Кесе Урал һырты
Кесе Урал һырты | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 892 метр |
Кесе Урал һырты (рус. Ма́лый Ура́льский хребе́т йәки хребе́т Ма́лый Ура́л) — Көньяҡ Урал буйындағы һырт, Силәбе өлкәһендә (Рәсәй). Төньяҡтан көньяҡҡа меридиан йүнәлешендә һуҙылған. Урал һыртына параллель рәүештә бара, унан көнсығыштараҡ урынлашҡан. Иң бейек урыны — 913 метр. Оҙонлоғо — 8 километр самаһы, армыттары менән — 10-12 км[2][3].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе Урал һырты Уралтау һыртына йәнәш урынлашҡан, унан көнсығыштараҡ ята. Оҙонлоғо — 8 километр самаһы (армыттары менән — 10-12 км), төньяҡтан көньяҡҡа табан меридиан йүнәлешендә һуҙылған. Мейәс ҡала округтары биләмәһенә ҡарай.
Тәпәш, һөҙәк, ҡатнаш урман ҡаплаған көньяҡ армыттары Куштумга йылғаһы үҙәненә барып теркәлә. Үткән быуаттың 60-сы йылдарына тиклем был ерҙә ауыл булған, унда йәшәүселәр, әлеге урындарҙан йыраҡ түгел режимлы объект эш итеү сәбәпле, Мейәс йәки Златоустҡа тулыһынса күсерелгән [4].
Иң көньяҡ тау - Ҡыҙыл Балсыҡ (рус. Красноглинная) тип атала. Красноглиннаянан төньяҡта Крутой Ключ тауы (диңгеҙ кимәленән 782 метр бейеклектә). Кесе Урал һыртының иң юғары нөктәһе Крутой Ключтан өс саҡрым төньяҡта урынлашҡан һәм диңгеҙ кимәленән 913 метр бейеклектә. Төньяҡта Кесе Урал һырты Елсел имәнлеге (рус. Ицыльская дуброва) тип аталған ыҙан менән тамамлана. Был ыҙандан йыраҡ түгел Елсел тауы һәм Сухокаменка менән Оло Таловка[5][6]йылғалары тамаҡтары урынлашҡан.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Малый Урал, хребет // Миасс. Энциклопедический словарь
- ↑ Информация сайта «На Урале» 2019 йыл 22 октябрь архивланған.
- ↑ Хребет Малый Урал, гора 2020 йыл 22 февраль архивланған.
- ↑ Информация сайта «На Урале» 2019 йыл 22 октябрь архивланған.
- ↑ Миасс. Словарь географических названий / Сост. Стрельников С. М. — Златоуст: Изд. С. М. Стрельникова, 1995. С. 23, 42.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урал// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урал//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Страница Малого Уральского хребта на сайте Викимапия
- Страница горы Крутой Ключ на сайте «Викимапия»
Страница хребта Малый Урал на сайте «На Урале» 2019 йыл 22 октябрь архивланған.