Эстәлеккә күсергә

Кенәз Петр һәм княгиня Феврония һәйкәле (Батайск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кенәз Петр һәм княгиня Феврония һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 2011
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Батайск
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Карта

Кенәз Петр һәм княгиня Феврония һәйкәлеРостов өлкәһенең Батайск ҡалаһындағы скульптура әҫәре. Рәсәй территорияһында Петр һәм Февронияға ҡуйылған 10-дан ашыу һәйкәл бар [1].

Кенәз Петр һәм княгиня Феврония һәйкәле 2011 йылдың 3 ноябрендә асыла. Риүәйәткә ярашлы, Петр һәм Феврония ҡатмарлы бәхетле тормош өсөн ҡатмарлы юл үтә[2].


Улар изгеләр рәтенә индерелгән. Һәйкәл Ростов һәм Новочеркасск митрополиты Меркурий фатихаһы һәм Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев ярҙамы менән ҡуйыла[3].


Һәйкәлде эшләү өсөн бронза ҡулланылған. Монумент ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгенең инеү урынында тора. Скульптура авторы Сергей Исаков. Һәйкәл өҫтөндә ул 6 йыл тирәһе эшләй. Скульптураның ауырлығы 2 тонна тәшкил итә, постамент менән бергә бейеклеге — 4 метр тирәһе. Кенәз Петр һәм Феврония күк йөҙөнә күгәрсен ебәреп тороусы итеп һүрәтләнә. Күк йөҙөнән йәштәргә фәрештә ҡарап тора, авторҙың ниәте буйынса был уларҙың никахының һаҡланғанлығын аңлата[3].


2015 йылда июлендә Петр һәм Феврония һәйкәле янында беренсе тапҡыр ғибәҙәт ҡылына. Уны ғаиләне һәм никахты ҡурсалаусы Муром акафисы үткәрә. Сарала 25-тән ашыу Аҙау сиркәүенең дин әһелдәре ҡатнаша. Ә ғибәҙәттең үҙендә 100-ҙән ашыу православие динен тотоусы граждандар ҡатнаша[4].