Кесе Сәрмәсән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Малый Черемшан
тат. Кече Чирмешән
Характеристика
Оҙонлоғо 213 км
Һыу ағымы
Инеше
 · Бейеклеге 155 м
 · Координаталар 55°04′38″ с. ш. 50°58′35″ в. д.HGЯO
Тамағы Оло Сәрмәсән
 · Урынлашыуы 45 км уң яҡ яр буйлап
 · Бейеклеге 56 м
 · Координаталар 54°20′05″ с. ш. 50°01′20″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 0,5 м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны Оло Сәрмәсән → Куйбышев һыуһаҡлағысы → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Татарстан
Район Яңы Шешмә районы/Чистай районы/Аҡсубай районы/Алексеевск районы (Татарстан)/Әлки районы/Норлат районы/Мәләкәс районы/Яңы Малыҡлинск районы
РДҺР 11010000412112100005084
Кесе Сәрмәсән (Татарстан)
Точка
инеше
Точка
тамағы

Кесе Сәрмәсән (урыҫ. Малый Черемшан) — Татарстан һәм Ульяновск өлкәһе буйлап аҡҡан йылға, Оло Сәрмәсәндең уң ҡушылдығы (тамағына тиклем 45 километр ҡалғас ҡушыла).

Оҙонлоғо — 213 км (шуларҙың 192 километры Татарстан Республикаһында), бассейн майҙаны — 3190 кв. км.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға башы Яңы Шешмә районының Татар Әлкәһе ҡасабаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 4,3 километрҙа урынлашҡан. Тамағы — Ульяновск өлкәһендә.

1978 йылдан Татарстан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Характеристикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға тулҡынлы уйһыулыҡтар, ҡушылдыҡтары үҙәндәре, йырындар менән бүлгеләнгән. Һыубаҫар туғайҙары һәм ҡатнаш урмандарындә ошо яҡтарға хас үҫентеләр менән ҡапланған. Йылға ярҙарының 22 проценты урман менән ҡапланған. 37 ҡушылдығы бар, уларҙың күбеһе ҙур түгел һәм аҙ һыулы. Йылға селтәре тығыҙлығы — 0,29 км/км2.

Үҙәне әллә ни киң түгел, түбәнге ағымында ғына киңлеге 0,2 километрҙан 4 километрға тиклем етә. Йылға бормаланып аға, уның киңлеге — 20 — 30 метр. Ярҙары урыны менән текә, хатта 2 метрҙан 6 метрға етә. Ағым тиҙлеге — 0,2—0,4 м/с.

Һыуы кальций-гидрокарбанатлы, яҙын уртаса ҡаты (3-6 мг-экв/л), ә ҡыш һәм йәй көндәрендә бик ҡаты (9-12 мг-экв/л) . Дөйөм минераллашыу — яҙын 100—200 мг/л, ҡыш һәм йәй 500—700 мг/л.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Волга буйы Булғарияһы картаһы. 1880

Ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙлан (922 йыл) яҙмаларында Булғар иленә барып етеү өсөн уға Джарамсан йылғаһы аша сығырға тура килеүе хаҡында әйтелә. Джарам (иҫке сармат телендә) — «ағыу; ағып торған» мәғәнәһен аңлата[1].

Ҡайһы бер тарихсылар "Черемшан"ды череместар(мари) менән бәйләй. Ә бит Әхмәтзәки Вәлиди «Ибн Фаҙландың сәйәхәтнамәһе» хеҙмәтендә 922 йылда Башҡорт һәм Булғар илдәре аша хәрәкәт иткән Ибн Фаҙландың был ерҙәрҙә мариҙарҙы осратмауын һыҙыҡ өҫтөнә ала[2]. 1880-се йылдарҙа баҫылып сыҡҡан «Волга Булғарияһы» картаһында[3] көнсығыштараҡ фарази рәүештә Мари (Сярмысъ) олоҫо урынлаштырылған.

Төркиәт ғилеменә таянып фекер йөрөтһәк, Юрматы һәм Сярмысъ, венгрҙарҙың Дъярмат һүҙҙәренең бер тамырҙан булыуын танырбыҙ. Ғалим Р. Кузеев буйынса, юрматылар башҡорттарҙың боронғо уғыр-булғар ҡатламынан ғибәрәт. Әхмәтзәки Вәлидиҙең был хеҙмәтен немец теленән башҡортсаға тәржемә иткән журналист Марат Исмәғилев (Ишембай ҡалаһы): «Булғар дәүерендә Юрматыларҙың (үҙ-үҙҙәрен йәки күршеләре тарафынан) Сюрматсем тип аталыуы бик ихтимал», — тигән фекерҙә. Йәғни Сюрматсемдың өлөшләтә ҡыпсаҡ теленә тәржемәһе — «Сюрматлар», ә ҡыпсаҡ теленә тәржемәһе — Юрматылар булып сыға. Өҫтәүенә юғарыла атап үтелгән картала Оло Сәрмәсән йылғаһы хатта урыҫсала «М. Сармэсанъ» тип аталған. Тимәк, йылғаның Сәрмәсән атамаһы һәм ҡасандыр уның буйында көн иткән Юрматыларҙың атамаһы араһында бәйләнеш булыуы ихтимал. Ҡайһы бер тарихсылар Сюрмат атамаһының үҙен Сарматтың бер формаһы тип ҡарай.

Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп ҡушылдыҡтары — Чебоксарка, Саврушка, Адамка, Вялюлькин, Баранка, Марас, Ат, Шия, Юхмачи, Елшанка, Сахча.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Барашков В. Ф., Дубман Э. Л., Смирнов Ю. Н. Самарская топонимика. — Самара: Самарский университет, 1996.
  2. А-З. Валиди Тоган. Отчет о путешествии Ахмет ибн Фадлана, с. 37. (оригинал книги: A. Zeki Validi Togan. Ibn Fadlan’s Reisebericht. Leipzig.1939)
  3. Рагозин Виктор Иванович. "Волга: [Геогр. описание]".т.1. "От Оки до Волги".. — Санкт Петербург., 1880-1881.. — - 25 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]