Кенесары Ҡасымов ихтилалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кенесары Ҡасымов ихтилалы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Ҡаҙаҡ ханлығы
Башланыу датаһы 1837
Тамамланыу датаһы 1847
Участник(и) Кенесары Ҡасымов[d]

1837-1847 йылдарҙағы Кенесары Ҡасымов ихтилалы — хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһында Рәсәй империяһына ҡаршы ҡаҙаҡ халҡының Кенесары Ҡасым улы ханы етәкселегендәге иң оҙайлы һәм эре ихтилалы.

Тарих башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуат уртаһында Ҡаҙаҡ ханлығы жунгарҙарҙың күп һанлы һөжүменә дусар ителә. Ҡаҙаҡ ханлығының көнсығышта Алтайҙан көнбайышта Урал йылғаһына тиклем, төньяҡта Ишем йылғаһынан хәҙерге ваҡыттағы Ташкентҡа тиклем йәйелеп ятҡанға күрә, ҡаҙаҡ халҡына жунгарҙар һөжүмдәрен кире ҡағыу ауырға тура килә. Ханлыҡтың бик ҙур биләмәрендә ҡаҙаҡтар башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡаҙаҡтар күрше илдәргә һәм территорияларға бер ҡасан да дәғүә белдермәгәнгә күрә, йәйләүҙәрҙә көн иткән ҡаҙаҡтарға тиҙ арала йыйылыу һәм һуғышҡа әҙерләнеү еңел булмай. 1731 йылда ҡаҙаҡтар Анракай алышында, дөйөм көстәр туплап, джунгарҙарға ҡаршы тороп ҡарайҙар, әммә уларҙың һөжүме туҡтатыла һәм ҡыйратыла. XVIII быуат уртаһында Абылай хан Рәсәй империяһы һәм Цин империяһы араһында урталыҡ сәйәсәтен алып барыу өсөн күп көс һала. Нәҡ Абылай хан хакимлығы осоронда Цин империяһы Жунғар дәүләтенә ҡаршы поход ойоштора. Быны ул жунғарҙар уның төньяҡ территорияларына баҫып инеүенән хафаланып эшләй. Жуңғар дәүләте тулыһынса ҡыйратыла, жуңғарҙарҙың ҡалдыҡтарына (ҡаҙаҡса, башҡортса ҡалмаҡ, урыҫса калмыки) Рәсәй империяһы биләмәләр бирә, шулай уҡ Абылай ханға, ҡаҙаҡ территорияһынан үтергә мөмкинлек биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә.

Сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кенесарының сәйәси ҡараштары XIX быуаттың 1-се сирегендә, Рәсәй империяһының ҡаҙаҡ далаларына үтеп инә башлауы менән, нығына башлай. Баш күтәреүсе ҡаҙаҡтар менән бай ҡаҙаҡтар етәкселек итә. Нәҡ ихтилал барышында Кенесары сәйәси лидер булып китә. Был йылдарҙа ул ағаһы Саржан ойошторған хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша.

1822 йылда император Александр I үҙенең указы ҡаҙаҡ йөҙҙәрендә хан хакимлығын бөтөрә. Указ М. М. Сперанскийҙың «Себер ҡырғыҙҙары тураһында Устав» нигеҙендә әҙерләнә. Округ приказдары ҡарамағына сауҙа ҡарауандарынан яһаҡ йыйыу йөкмәтелә. Йыш ҡына Кесе Йөҙҙә улус приказдары ҡаҙаҡ ырыуҙарының йәйләү маршруттарын боҙалар, был да күсмә халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра.

Ихтилал һәм хәрби ғәмәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кенесары хан (1802 йылғы)[1] XIX быуаттың 20-се йылдарында үҙенең атаһы Ҡасым һәм ағаһы Саржан менән 1824 йылда Күкшетау һәм Ҡарҡаралы округтарында булдырылған Рәсәй админситратив идаралығына әүҙем ҡаршылаҡ күрһәтә. 1836 йылда ағаһын Ташкентта үлтергәндән һуң, Кенесары көрәшен Урта Йөҙ сиктәрендә дауам итә.

