Кесе Бәлешкүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кесе Бәлешкүл
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе

Кесе Бәлешкүл - рус. Малый Белишкуль, Доронькино - (рус. Белишкуль,а также Балешкуль, Билешкуль, Беляшкуль, Билишкуль, Беляш-куль, Биляшкуль) - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынындағы күл.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өлкәлә бер-береһенә яҡын урынлашҡан һәм ҡылымыҡ аша тоташҡан ике күл атамаһында Бәлешкүл һүҙе бар. Элек Оло Бәлешкүл тип аталғанын хәҙер бик йыш Бәлешкүл тип кенә атап йөрөтә башлағандар, сөнки Кесе Бәлешкүлде ярындағы шифахана исеме менән Доронькино тип атауға күсеп баралар[1]

Был гидроним башҡорт телендәге бәлеш һәм күл һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән, тип яҙалар Силәбе өлкәһе сығанаҡтарында[2].

"Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә "бәлеш" һүҙенә ошондай аңлатмалар бирелә:

  • Бәлеш - Таба йә ҡалайға йәйелгән ҡамыр эсенә ни ҙә булһа һалып, ҡамыр менән өҫтө ҡаплап бешерелгән ашамлыҡ.
  • Бәлеш - күсм. - Бешмәгән, булдыҡһыҙ
  • Бәлеш - Ҡапыл аптырағанда әйтелә торған һүҙ [3]

Урыҫ телле сығанаҡтарҙың бәғзеләрендә "белиш - мясо" тигән аңлатма бирелә, күл балыҡлы (итле) булғанға шулай атағандар тип фараз итәләр[4]

Шувалов Николай Иванович - Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: "Белишкуль, озеро - от древнего башкирского мужского имени Бялеш, кул — «озеро»"[5][6] Йәғни, күл атамаһы "Бәлеш +күл" һүҙҙәренән яһалған тип фаразлай. Бәлки борон башҡорттарҙа ундай исем дә булғандыр һәм ул урыҫ теле аша һаҡланып ҡалғандыр.Ихтимал, Биләш тигән исем булғандыр.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кесе Бәлешкүл Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынында, Өйәлге күленән, "Өйәлге" шифаханаһынан З км төньяҡ-көнбайыштараҡ, Сайма ҡасабаһынан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Эргәһендә Аҡсакүл (рус. Акчакуль, Ачкакуль)), Оло Бәлешкүл, Тәрәнкүл (рус. Теренкуль), Өйәлге (рус. Увильды) күлдәре ята. Оло Бәлешкүл менән ҡылымыҡ аша тоташҡан.

Географик координаттары: оҙонлоғо - 60°32′39.86″E (60.544405), киңлеге - 55°34′5.39″N (55.568165).

Күл Өйәлге тәбиғәт-территориаль комплексы ҡарамағына инә.

Кесе Бәлешкүлдән Екатеринбургҡа тиклем - 200 км, Силәбегә — 95 км, Арғаяшҡа — 25 км [7].

Ярындағы тораҡ пункттар: Сайма, Өйәлге, Тайгинка ҡасабалары, Ҡыштым ҡалаһы[8].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Уртаса тәрәнлеге: 2-2,5 м
  • Максималь тәрәнлеге: 5м
  • Максималь киңлеге һәм оҙонлоғо (км): күлдең диаметры 1 км
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 280м
  • Майҙаны: 0,8км2

Һыуы таҙа, эсергә яраҡлы.

Төбөндә ләм һәм шифалы батҡаҡ [9].

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кесе Бәлешкүл буйында ҡамыш, екән, күрән үҫә. Тирә-яғында еләк, бәшмәк бик күп.

Балыҡтары: табан балыҡ, карп, алабуға, себер сабағы, алабалыҡ, ротан,суртан.Ҡыҫала бар.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Озеро Большой Биляшкуль
  2. http://www.xn--74-6kca2cwbo.xn--p1ai/nature/lakes_rivers/bolshoy_belishkul_ozero// Озеро Большой Белишкуль
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 200-сө бит
  4. http://www.xn--74-6kca2cwbo.xn--p1ai/nature/lakes/bolshoy_belishkul_ozero// Озеро Большой Белишкуль
  5. Шувалов Н. И. Аксакуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]
  7. Озеро Доронькино (Малый Биляшкуль)
  8. ДОРОНЬКИНО (МАЛЫЙ БЕЛЯШКУЛЬ)
  9. ДОРОНЬКИНО (МАЛЫЙ БЕЛЯШКУЛЬ)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]