Киев-Печёра лавраһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Монастырь
Киев-Печёра лавраһы
укр. Києво-Печерська лавра
Ил Украина
Ҡала Киев
Конфессия Православие, УПЦ (МП)
Епархия Киев епархияһы (Украин православие сиркәүе) 
Нигеҙләүсе Антоний Печерский
Нигеҙләнгән 1051
Билдәле йәшәүселәр Антоний Печерский, Феодосий Печерский, Игнатий, Кассиан Затворник, Иоанн Многострадальный, Иеремия Печерский, Никон Печерский
Сайт Рәсми сайт
ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 527
рус.англ.фр.

Ки́ев-Печёра ла́враһы (урыҫ. Ки́ево-Пече́рская ла́вра, укр. Ки́єво-Пече́рська ла́вра) — Боронғо урыҫ дәүләтенең нигеҙләнеү ваҡытынан алып иң беренсе монастырь. 1051 йылда Ярослав Мудрый ваҡытында монах Антоний һәм уның уҡыусыһы Феодосий тарафынан төҙөлә. Кенәз Святослав II Ярославич монастырға мәмерйәләр өҫтөндә яйла бүләк итә, унда һуңғараҡ һынлы биҙәүҙәр менән биҙәлгән матур таш ғибәҙәтханалар, хөжрә, крепостной башнялар һәм башҡа төҙөлмәләр үҫеп сыға. Монастырь менән йылъяҙмасы Нестор («Повесть временных лет» авторы), рәссам Алипий исемдәре бәйле.

1592—1688 йылдарҙа Константинополь Патриархы ставропигияһы була; 1688 йылдан монастырь лавра статусын ала[1] һәм «Мәскәү патриарх һәм батша ставрипигионы» булып китә; 1786 йылда лавра Киев митрополитына буйһона, уның изге архимандриты була.

Яҡын һәм Алыҫ мәмерйәләрҙә алла бәндәләре мәйеттәре ята, шулай уҡ Лаврала ябай кешеләр ҙә ерләнгән (мәҫәлән, Петр Аркадьевич Столыпин ҡәбере бар).

Хәҙерге ваҡытта түбәнге Лавра Украин Православие Сиркәүе (Мәскәү Патриархаты) ҡарамағында, ә үрге Лавра — Милли Киев-Печера тарихи-мәҙәни ҡурсаулығына ҡарай[2].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нигеҙләнеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта Киев-Печёра Лавраһы Киев үҙәгендә, Днепрҙың уң ярында урынлашҡан. XI быуатта был ерҙә урман булған; доғалар уҡырға Берестов ауылынан Иларион рухани бында килгән, үҙенә мәмерйә ҡаҙып алған. 1051 йылда Иларион Киев митрополиты итеп ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта Киевҡа Афондан Антоний монах килгән; киев монастыры тормошо оҡшамағас, Иларион мәмерйәһенә күсә.

Антоний тәҡүәлеге күреп, артынан эйәреүселәр табылар, улар араһында Курсктан Феодосий була. Уларҙың һаны 12 тиклем еткәс, улар үҙҙәре өсөн сиркәү һәм хөжрәләр төҙөй. Антоний игумен итеп Варлаамды ҡуйып, үҙе күрше тауға яңы мәмерйә төҙөргә айырылып сығып китә. Был мәмерйәнән «яҡын» мәмерйәләр төҙөлә башлай. Монахтар һаны артыу менән, мәмерйә өҫтәндә Мәрйәм Инә сиркәүе һәм хөжрәләр төҙөлә. Эйәреүселәр һаны күбәйгәс, Антоний кенәз Изяслав Ярославич рөхсәтен алып, мәмерйә өҫтәндәге тауҙы ҡуллана башлай. Хәҙерге төп собор урынында сиркәү төҙөлә (1062); монастырь Печерск исемен йөрөтә. Шул уҡ ваҡытта игумен итеп Феодосий ҡуйылған. Ул монастырҙа дөйөм йәшәү уставын индерә, был йәшәү ысулын башҡа монастырҙар ҙа үҙләштерә. Монахтарҙың ҡырыҫ тормошо монастырға ҙур ярҙам йәлеп итә.

1073 йылда таш сиркәүгә нигеҙ һалына, 1089 йылда тамамлана һәм изгеләндерелә.

1096 йылда[3] монастырҙы ҡыпсаҡтар баҫып ала, изге урындарҙы талап, хурлайҙар. Әммә 1108 йылда игумен Феоктист заманында монастырь тергеҙелә һәм яңы биналар төҙөлә.

1151 йылда монастырҙы төрөктәр талай, 1203 йылда Киевты Рюрик Ростиславич һәм ҡыпсаҡтар емергәндә, Киев-Печёра монастыре тағы талана. Әммә Лавраны иң ҙур талау 1240 йылда, Батый урҙаһы Киевты һәм көньяҡ урыҫ ерҙәрен алғанда, үтә. Монахтар үлтерә, бер өлөшө ҡасып өлгөрә.