Кенесары Рәсәйгә ҡаршы көрәште башта атаһы Ҡасымдың һәм ағаһы Саржандың сәйәси линияһын дауам итеүсе булараҡ сығыш яһай. Саржанды һәм атаһын үлтергәндән һуң (1840 йылда) Кенесары кокандлылар менән союзды өҙә. Союздаштарҙы артабан ул Бохара ханы, ҡырғыҙҙар һәм башҡалар араһында эҙләй. Кенесары Рәсәй империяһының ҡаҙаҡ далаларына үтеп инеүен туҡтатырға, ҡаҙаҡ ерҙәрендә төҙөлгән урыҫ ҡәлғәләрен емерергә һәм яңыларын төҙөргә мөмкинлек бирмәҫкә тырыша. Элегерәк, атаһының юлын дауам итеп, Кенесары Ҡаҙаҡ ханлығы һәм Рәсәй араһындағы проблемаларҙы дипломатик юл менән хәл итергә тырыша. Кенесарының Николай I-гә, Ырымбур генерал-губернаторҙарына (В. А. Перовскийға, В. А. Обручевскийға, Себер генерал-губернаторы П. Д. Горчаковҡа) яҙған бер нисә хаты һаҡланып ҡалған.

Кенесары хандың идара итеү алымдары йыш ҡына бик ҡаты булғанлыҡтан, ул үҙенең дошмандарына ҡаршы репрессиялар үткәрә.

Касымов Кенесарының Ырымбур хәрби губернаторына яҙған хаты. 1841 йылдың 22 феврале.

Рус ғәскәрҙәренең хәрби һәм һан яғынан өҫтөнлөгөн иҫәпкә алып, Кенесары хәрби ғәмәлдәргә бик ентекле әҙерләнгән. Уның хәрби отрядтары даими рәүештә хәрби әҙерлек үтә, ҡорал эштәре буйынса урыҫ ҡасҡындары һәм сит ил оҫталары йәлеп ителә[2].

Тыныс рәүештә ҡаҙаҡ-урыҫ ҡапма-ҡаршылыҡтарын хәл итеү ысулдарын ҡуллынп бөткәс, Кенесары хәрби ғәмәлдәрҙе башлай, улар ҡаҙаҡ ерҙәренең күпселек өлөшөн һәм ырыуҙарын үҙ эсенә ала. Урта йөҙҙән тыш, ихтилалда Кесе йөҙ ырыуҙар (шекти, тама, табын, алшын, шумакай, жаппас һәм башҡалар) һәм Оло йөҙ ырыуҙары (шапырашты, уйсундар, дулаттар һәм башҡалар) ҡатнаша. Рәсәй регуляр ғәскәрҙәренә ҡаршыалыштарҙа Кенесары менән яурынға-яурын билдәле батырҙар Ағыбай, Иман, Басығара, Анғал, Иман Дулат улы, жанайдар, Жәке, Саурыҡ, Сураншы, Байсәйет, Жоламан Тиленши улы, Буғыбай, Бохарбай һәм башҡалар ҡатнаша[2]

Далала Кенесары 1837 йылда, уның отряды Петропавловскиҙан Ташкентҡа барған каруанды баҫып алғандан һуң, киң билдәлелек ала, был каруанды хорунжий Алексей Рытов 55 казактан торған конвой оҙатҡан булған[3]. былар бөтәһе лә Ҡаҙғстандағы хәлдәрҙе ҡатмарлаштыра һәм П. Д. Горчаковты тейешле сараларҙы ҡулланырға мәжбүр итә, ул үҙенең ғәмәлдәрен Ырымбур генерал-губернаторы В. А. Перовский менән көйләргә тырыша, сөнки Кенесары Ҡасымов Себер отрядтары эҙәрлекләүенән Ырымбур ведомствоһына ингән ҡаҙаҡ территорияһына сығып китә. Был кәрәк, сөнки уны эҙәрлекләп килеүҙәрен касымов отрядтары себер ҡаҙаҡтары ырымбур ведомствоһындағы территорияла кенесар китте.

