Кесе Ирентек (күл)
Озеро | |
Кесе Ирентек | |
---|---|
урыҫ Синеглазово | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 214,5 м |
Майҙаны | 9,92 км² |
Күләме | 0,033 км³ |
Иң тәрән урыны | 3,1 м |
Гидрология | |
Минераллығы | тоҙло |
Урынлашыуы | |
55°00′56″ с. ш. 61°25′13″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 14010500911111200008935 | |
Кесе Ирентек([1]) (рус. Синегла́зов — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге, Силәбе ҡалаһының көньяҡ ситендәге күл. Күлдең майҙаны — 9,92[2] км², уртаса киңлеге 2,6 км. Диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклеге —214,5 м[3].
Күл һай, уртаса тәрәнлеге — 2,4 м, максималь тәрәнлеге — 3,1 м. Һыу массаһының күләме — яҡынса 0,033 км³, климат шарттарына ҡарап үҙгәреүе киң вариантлы булыуы мөмкин[4]. Күл соҡоро табаҡ формаһында, бер аҙ йырғыланған битләүҙәр менән сикләнгән. Төбө ләм ултырмалары менән ҡапланған, уларҙың дөйөм запасы 10 миллион м³-ҙан күберәк. Күлдең ярҙары тәпәш, күбеһенсә һаҙланған; күлдең яр буйҙары күп урындарҙа ағайрыҡ (тростник) һәм ҡамыш менән ҡапланған.
Күл буйҙарында Исаков, Синеглазов[5], Сосновский районына ҡараған Вознесенка[3], Полевой, Новосинеглазов ҡасабалары һәм ауылдары урынлашҡан[5]. Күл тирәләй биләмәне шулай уҡ баҡсасылыҡ хужалыҡтары файҙалана[3], күлдең һыуы сәнәғәт предприятиеларының ағынты һыуҙары менән бысранған[6].
Күл эргәһендә археологик ҡомартҡылар урынлашҡан: күлдең көньяҡ-көнсығыш ярында — Андрон мәҙәниәтенең Фёдоровка һәм Алакүл этаптарына ҡараған «Синеглазов» бронза быуаты торамаһы[7], көньяҡ-көнбайыш ярында — «Синеглазовские курганы»[8], бронза һәм иртә тимер быуат дәүеренең «Синеглазов ҡурғандары» («Синеглазов-3»[9], «Синеглазов-4»[10]) урынлашҡан.
Ихтиофаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдә табан балыҡ, алабуға, һаҙан (карп), пелядь, ротан[11], ялтырсабаҡ (верховка), аҡ амур, ҡарабалыҡ (линь), толстолобик, алабалыҡ йәки сөгә (сиг), рипус[12] сабаҡ (плотва), суртан, чебак кеүек балыҡтар тереклек итә. Күлдең зоопланктоны динамик үҙгәрештәргә дусар ителә[13].
Тарихи мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе Ирентек (Синеглазов) күле хатта Рәсәйҙән ситтә лә билдәле — XX быуат башында бында б. э. X быуат боронғо артефакттары булған 12 ҡурған табылған. Археологтар фекеренсә, күл районы — Бөйөк Венгрияның мөмкин булған үҙәктәренең береһе[14].
Бик боронғо заманда, б. э. т. II мең йыллыҡтың 2-се сирегендә күлдең атамаһы Кесе Ирентек булған. Был территорияла һинд-арий телендә һөйләшкән кешеләр (скиф-сарматтар, Һынташты мәҙәниәт) йәшәгән. Күлдең ҡыҙғылт һары төҫтәге ҡомон пуштун лексемаһы жарендик, йарендик йәки «алтын-ерән, ерән» тип атаған[15].
Шулай уҡ боронғо латин телендә -ирен- «асыуат-тоҙло тупраҡ» йә «сүллек» тигәнде, латин телендә «ҡороған, һыуһыҙ урын» тигәнде аңлатҡаны Ирентек атамаһының боронғо осорға бәйлелеген дәлилләй[16].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Морозов Е. Г., Поздеев В. В. Синеглазово, село «Силәбе» энциклопедияһында
- ↑ «Синеглазово» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Лист карты N-41-39 Коркино. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
- ↑ Андреева М. А. Синеглазово, озеро «Силәбе» энциклопедияһында
- ↑ 5,0 5,1 Лист карты N-41-27 Челябинск. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1987 г.
- ↑ Комплексный доклад о состоянии окружающей природной среды Челябинской области в 1998 году 2019 йыл 28 сентябрь архивланған. // Доклад от 24.11.1999 г., принят Собранием депутатов Златоустовского городского округа (Челябинская обл.). электронный вариант документа на сайте docs.pravo.ru.
- ↑ Виноградов Н. Б. Синеглазово, поселение «Силәбе» энциклопедияһында
- ↑ Боталов С. Г. Синеглазовские курганы, археол. памятник «Силәбе» энциклопедияһында
- ↑ Епимахов А. В., Таиров А. Д. Синеглазово-3, археол. памятник «Силәбе» энциклопедияһында
- ↑ Епимахов А. В. Синеглазово-4, курганный могильник «Силәбе» энциклопедияһында
- ↑ Миленушкин В. Ю. Рыбные запасы, состояние, охрана и воспроизводство «Силәбе» энциклопедияһында
- ↑ Какие рыбы живут в озере. Рыбы Челябинской области // Статья на сайте hashlavash.ru.
- ↑ Речкалов В. В., Марушкина Е. В. Исследование видового состава и динамики зоопланктона озера Синеглазово(недоступная ссылка) // Статья в журнале Вестник Челябинского государственного университета. 2005 г. (С. 15-22).
- ↑ Иванов В. А. Magna Hungaria — археологическая реальность?// Проблемы древних угров на Южном Урале. Уфа, 1988.
- ↑ Озеро Ирентик, хребет Ирендык и субстратные слои в топонимике Южного Урала. Музей истории школы № 154 г. Челябинск
- ↑ Озеро Ирентик, хребет Ирендык и субстратные слои в топонимике Южного Урала. Музей истории школы № 154 г. Челябинск
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гарипов Т. М., Кузеев Р. Г. Башкиро-мадьярская проблема// Археология и этнография Башкирии. Т.1. Уфа, 1962;
- Иванов В. А. Magna Hungaria — археологическая реальность?// Проблемы древних угров на Южном Урале. Уфа, 1988.