Монастырҙың ташландыҡ көйө күпме торғаны билдәһеҙ; XIV б. ул тергеҙелә, бөйөк сиркәүҙә күп кенәздәр, билдәле ырыу кешеләре ерләнә. 1470 йылда киев кенәзе Симеон Олелькович бөйөк сиркәүҙе яңырта һәм биҙәй. Татар һөжүмдәре 1300, 1399 йылдарҙа ҡабатлана. 1482 йылда Меңле I Гирәй ҡырым ғәскәре монастырҙы талап, яндыра, халыҡтың йомарт ярҙамы тиҙ рәткә килергә ярҙам итә. 1593 йылда уға Радомысл һәм Васильков ҡалалары, 50 ауыл, Көнбайыш Русь төрлө яҡтарында 15 ауыл ҡарай.

1718 йылда янғын бөйөк сиркәү, архив, китапхана һәм типографияны юҡ итә. 1729 йылда сиркәү тергеҙелә.

1919 йылдан һуң монахтар общинаһы артель булып ҡала.

1924 йылдан Лавра туранан-тура Патриарх Тихон ҡарамағында була[4].

Немец оккупацияһы ваҡытында Лаврала полиция участкаһы ойошторола, оккупацион властар 500 яҡын ябай халыҡты үлтерә[5].

1941 йылдың 3 ноябрендә немец оккупанттары монастырь ҡиммәттәрен сығарып, эҙҙе йәшереү өсөн, Успенский соборын шартлата (2000 йылда тергеҙелә), былар Нюрнберг процессы материалдарында күренә[6].

Киевты 1943 йылда азат иткәс, совет властары Лавраны ябырға баҙнат итмәгән. Монастырь кире дингә ҡаршы «хрущёв» кампаниялары ваҡытында (1961 йыл) ябыла.

Монастырҙы тергеҙеү; хәҙерге тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Успенский соборы (Бөйөк сиркәү), 2000

1992 йылдан 2014 йылға тиклем Лавра башлығы (изге архимандрит) Киев һәм бөтә Украина митрополиты Владимир (Сабодан) була, резиденцияһы монастырь ерендә урынлаша.

1995 йылдың 9 декабрендә Украина Президенты Л. Кучма указы менән Успенский соборы тергеҙелә. Лавраға 950 йыл тулыу айҡанлы собор яңынан тергеҙелә; 2000 йылдың 24 авгусында уны изгеләндереү үткәрелә.

1990 йылда Лавра ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде.

Милли Киев-Печёра тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡҡа Лавр урамында урынлашҡан Үрге лавра ҡарай.

Лавра ерендә ғибәҙәтхана һәм биналар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Троицк сиркәүе (Изке ҡапҡа) — иң боронғоһо.
  • Изге Анна сиркәүе
  • Ҙур Лавра сиркәүе манараһы
  • Яҡын мәмерйәләр сиркәүе манараһы
  • Алыҫ мәмерйәләр сиркәүе манараһы
  • Изге тәре сиркәүе
  • Изге Мәрйәм соборы
  • Антоний һәм Феодосий сиркәүе
  • «Печера аталары» сиркәүе
  • «Терелтеүсе сығанаҡ» сиркәүе
  • Изгеләр сиркәүе
  • Николай монастыре хәстәханаһы һәм сиркәүе
  • Изге Мәрйәм сиркәүе
  • Берестов Спасы сиркәүе
  • Ғайса Пәйғәмбәр терелеүе сиркәүе
  • Благовещен сиркәүе

Лавра территорияһында шулай уҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иван Кущник башняһы
  • Йәшәү корпустары
  • Собор өлкәндәре элекке хөжрәләре
  • Лавра башлығының элекке өйө
  • Элекке иҡтисад корпусы
  • Яҡын мәмерйәләргә алып барған галерея
  • Алыҫ мәмерйәләргә алып барған галерея
  • Дебоскет (терәү) диуары
  • Көнбайыш иҡтисад ҡапҡалары
  • Элекке митрополит биналары
  • Киев Семинарияһы һәм Академияһы
  • Киев өлкә мәҙәниәт училищеһы
  • Ковниров корпусы (элекке китап магазины һәм икмәкхана бинаһы)
  • Преподобие Антоний ҡоҙоғо
  • Преподобие Феодосий ҡоҙоғо
  • Элекке типография корпусы
  • Ҡәлғә диуары
  • Буяу башняһы
  • Митрополия
  • Онуфрий башняһы
  • Йылъяҙмасы Нестор һәйкәле
  • Сәғәт башняһы
  • Часовня
  • Көньяҡ ҡапҡа
  • Петр Столыпин ҡәбере урынлашҡан.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Лавра // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Информация — Киево-Печерский заповедник. Архивировано 28 ноябрь 2012 года. 2014 йыл 4 март архивланған., kplavra.kiev.ua  (Тикшерелеү көнө: 31 март 2012)(Проверено 31 марта 2012)
  3. Повесть Временных лет
  4. Акты Святейшего Тихона, Патриарха Московского и всея России, позднейшие документы и переписка о каноническом преемстве высшей церковной власти. 1917—1943. Сб. в 2-х частях / Сост. М. Е. Губонин. М., 1994, стр. 350.
  5. Нюрнбергский процесс. Преступления против человечности (том 5). Архивировано 28 ноябрь 2012 года.
  6. Разрушение и разграбление культурных и исторических ценностей и культурно-просветительных учреждений на Украине и в Белоруссии. Из сообщения чрезвычайной государственной комиссии о разрушениях и зверствах, совершенных немецко-фашистскими захватчиками в городе Киеве (Документ СССР-9) // Материалы Нюрнбергского процесса. Архивировано 28 ноябрь 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]