1838 йылдың яҙында Кенесары Аҡмулла нығытмаһын ҡамауҙан әүҙем хәрби ғәмәлдәрен башлай. Һуңғараҡ баш күтәреүселәр Турғай районына күсенәләр, унда уларға Истәй Таймановтң ҡыйратылған армияһы ҡатнашыусылары ҡушыла.

Кенесарының хәрби ғәмәлдәре Рәсәй дәүләтенең Урта Азия менән сауҙа бәйләнештәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Шуға күрә казак отрядтары сауҙәгәрҙәр каруандарын һаҡ аҫтына алыу буйынса саралар ҡабул ителә. 1838 йылдың йәйендә П. Д. Горчаковтың ҡушыуы буйынса Күкшетау, Өс Булаҡ, Аҡмулла приказдары араһына (Кенесары килеү ихтималлығы булған ерҙәргә) 50-әр кешенән торған казак отрядтары ебәрелә. Шуға ҡарамаҫтан, каруандарҙы талау дауам ителә. 1838 йылдың июнендә Кенесары көрәштәрен эҙәрлекләү һәм элекке йәйләү урындарына ҡайтарыу маҡсатында Маҡур-турғай йылғаһына ғәскәри старшинаһы Карбышевтың отряды һәм Аҡмулланан полковник Щербачевтың отряды ебәрелә (һуңғараҡ Щербачев аҡтауға юоролорға мәжбүр ителә).

1841 йылдың авгусында баш күтәреүселәр Соҙак, Жан-Ҡурган, Аҡ-Мәсет, Жулек коканд ҡәлғәләрен баҫып алалар.

Бөтә ҡаҙаҡ ханы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1841 йылдың сентябрь айында ҡоролтайҙа Турғай йылғаһы тирәһендә өс ҡаҙаҡ йөҙҙәре вәкилдәре Кенесарыны хан итеп һайлайҙар һәм берҙәм Ҡаҙаҡ ханлығының тергеҙелеүе тураһында иғлан ителә. Ҡағиҙәләргә ярашлы,Кенесары аҡ ҡошмаға ултыртыла һәм күтәрелә. 1842-1843йылдарҙа Брхара әмире Насрулла хан шулай уҡ Кенесарыны ҡаҙаҡ ханы иеп таныуын белдерә.

Хандың идара итеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баш күтәреүселәр урыҫ дәүләте сиктәренән алыҫлашҡандан һуң далала хәлдәр яйға һалына башлай. Ханлыҡтың иҡтисади хәлен яҡшыртыуға ынтылып, Кенесары сауҙа каруандарға һөжүмдәрҙе тыя. Рәсәй, Бохара, Хиуа менән дипломатик хатлашыу һәм илселәрҙе ҡабул итеү яйға һалына.

Кенесары хан идара иткән осорҙа бейҙәр суды тергеҙелә, әлеге суд ҡаҙаҡтарҙың ғәҙәти хоҡуҡтары нормалары буйынса эштәрҙе ҡарай. Һалым сәйәсәтендә шулай уҡ мосолман шәриғәте нормалары тергеҙелә: малсылыҡ райондары өсөн зәкәт (мотлаҡ йыллыҡ һалым), игенселек райондары өсөн — өшөр (ултыраҡ халҡы өсөн һалым).

Һөҙөмтәлә Рәсәйҙә Азия менән бәйләнештәр буйынса яуаплы кешеләр, атап әйткәндә, Ырымбур генерал-губернаторы Перовский, Бүкәй Урҙаһы үрнәге буйынса ярым автономия берәмеген ойоштороу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыуға ауыша башлай. 1843 йылда Николай I биргән яуабы ыңғай булмағанға күрә (бер батшалыҡта ике батша булмаясаҡ) ҡораллы бәрелештәр дауам итә. Походта регуляр ғәскәрҙәрҙән һәм казактарҙан тыш, Кенесарыға ҡаршы хөкүмәткә тоғро ҡалған солтандар ҡатнаша.

