Кесе Учалы
Кесе Учалы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Кесе Учалы, Кесе Асыулы (рус. Малые Учалы) — Башкортостан Республикаһының Учалы районындағы юҡҡа сыҡҡан күл. Район үҙәге — Учалы ҡалаһы биләмәһе сиктәрендә, Энергетиктар урамы буйлап һәм Бурансы биҫтәһенән төньяҡҡа ҡарай урынлашҡан. Ғәмәлдә экологик һәләкәт һөҙөмтәһендә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булараҡ, юҡҡа сыға. Күл һыу инеү өсөн яраҡһыҙ, комбинаттың ҡалдыҡтарын һаҡлағыс булып тора.
Күл буйлап Межозёрный-Мейәс тимер юлы үтә.
Топонимика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғалим һәм сәйәхәтсе Иван Лепёхин үҙенең юл яҙмаларында күлде «Асыулы» тип атай, һәм «сердитое» тип тәржемәләй. Башҡорт телендә «асыулы» тигән һүҙ бар — русса «гневный», татар телендә лә шундай уҡ мәғәнәгә эйә булған «ачулы» һүҙе бар[1].
Геология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдең барлыҡҡа килеүе күрше күл — Оло Учалы менән бер төрлө, тектоник (икенсе фараз буйынса — карст-суффозиялы[2]) килеп сығыш. Майҙаны 3,4 км2, һыу кимәле 522 м. Һыу йыйыу майҙаны 24,8 км2. Уртаса тәрәнлеге 2,5 м, максималь тәрәнлеге 5 м. Күбеһенсә ер өҫтө һыуҙары, яуым-төшөм һәм ер аҫты һыуҙары иҫәбенә туҡлана. Яйыҡ йылғаһы бассейнына ҡарай, күренеп торған ағып сыҡҡан һыу юҡ. Төбө ләмле, сапропелле, яр буйында ҡомло, ҡырсынташлы. Ярҙары һөҙәк, башлыса асыҡ. Табан балыҡ, сабаҡ, суртан бар[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Матвеев А.К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — С. 296. — 352 с. — 8000 экз.
- ↑ А.В. Сидоренко. Геология СССР. — РИПОЛ Классик, 2013. — С. 32. — 730 с. — ISBN 5458520580.
- ↑ УРАЛ. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия