Кесе Ағарҙаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кесе Ағарҙаш
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡарабаш
Карта

Кесе Ағарҙаш - рус. Малый Агардяш - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округындағы күл.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кесе Ағарҙаш Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш һәм Ҡыштым ҡалалары араһында ятҡан күл.

Иң яҡын һыу ятҡылыҡтары: Арғужа һыуһаҡлағысы, Оло Ағарҙаш , Юшты, Алабуға күлдәре.

Ҡарабашҡа тиклем – 10 км, Силәбегә 90 км алыҫлыҡта ята.

Координаттары: 55°31′3.15″N 60°20′17.29″E .

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уртаса тәрәнлеге — 5 м, иң тәрән урыны — 9 м.
  • Һыу көҙгөһө - 80 га
  • Оҙонлоғо - 700 м, киңлеге — 900 м
  • Үтәҙеклеге - 3 м.
  • Һыуы - сөсө.

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлде ҡуйы ҡатнаш урман уратып алған, тауҙар араһында ята.

Һыу үләндәренә бай: ҡамыш, екән, тростник (ҡыяҡлы ҡамыш), томбойоҡ үҫә.

Кесе Ағарҙаш балыҡҡа ла бай: карп, ҡарабалыҡ, табан балыҡ, суртан, аҡ амур, рипус, бәрҙе, алабалыҡ, опто, ябай һыла, бағыр, уҡбаш, бикре, ҡушбаш тереклек итә.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбе дәүләт университеты уҡытыусыһы Ғ.К. Вәлиев атаманың балыҡҡа килеүен былай аңлата:

Большой Агардяш, и его правый безымянный ручей, протекающий через Малый Агардяш, слившись, образуют озерную пару, что и подтверждают башкирские названия Ағарҙаш с аффиксом совместности -даш//-дəш//-ҙаш//-ҙəш//-таш//-тəш:. Русская передача аффикса с мягким согласным -д- (-дяш) говорит о возможном произношение слова башкирами в палатальном варианте: -Әгəрҙəш

[1].

Йәғни, халыҡ телендә гидроним Кесе Ағарҙаш булып та, Кесе Әгәрҙәш булып та йөрөүе ихтимал.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Г. К. Валеев. ТЮРКСКИЕ ТЕРМИНЫ В ГИДРОНИМАХ ЧЕЛЯБИНСКОЙ ОБЛАСТИ И СОПРЕДЕЛЬНЫХ ТЕРРИТОРИЙ. - Вестник Челябинского государственного университета. 2018. № 6 (416). Филологические науки. Вып. 113. С. 17—27

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Г. К. Валеев. ТЮРКСКИЕ ТЕРМИНЫ В ГИДРОНИМАХ ЧЕЛЯБИНСКОЙ ОБЛАСТИ И СОПРЕДЕЛЬНЫХ ТЕРРИТОРИЙ. - Вестник Челябинского государственного университета. 2018. № 6 (416). Филологические науки. Вып. 113. С. 17—27

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]