Айырым ырыуҙарҙа Кенесарының сәйәсәте ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. 1844 йылда жаппас ырыуының бер нисә ауылы яҫауылдар отряды менән зәкәт йыйыу өсөн килгән Наурызбай солтан (Кенесарының ағаһы) менән хәрби низағҡа инәләр. Кенесары үҙенең олатаһы Аблайҙың сәйәсәтен үткәрә. Аблай ҡаты ханлыҡ власы яҡлы булған. Баҫып алған ерҙәрҙә Кенесары династия режимын индерә.

1846 йылдың аҙағында, Кесе һәм Урта йөҙҙәре территорияһынан урыҫ батша ғәскәрҙәре һәм хаким солтандар хәрби берләшмәләре тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарғандан һуң, Кенесары Иле йылғаһы тамағындағы ярымутрауҙы биләй.

1846 йылда, Оло йөҙ ҡаҙаҡтары Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш алып барған Кенесарының позициялары бик ныҡ насарая.

Власты ҡолатыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Коканд походтарынан ҡайтҡандан һуң Кенесары хан Урта йөҙ ерҙәренә әйләнеп ҡайта, әммә был ваҡытта Рәсәй хәл иткес саралар күреү сәбәпле был йөҙ биләмәләрендә көрәште алып барыу мөмкин булмай. Кенесары Оло йөҙ биләмәләренә күсергә була. башта ул унда йәйләү өсөн ерҙәр һорап, үҙенең ағаһы Наурызбай ебәрә. Рөстәм солтан Наурызбайға ярҙам вәғәҙә итә. 1846 йылда кенесары хан Урта йөҙ биләмәләрен ташлап сыға. Оло йөҙ ерҙәренә килгәс, ул ҡырғыҙ манаптары менән һөйләшеүҙәр башлай. әммә тегеләр ике яҡлы сәйәсәт алып барған булып сыға. Үҙ-ара ваҡытлыса килешеү булыуына ҡарамаҫтан, ҡырғыҙҙар хандың иң яратҡан сардарын — Саурыҡ батырҙы үлтерәләр. Уларҙың ғәмәлдәренә ҡаршы Кенесан хан 1847 йылдың апрелендә 15 меңлек ғәскәре менән Ҡырғыҙстан биләмәләренә бәреп инә. Кенесаны хандың ҡанһыҙ ҡыланыуҙары ҡырҙыҙҙарҙы ярһыта, улар һуғышҡа әҙерләнә башлай. Май Түбә-Кеклик-Сәнгир тирәһендә ҡырғыҙ манаптары менән алыш башлана, ҡырғыҙҙарҙы Ормон етәкләй. Алыш ваҡытында Рөстәм һәм Сыпатай солтандар Кенесарыға хыянат ҡылалар һәм ғәскәрҙең байтаҡ өлөшөн үҙҙәре менән алып китәләр. Алыш бер нисә көн дауамында бара. Ҫәскәренән бары тик 500 кеше генә ҡалған хәлдә лә Кенесары баш бирмәй. Ҡасып китеү тәҡдименән дә баш тарта: ҡаҙаҡ ханы ҡасһа, был киләсәк быуын өсөн бик насар өлгө була, тип яуаплай. Кенесарҙы ҡлҡа алалар һәм ул әсирлектә өс ай үткәрә. Уны язаларға булалар. Язалау алдынан ул ғибәҙәт ҡылырға рөхсәт һорай. Хөкөм урынына, һуңғы ҡаҙаҡ ханын язалағанды ҡарап торһондар өсөн, бик күп әсирлкеккә төшкән ҡаҙаҡтарҙы ҡыуып килтерәләр . Кенесарының башын өҙә сабалар һәм уны ҡырғыҙ манапы Ормон,ҡырғыҙҙарҙың Рәсәйгә тоғролоғо билдәһе итеп, Көнбайыш Себер генерал-губернаторы Горчаковҡа ебәрә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Бекмаханов Е. Б. Казахстан в 20-40 годы. XIX века. Алма- Ата, 1947 г. 1, c. 204
  2. 2,0 2,1 Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: Қазақ энциклопедиясы.
  3. ГАОО. Ф. 366. Оп. 1. Д. 170. Л. 4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]