Келасур диуары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Келасур диуары
Рәсем
Дәүләт Flag of Georgia official.svg Грузия
Commons-logo.svg Келасур диуары Викимилектә

Келасур диуары — Келасур йылғаһынан Абхазия тауҙары һәм тарлауыҡтары буйлап Ингури йылғаһына тиклем һуҙылған, хәҙер емереклектәре генә ҡалған нығытма ҡоролмаһы.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диуар Келасур йылғаһы тамағынан башланып, Ингури йылғаһының уң яҡ ярында тамамлана

Стенаһының оҙонлоғо 160 километр тәшкил итә һәм Кавказдағы башҡа аналогтарынан бейегерәк (Дербент стеналары), әммә оҙонлоғо буйынса Бөйөк Горган диуарынан ҡалыша. Стена буйындағы башнялар һаны бер нисә йөҙгә етә. Уларҙың һәр береһе бейеклеге 8-12 метрға еткән, өс рәт бойницалы ыҡсым ҡәлғә була. Бөгөн Сухум ҡалаһын уратып алған урта быуат нығытма ҡоролмаһынан айырым баншялар һәм ҡәлғәләрҙең емереклектәре генә ҡалған.

План буйынса һарыҡташтарҙан дүрт мөйөшлө итеп төҙөлгән һәм эзбиз ҡатнашмаһы менән нығытылған Келасур башняһы емереклектәре Сухумдың көнсығыш сигендә, Келасур йылғаһы тамағында һаҡланып ҡалған. Оборона ҡоролмалары бигерәк тә диуар башланған ерҙә — Келасур йылғаһынан Моква йылғаһына тиклем туплана. Ошо 60 километрға 200 башня тура килә, уларҙың 100-ө — яҡшы торошта, ҡалғандары ныҡ емерелгән. Башнялар араһы — 40-120 метр, тигеҙһеҙ урында — 300 метр һәм унан да күберәк. Ҡалған арауыҡта Инуграға тиклем бары тик 4 айырым башня тора.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был ҡоролманың барлыҡҡа килеүенең бер нисә версияһы бар: мингрел, византия, фарсы һәм абхаз. Мингрел версияһына ярашлы, Келасур диуарын 1640—1650 йылдарҙа Мегрелия кенәзе Леван II Дадиани үҙенең биләмәләрен элекке вассалдары — Абхазия хакимдарының баҫҡынсылығынан һаҡлау өсөн төҙөтә. Профессор Юрий Николаевич Воронов диуар хаҡында түбәндәгеләрҙе яҙа:

В последний период своего правления (1640—1657) Леван был вынужден перейти к организованной обороне своих владений, выразившейся в возведении и укреплении фортификационных сооружений на границе с Абхазией. Арканджело Ламберти сообщал, что владетели Мегрелии «с весьма большими расходами возвели стену длиною в 60 тысяч шагов, и на известном расстоянии в ней находятся башни, охраняемые значительными отрядами стрелков». На карте другого итальянского миссионера, Кастелли, над выразительным изображением Келасурской стены имеется надпись: «Стена в 60 тысяч шагов, для сдерживания абхазов предназначенная». Вахушти по этому поводу писал: «К востоку от Анакопии от моря до гор Леван Дадиани провёл стену большую, дабы абхазцы не могли спуститься в Мегрелию»[1].

Келасур диуары төҙөлөшө тураһында 1635—1653 йылдарҙа Колхидала йәшәгән католик миссионер Арканджело Ламбертиҙан башҡа, XVIII быуат урталарында йәшәгән грузин тарихсыһы һәм географы Вахушти Багратиони яҙа.

Ғалимдарҙың һәм археологтарҙың тикшеренеү һөҙөмтәләренә, шулай уҡ үҙе тапҡан яҙма сығанаҡтарға нигеҙләнеп профессор Заза Алексидзе, диуарҙың VI быуатта, Византия императоры Юстиниана идара иткән ваҡытта таштан һалынған һәм илде Төньяҡ Кавказ ҡәбиләләре баҫҡынсылығынан һаҡларға тейеш була, тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта Леван II Дадиани XVII быуатта диуарға ағас ҡоролмалар өҫтәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Воронов Ю. Н. В мире архитектурных пямятников Абхазии(недоступная ссылка). — М. : «Искусство», 1978. — Серия: «Дороги к прекрасному».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]