Кенәз Михаил урамы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кенәз Михаил урамы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Михаил Обренович[d]
Дәүләт  Сербия
Административ-территориаль берәмек Белград
Оҙонлоҡ 790 ± 1 метр
Файл KML Template:Attached KML/Knez Mihailova Street[d]
Карта
 Кенәз Михаил урамы Викимилектә

Кенәз Михаил урамы (серб. Кнез Михаилова улица) — Сербияның баш ҡалаһы Белградтың төп йәйәүлеләр урамы. Стари-Град муниципалитетында урынлашҡан. Сербия Республикаһының мөһим әһәмиәттәге ҡомартҡы исемлегенә индерелгән, биналарҙың күп өлөшө архитектура әһәмиәтенә эйә, сөнки улар 1870 йылда төҙөлгән[1] Белградтың эре сауҙа зонаһы.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам Калемегдандан (төньяҡ-көнбайышта) Республика майҙанына тиклем һуҙыла (көньяҡ-көнсығышта).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бында боронғо рим Сингидунум ҡалаһының үҙәге урынлашҡан тип һанала, ә ғосман төрөктәре ваҡытында был районда баҡсалар, фонтандар һәм мәсеттәр менән урамдар булған. 1867 йылда Белград төҙөлөшө планын эшләгәндән һуң, урам бөгөнгө ҡиәфәтен ала. 1870 йылда ҡала идаралығы урамға рәсми исем бирә, урам Михаил Обренович хөрмәтенә кенәз Михаил урамы тип атала.[2] 1950 йылдарға тиклем кенәз Михаил урамындағы күп йорттар Белградтың ике иң бай ғаиләһенә ҡарай. Коммунизм осоронда был биналар дәүләт милкенә күсә[3]

Биналар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Kruna Srpska» ҡунаҡханаһы, кенәз Михаил урамы, 56. 1869 йылда романтизм ситлендә төҙөлгән. 1945 йылдан 1970 йылға тиклем унда Сербияның милли китапханаһы урынлаша, хәҙер — Белград ҡала китапханаһы.
  • Марко Стоянович йорто, кенәз Михаил урамы, 53-55. 1889 йылда адвокат Марко Стоянович тарафынан ренессанс стилендә төҙөлгән. Элек унда 1937 йылда нигеҙләнгән сәнғәт академияһы урынлаша, әммә әлеге ваҡытта бында Академия галереяһы урынлашҡан.
  • Ҡала төҙөлөшө кварталы, кенәз Михаил урамы, 50, 46 һәм 48. 1870 йылда төҙөлгән, «балҡан» традицияларына модерн стиле элементтары өҫтәлеү араһы. Бөтә биналар бер үк стилдә — традицион романтизмдан ренессансҡа тиклем:
    • Христина Кумануди йорто, 50.
    • Кристина Механ йорто, 48.
    • Велико Савич йорто, 46.
  • Сербия фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы бинаһы, кенәз Михаил урамы, 35. 1923—1924 йылдарҙа академик стилдә төҙөлгән.
  • Никола Спасич фонды (задужбина) , кенәз Михаил урамы, 33. Бина сауҙагәр Николай Спасич тарафынан 1889 йылда ренессанс стилендә төҙөлгән.
  • Никола Спасич пассажы, кенәз Михаил урамы, 19. 1912 йылда модерн стилендә төҙөлгән.
  • «Kralica Grčka» рестораны, кенәз Михаил урамы, 51. 1835 йылда академик стилдә төҙөлгән
  • «Rusija» ҡунаҡханаһы, кенәз Михаил урамы, 38. 1870 йылда төҙөлгән[4]
Урам күренештәре Урамы күренештәре

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Подручје Кнез Михаилове улице — Споменици културе у Србиje  (серб.)
  2. Князь-Михаилова улица 2013 йыл 13 сентябрь архивланған. — Туристическая организация Белграда  (рус.)
  3. Knez Mihailova Street 2013 йыл 14 октябрь архивланған. — Belgradian.com  (инг.)
  4. Knez Mihailova Street — Belgrad.com  (инг.)