Кивач (ҡурсаулыҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кивач
Нигеҙләү датаһы 11 июнь 1931
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Карелия
Майҙан 10 880 гектар
Рәсми сайт zapkivach.ru
Әһәмиәтле урын Кондопога[d]
Карта
 Кивач Викимилектә

Кивач (карел. Kivaččun luonnonpuisto, фин. Kivatsun luonnonpuisto) — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, объекты булып шул уҡ исемле шарлауыҡ тора.

Ҡурсаулыҡ Карелия Республикаһының Кондопож районы территорияһында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кивач — Рәсәйҙәге иң боронғо ҡурсаулыҡ, 1931 йылдың 11 июнендә СССР Фәндәр академияһы эргәһендәге рус төньяғының тәбиғәтен һаҡлау һәм хужалыҡтың ғәмәли мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ойошторолған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙан алып әлегә тиклем ҡурсаулыҡ тәбиғәтте һаҡлау ғына түгел, ғилми-тикшеренеү һәм экологик-аң-белем таратыу бурыстарын үтәй. Бында Карелияның тәбиғәт комплекстарын өйрәнеү буйынса эштәр даими алып барыла. Майҙаны 10 930 гектар. Ҡурсаулыҡ тирәләй дөйөм майҙаны 6 213 гектар булған һаҡлау зонаһы булдырылған.

Ландшафты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарағай һәм шыршы урмандары менән ҡурсаулыҡта урман ландшафты өҫтөнлөк итә. Тәбиғи иҫтәлекле урын булараҡ, шарлауыҡ менән бер рәттән, Сопох ҡарағайлығы телгә алына, унда бор, унда өс ярым быуатҡа тиклемге ағастар һаҡланып ҡалған. Кристаллик теҙмәләр араһындағы уйпатлыҡтарҙа бәләкәй урман күлдәре урынлашҡан. Иң ҙур һаналған Падозеро ҡурсаулығында диңгеҙ сығышындағы утрауҙар күп[1].

Флора һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климаты оҙайлы, ҡышын һалҡынса һәм ҡыҫҡа йәй менән характерлана. Уртаса йыллыҡ һауа температураһы - 2,4 °C. Һалҡындар булмаған осор оҙайлығы 104-тән 153 көнгә тиклем тәшкил итә. Вегетация осоро оҙайлығы - 90 көн

Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 650 мм. Ҡар япмаһы менән көндәр уртаса 166 (11 ноябрь - 25 апрель) көн тәшкил итә, ҡайһы ваҡыт 200 тиклем. Уртаса айлыҡ температура ғинуарҙа -11.4 °С, июлдә +15.6 °С . Яҙ һәм, бигерәк тә, көҙөн һауа торошо тотороҡһоҙ. Тәүге ҡар япмаһын ятыу уртаса 26 көн дауам итә. 19 октябрҙә - 12 декабрҙә ҡар ятыуы күҙәтелә.

Флора һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә 216 ҡош төрө теркәлгән. Уның территорияһында 569-ға яҡын көпшәле үҫемлектәр осрай. Ҡурсаулыҡ фаунаһында 47 төр һөтимәрҙәр бар. Уларҙан 3 төр һөйрәлеүселәр һәм 5 ер-һыу хайуан төрө бар. Ҡурсаулыҡ территорияһында даими 18 төр балыҡ тереклек иткәне билдәле. Фауна төрҙәре тайга төрҙәре өҫтөнлөк итә, һәм ситендә урман ертишкесен, бүҙәнәне, ҡыр тауығын, тартайҙы, торомтайҙы, һарығошто, тәлмәрйен һәм башҡаларҙы осратырға мөмкин[1].

Килеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туристарҙың ойошҡан төркөмдәренә Европала билдәле Кивач шарлауығы һәм башҡа маршруттарға барырға рөхсәт ителде. Йыл һайын ҡурсаулыҡта йөҙҙән ашыу кеше була[2]. Йыл һайын ҡурсаулыҡта йөҙ меңдән ашыу кеше була[1]. Ҡурсаулыҡ территорияһына һәм «Кивач» шарлауығына инеү — билеттар буйынса[3][4]. Ҡурсаулыҡта антропоген факторҙың йоғонтоһон, шул иҫәптән сикләнгән һәм контролдә тотоусы туризмдың, тәбиғәт комплекстарының йоғонтоһон өйрәнәләр, был йоғонтоноң көсһөҙләнеүе буйынса саралар әҙерләнә.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Дежкин В. В. В мире заповедной природы. — М.: Сов. Россия, 1989. — 256 с.: ил. — С. 185.
  2. Посещение. Общая информация. Архивировано 23 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 23 сентябрь архивланған. // Государственный заповедник Кивач.
  3. Государственный природный заповедник «Кивач» 2012 йыл 16 май архивланған. [ссылка не работает], архивная копия. Архивировано 16 май 2012 года. 2012 йыл 16 май архивланған.
  4. Заповедник — это не частная собственность!(недоступная ссылка) [ссылка не работает].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Karelia-stub