килендәр яулыҡ ябынған, ә кеймәсекте йышыраҡ 60 йәштән һуң кейә башлағандар[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Меруерт Разбекова. Этнокультурные наименования одежды в русскоязычном художественном тексте Казахстана // humanistica 21, tom 2, 2018. С. 198.
  2. Қазақ мәдениеті. Энциклопедиялық анықтамалық. Алматы: “Аруна Ltd.” ЖШС, 2005 ISBN 9965-26-095-8

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КНЭ:

  • Шаханова Н., ҡаҙаҡтарҙың традицион мәҙәниәте Донъяһы, А., 1998.
  • Захарова И. В., Ходжаева Р. Д., Ҡаҙаҡ милли кейеме: XIX-башланғыс. XX к., А. 1964.

Был мәҡәләлә «Ҡаҙағстан. Милли энциклопедия» (1998—2007) материалдары ҡулланылды, барлыҡ материалды «Қазақ энциклопедиясы» редакцияһы Creative Commons BY-SA 3.0 Unported лицензияһы буйынса тәҡдим итте.