Керчь мәсете
| Керчь мәсете | |
| Дәүләт |
|
|---|---|
| Административ-территориаль берәмек | Керчь[d] |
| Мираҫ статусы | Украинаның күсерелмәй торған ҡомартҡыларының дәүләт реестры[d] һәм Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
| Адрес | Керчь, ул. Пушкина, 8 |
![]() | |
Керчь мәсете (Джума-Джами, Керич-Джами) — Керчь ҡалаһында Пушкин урамы, 8 адресы буйынса урынлашҡан мәсет. Мәсет 1850 йылда төҙөлгән. Ул архитектура ҡомартҡыһы булып тора.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәсет төҙөү өсөн тәү сәбәп булып Новороссийск һәм Бессарабия генерал-губернаторы Михаил Воронцовтың 1839 йылда Керчь янында мосолман биҫтәһе төҙөү тураһында ҡарары тора, унда йәшәүселәр һалымдан һәм 25 йылға хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан азат ителә. Биҫтә эсендә мәсет төҙөргә ҡарар ителә, уны төҙөүгә 1428 һум көмөш аҡса бүленә. Әммә был бюджет мәсет төҙөү өсөн етерлек булмай[2].
Мәсет төҙөлөшө 1842 йылда Керчь ҡалаһы башлығы Захар Херхеулидзе төҙөлөш комиссияһы булдырғандан һуң тергеҙелә. Комиссияны сауҙагәр һәм православие меценаты Василий Яковлевич Гущин етәкләй. 1844 йылда төҙөлөп бөтмәгән мәсеттә ғибәҙәттәр башлана, төҙөлөш 1850 йылда тулыһынса тамамлана[2].
Мәсет төҙөлөшө бюджетҡа 5004 көмөш һумға төшә. Бина тимер һәм ҡурғаш тултырғыс менән нығытылған таштан төҙөлә. Мәсеттең таш көмбәҙе була. Ә бына манараһы аҡса етешмәү сәбәпле төҙөлмәй, әммә уның өсөн нигеҙ һалына. Мәзин иманлыларҙы асыҡ майҙансыҡтан саҡыра[2].
Ҡырым һуғышы ваҡытында Севастополде ҡамау ваҡытында яҡтар 1854—1855 йылдар ҡышында позиция тупигына килә. Ситуацияны үҙгәртеү һәм ҡамауҙа ҡалғандарҙы тәьмин итеү юлдарын өҙөү өсөн Инглиз-француз командованиеһы 1855 йылдың яҙында Аҙау кампанияһы барышында Керчь боғаҙын баҫып алырға һәм Аҙау диңгеҙенең Рәсәй порттарына янарға ҡарар итә. 1855 йылдың 12 (24) майында 57 караптан, 11 йөҙөү батареяһынан һәм Бер нисә тиҫтә ваҡ суднонан торған инглиз-француз флоты Керчь боғаҙына инә. Уларҙың бортында 16 меңлек десант була. Дошман яр батареялары менән ҡыҫҡа ғына алыштан Һуң Керчьты ала һәм ҡалала нығына[3].
Керчь мәсетенең тәүге билдәле фотоһүрәте тап ошо ваҡытҡа ҡарай. Британия фотографы Джеймс Робертсон британ артиллерияһы позицияларын фотоға төшөрөп ала, улар мәсеттең ҡоймаһын бруствер итеп ҡуллана. Һүрәттә ике еңел пушка һәм пушка шарҙары пирамидаһы күренә. Әлеге ваҡытта фотоһүрәт Принстон университетының художество музейында һаҡлана[4].
1938 йылда мәсет ябыла. Уның көмбәҙе алына. Бина кинотеатрға әйләндерелә. Һуңыраҡ был бинала Некрасов исемендәге китапхана урынлаша. 90-сы йылдар башында ҡырым татарҙарының депортация урындарынан ҡайтыуы фонында мәсет мосолман йәмәғәтселегенә ҡайтарыла. 1998 йылда мәсеттә ғибәҙәт тергеҙелә. Ул ваҡытта бина емерек хәлдә була[2]. 2007 йылда мәсетте ремонтлау өсөн Ҡырым Автономиялы Республикаһы бюджетынан 390 мең гривна бүленә[5]. 2010 йылдың 25 октябрендә Украина Мәҙәниәт һәм туризм министрлығының указы менән мәсет архитектура һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы тип таныла[6].
Ҡырымды Рәсәй аннексиялағандан һуң ярымутрауҙағы яңы властар мәсетте яңыртыу ниәте тураһында иғлан итә[7]. Мәсетте реконструкциялау 2015 йылдың йәйендә башлана, проектҡа ярашлы, реконструкциянан һуң мәсеттең һыйҙырышлығы 300 кеше тәшкил итергә тейеш була. 2015 йылдың июленә яңы көмбәҙ ҡуйыла, уның хаҡы 500 мең һумға төшә[8]. Төҙөлөш эштәре өсөн Дағстандан подрядсы ойошма яллана[2] 2018 йылдың июлендә ике ай эсендә 33 метр бейеклектәге манара төҙөлә, фасад реставрацияһы тамамлана[9][10]. 2020 йылдың июненә мәсет яңы яҡтыртыу ҡорамалдары менән биҙәлә[11].
- 2012 йыл
- 2015 йыл
- 2015 йыл
- 2015 йыл
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://ru-monuments.toolforge.org/wikivoyage.php?id=8230457000
- 1 2 3 4 5 Ходаковский Владимир. Бывшая Татарская слободка: странное соседство. Керчь Инфо (27 февраль 2017). Дата обращения: 27 июнь 2020. Архивировано из оригинала 27 февраль 2017 года.
- ↑ Тарле Е. В. Крымская война, Глава XIII, ISBN 5-94661-049-X, ISBN 5-94661-050-3
- ↑ James Robertson. Kertch (Military Camp), ca. 1853–55. Princeton University Art Museum. Дата обращения: 27 июнь 2020. Архивировано 3 сентябрь 2016 года.
- ↑ Сборник нормативно-правовых актов АРК (2007). Дата обращения: 27 июнь 2020. Архивировано 15 октябрь 2017 года.
- ↑ Міністерство культури України :: Реєстр пам'яток місцевого значення. mincult.kmu.gov.ua. Дата обращения: 27 июнь 2020. Архивировано из оригинала 6 май 2018 года.
- ↑ Власти Крыма отреставрируют исламские святыни и памятники Средневековья на полуострове. ТАСС. Дата обращения: 27 июнь 2020. Архивировано 1 сентябрь 2017 года.
- ↑ В Керчи началась реставрация единственной в городе мечети. Крымское информационное агентство (28 июль 2015). Дата обращения: 27 июнь 2020. Архивировано 29 июнь 2020 года.
- ↑ Мечети в Керчи вернули минарет - Аргументы Недели. Керчь. ankerch-crimea.ru. Дата обращения: 27 июнь 2020. Архивировано 23 июль 2018 года.
- ↑ В керченской администрации рассказали, за чей счет ремонтируют мечеть. kerch.com.ru (19 июль 2018). Дата обращения: 27 июнь 2020. Архивировано 29 июнь 2020 года.
- ↑ В Керчи мусульманская мечеть светится в ночи (фото). kerch.com.ru (15 июнь 2020). Дата обращения: 27 июнь 2020. Архивировано 27 июнь 2020 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- archiportal-crimea.ru 2021 йыл 22 апрель архивланған.
- Уэйбэк 2021 йыл 27 февраль архивланған.
- zhurnalkrym.rfаша 2020 йыл 16 февраль архивланған.
