Эстәлеккә күсергә

Кетлинский Сергей Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кетлинский Сергей Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 июль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 июнь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө врач-иммунолог
Эшмәкәрлек төрө Биомедицинская технология[d]
Уҡыу йорто Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы

Кетлинский Сергей Александрович (21 июль 1940 йыл12 июнь 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй иммунологы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2005), Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2014).

Сергей Александрович Кетлинский 1940 йылдың 21 июлендә Ленинградта тыуған.

Эшсе йәштәрҙең киске мәктәбен тамамлай, Ленинград металл эшләү заводында фрезеровщик булып эшләй.

1968 йылда 1-се Ленинград медицина институтын тамамлай.

1982 йылдан алып 1968 йылға тиклем — фәнни хеҙмәткәр, Эксперименталь медицина институтында гистология лабораторияһы мөдире.

1982 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем — айырыуса таҙа биопрепараттарҙың Дәүләт Ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, тәүҙә ғилми хеҙмәткәр, ә 1990 йылдан — институттың ғилми эштәре буйынса директор урынбаҫары.

1990 йылда — профессор дәрәжәһе бирелә.

2001 йылда Япония хөкүмәте саҡырыуы буйынса Канадзава ҡалаһы университетында 10 ай дауамында шештәр патогенезында хемокиндарҙың ролен өйрәнә.

2005 йылда — Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана

2014 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.

2019 йылдың 12 июнендә Санкт-Петербургта вафат була

  • Әсәһе яғынан олатаһы - К.Ф.Кетлинский Рәсәй хәрби эшмәкәре, контр-адмирал, рус-япон һуғышында ҡатнашыусы (1875—1918).
  • Атаһы — Е.А. Кибрик, совет графигы, рәссам һәм иллюстратор (1906—1978).
  • Үгәй атаһы — Зонин, рус совет яҙыусыһы-маринисы (1901—1962).
  • Әсәһе —Кетлинская, рус совет яҙыусыһы һәм сценарисы (1906—1976).

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иммунитет медиаторҙарын— цитокиндар өйрәнеү өлкәһендә белгес.

Цитокин етештереүҙең яңы технологияларын төҙөү буйынса эшләгән фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы.

Иммунологияның молекуляр аспекттарына арналған тикшеренеүҙәр алып бара, рекомбинант цитокиндар — ИЛ-1α, ИЛ-6, ИЛ-8 үҫешенә ҙур өлөш индерә, ВИЧ-инфекциялар иммунопатогенезы тураһында күҙаллауҙар формалаштырыуҙа һәм был ҡуҙғытҡысҡа ҡаршы ватан вакцинаһын булдырыу юлдарында ҙур өлөш индерә

Уның етәкселеге аҫтында илдә тәүге тапҡыр кешенең төрлө сирҙәре ваҡытында цитокиндарҙың һанын билдәләү өсөн диагностик тестар булдырыла.

200-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә һәм күҙәтеүҙәр, 6 монография, 21 уйлап табыу авторы һәм авторҙашы, шул иҫәптән 11 патенты бар, улар араһында 1 — сит илдә.

Уның етәкселегендә 5 докторлыҡ һәм 10 кандидатлыҡ диссертациялары башҡарыла.

Халыҡ-ара, Рәсәй һәм Европа цитокин йәмғиәттәренең, иммунологтарҙың Рәсәй ғилми йәмғиәте идараһы президиумының, «Цитокины и воспаление», «Медицинский академический журнал» һәм «Иммунодефициты и СПИД» журналдарының мөхәрририәт ағзаһы.

  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендә премиялары (төркөм составында, 2006 йыл өсөн)[1]
  • Академик Н.Ф. Гамалея исемендәге премия һәм диплом — «Эндогенные иммуномодулятор» монографияһы өсөн (1992)