Кержактар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кержактар

Кержактар — урыҫтарҙың этник-конфессиональ төркөмө. Старообрядлыҡ вәкилдәре. Атамаһы Түбәнге Новгород өлкәһендәге Керженец йылғаһы исеменән килеп сыҡҡан[1]. Төньяҡ урыҫ мәҙәниәте эйәләре.

1720-се йылдарҙа Кержен скиттарын ҡыйратҡандан һуң тиҫтәләрсә меңләп көнсығышҡа табан — Пермь губернаһына ҡасалар. Яйыҡтан алып бөтә Себерҙә, Алтайға һәм Алыҫ көнсығышҡа тиклем таралып ултыралар. Себерҙә тәүге урыҫ телле, «борондан йәшәгән» кешеләр булалар. Ҡаты дини ҡағиҙәләр һәм ғәҙәткә ингән мәҙәниәт менән община рәүешендәге бикле тормош алып баралар.

Бындай ҡағиҙәләрҙең береһенә ярашлы, мәҫәлән, сит кеше ҡулынан алған саҡта стаканды суҡындырыу мотлаҡ һанала (стаканда яуыз йәндәр булыуы бар), шулай уҡ мунсала йыуынғандан һуң тастарҙы әйләндереп ҡуйырға кәрәк тип һаналған (уларға «мунса шайтандары» эйәлеүе бар) һәм бары тик киске сәғәт 12-гә тиклем йыуынырға ярай. Әйткәндәй, кержактар православие сиркәүенең Изге Троицаһына ғына ышанмаған, уларҙың динендә өй эйәләре, «мунса шайтандары», һыу эйәләре, наядтар, шүрәлеләр һәм башҡа төрлө ен-бәрейҙәр һаҡланып ҡалған.

Себерҙә кержактар Алтай ташсыларының нигеҙен тәшкил иткән. Үҙҙәрен Себергә һуңғараҡ күсенеп килгән «рәсәйҙәрҙән» өҫтөнөрәк ҡуйғандар, әммә һуңынан уртаҡ сығышлы булыу арҡаһында тулыһынса тиерлек улар менән ҡушылып бөтәләр.

Һуңыраҡ бөтә кержактарҙы старообрядсылар тип атай башлайҙар.

Әлегә тиклем төпкөл урындарҙа кержак заимкалары осрай, уларҙың донъя менән бер ниндәй ҙә бәйләнештәре юҡ тиерлек.

Совет йәмғиәте үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә (атеизм, коллективлаштырыу, индустриализация, кулактарҙы эҙәрлекләү һәм башҡалар) кержактарҙың вариҫтары боронғо традицияларҙы юғалтҡан, үҙҙәрен дөйөм урыҫ этносы вәкилдәре тип иҫәпләйҙәр, Рәсәй Федерацияһы территорияһында һәм сит илдә йәшәйҙәр.

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 18 кеше үҙен кержак тип күрһәткән[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]