Кеше яҙмышы
Кеше яҙмышы | |
Автор |
Михаил Александрович Шолохов |
---|---|
Жанр |
хикәйә |
Төп нөхсә теле |
урыҫ телендә |
Нәшер итеүсе |
«Дон» журналы |
Сығарылыш | |
«Кеше яҙмышы» — совет урыҫ яҙыусыһы Михаил Шолоховтың хикәйәһе. 1956 йылда яҙыла. Тәүге тапҡыр «Правда» гәзитенең 1956 йылдың 31 декабрь һәм 1957 йылдың 1 ғинуар һандарында баҫыла[1].
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы башланғанлыҡтан, шофёр Андрей Соколовҡа ғаиләһенән айырылып фронтҡа китергә тура килә. Һуғыштың беренсе айҙарынан уҡ ул яралана һәм нацистар ҡулына эләгә. Әсирлек осоронда ул концлагерҙың барлыҡ ауырлыҡтарын башынан үткәрә, үҙенең ҡыйыулығы арҡаһында атып үлтерелеүҙән ҡотола һәм, ахырҙа, тотҡонлоҡтан фронт һыҙығы аръяғына, үҙебеҙҙекеләргә ҡасып китә. Тыуған төйәгенә фронттан ҡыҫҡа отпускыға ҡайтҡанында, ул яратҡан ҡатыны Ирина менән ике ҡыҙы ҡаланы дошман бомбаға тотҡан сағында һәләк булғандарын белә. Ул шунда уҡ фронтҡа китә, сөнки тыуған ҡалаһында ҡалырлыҡ көсө етмәй. Туған йәндәр араһынан уның йәш офицер улы ғына ҡалған була. Еңеү көнөндә Андрей улының һуғыштың һуңғы көнөндә һәләк булғанлығын белә.
Һуғыштан һуң яңғыҙ Андрей Соколов сит ерҙәрҙә эшләй. Унда ул етем ҡалған Ваня исемле бәләкәй малайҙы осрата. Уның әсәһе һәләк булған, ә атаһы хәбәрһеҙ юғалған. Соколов уға, һинең атайың мин, ти, һәм бының менән малайға (һәм үҙенә лә) яңы тормош башларлыҡ өмөт бирә.
Бығаса күрелмәгән көслө һуғыш ҡойоно арҡаһында етемлеккә дусар ителгән ике кеше, ят ерҙәргә ырғытылған ике бөртөк… Алда уларҙы нимә көтә? Һәм ошо урыҫ кешеһе, һығылмаҫ ихтыяр көсөнә эйә ир-егет, йығылмаҫ һәм атаһы иңенә таянған улы ла, үҫеп еткәс, Тыуған иле саҡырһа, юлында осраған бөтә ауырлыҡтарға ла сыҙамлы булып, барыһын да еңеп сығасаҡ.
Төҙөлөү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйә сюжеты ысынбарлыҡ реаль вакиғаларға нигеҙләнгән. 1946 йылдың яҙында һунарҙа Шолоховҡа бер кеше үҙенең ҡайғылы тарихын һөйләй. Был хәбәр Шолоховты ныҡ ҡыҙыҡтыра, һәм ул хикәйә яҙырға ҡарар итә: «Был турала хикәйә яҙам, мотлаҡ яҙам». 10 йылдан һуң, хикәйә Хемингуэй, Ремарк һәм башҡа сит ил яҙыусыларының хикәйәләрен яңынан уҡып сығып, Шолохов ете көн эсендә «Кеше яҙмышы»[2] хикәйәһен яҙа.
Экранлаштырылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1959 йылда хикәйәне совет режиссёры Сергей Бондарчук экранлаштыра, төп ролде лә үҙе уйнай. Фильм "кеше яҙмышы" . 1959 йылда «Кеше яҙмышы» фильмы Мәскәү кинофестиваленең төп призына лайыҡ була һәм режиссёрға ҙур киноға юл аса.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лейдерман Н. Л. «Монументальный рассказ» М. Шолохова // Русская литературная классика XX века. — Екатеринбург, 1996. — С. 217—245. — ISBN 5-7186-0083-X.
- Павловский А. Русский характер (о герое рассказа М. Шолохова «Судьба человека») // Проблема характера в современной советской литературе. — М.—Л., 1962.
- Ларин Б. Рассказ М. Шолохова «Судьба человека» (Опыт анализа формы) // Нева. — 1959. — № 9.