Эстәлеккә күсергә

Кизляр коньяк заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кизляр коньяк заводы
Нигеҙләү датаһы 1885
Логотип
Рәсем
Нигеҙләүсе Сараджишвили, Давид Захарьевич[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Кизляр
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы акционерҙар йәмғиәте
Совокупные активы 5 750 292 000 ₽ (31 декабрь 2018)[1]
Дөйөм килем 1 906 702 000 ₽ (2018)[1]
Чистая прибыль 268 447 000 ₽ (2018)[1]
Барлыҡҡа килеү урыны Кизляр
Баш компания (ойошма, предприятие) Дәүләт мөлкәт менән идара итеү федераль агентлыҡ[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Кизляр, Дағстан, Рәсәй
Хеҙмәткәрҙәр 314 кеше (2015)[2]
Продукция крепкие спиртные напитки[d]
Рәсми сайт kizlyar-cognac.ru
 Кизляр коньяк заводы Викимилектә


Кизляр коньяк заводыДағстандың Кизляр ҡалаһында урынлашҡан Рәсәй көслө спиртлы эсемлектәр етештереүсе заводы. Рәсәйҙең иң эре биш коньяк етештереүсеһе иҫәбендә тора.

XVII быуаттың икенсе яртыһында Кизляр иҡтисадының виноградсылыҡ һәм шарап тармағындағы төп үҙәге була. Кизлярҙа коньяҡ етештереү сәнәғәте үҫешенә этәргес булып. 1884 йылда ҡабул ителгән «О фруктовом и виноградо-водочном производстве» законы тора.1880 йылда грузин эшҡыуары Сараджишвили Давид (Сараджиев) Измир мещандары Арещев һәм Боровтан шарап ҡыуыу цехтарын һатып ала һәм Кизлярҙа коньяк заводы аса. Сараджишвили Рәсәй империяһында Кавказ имәне мискәләрендә йөҙөм спиртын тотоп Кавказда коньяк ҡоя башлаған. 1885 йыл заводҡа нигеҙ һалыу датаһы булып һанала, шул йылда Кизлярҙан Мәскәүгә 236 биҙрә коньяк ебәрелә. Киләһе йылда ошо уҡ йүнәлештә инде 906 биҙрә коньяк ебәрелә. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Д. С. Васильев тап ошо йылды коньяк заводына нигеҙ һалыу йылы тип иҫәпләй[3].

Беренсе донъя һуғышы башланғас илдә ҡоро законды ғәмәлгә инә һәм коньяк етештереү туҡтатыла[4].

Заводты тергеҙеү эше 1930 йылда башланып китә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Кизляр фронт яны зонаһына ингәнлектән коньяк етештереүҙе туҡтатырға ҡарар ҡабул ителә, ә бөтә спирт Әрмәнстандан алып киленә[5]. Коньяк заводы 1946 йылдың ғинуарында «Росглаввино» сифатында тергеҙелә. Исеменә ҡарамаҫтан, квалификациялы белгестәр етмәүе менән бәйле, завод шарап етештереү менән генә шөғөлләнә. Иң беренсе «Двин» (1945 й.), «Ереван» (1947 й.) әрмән коньягын Кизляр спиртынан ҡоялар.

Кизляр коньяғы мискәләре(2018)

1940-сы йылдар аҙағында заводта реконструкция башлана, 1955 йылда ул тамамлана. Беренсе маркалы 6-7 йәшлек коньяк сығарыла башлай. 1955 йылда дүрт спирт һаҡлағыс төҙөлә. 1966 йылда купаж цехтары, механика оҫтаханалары, бондарь цехтары, коньяк ялы цехы, гидро күтәргес, ике келәт, коллекция һәм дегустация бүлмәһе йыһазландырыла. Завод территорияһы тулыһынса асфальт менән ҡаплана. Шул уҡ ваҡытта меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыла.

Дағстанға Кизляр ҡушылыуына 40 йыллыҡ менән бәйле 1957 йылда «Юбилейный Дагстанский» коньягы, ике йылдан һуң «Кизляр» коньягы сығарыла.

1959 йылда заводтың бөтә хеҙмәткәрҙәре торлаҡ менән тәьмин ителә.

1980 йылда заводтың логотибы булып П. И. Багратион портреты тора, ә полководецтың бюсы заводтың ихатаһында ҡуйыла. Грузия шарапсылары бындай инициативаларға ҡаршы сығыш яһай, әммә һуңғараҡ, СССР үҙәк комиссия ултырышында Петр Багратиондың Кизлярҙа тыуып үҫкәнлеге тураһында документтар булыуы раҫлана.

1954 йылда етештерелгән коньяк. Завод музейында һаҡлана. 2018 йыл фотоһы

Завод етештергән алкоголь продукцияһының яртыһы совет осоронда экспортҡа, башлыса Көнбайыш европа илдәренә сығарыла.

Алкоголгә ҡаршы кампания ваҡытында, 1985 йылда, заводта спиртлы эсемлек етештереү туҡтатыла. Бигерәк тә ныҡ зыянды коньяк булдырыу өсөн үҫтерелгән Терек ал сорты кисерә[6]. 400 мең 40 градуслы коньяк бутылкаларын юҡҡа сығарыу талап ителә. Әммә, Владимир Григорьянц, ул саҡтағы завод директоры, бойороҡто үтәүҙән баш тарта. Завод ваҡытлыса йөҙөм һуты етештереүгә күсә, аҙаҡ тағы кире иҫерткес эсемлектәр етештереүгә ҡайта.

1990 йылда завод «Дагвино» ҡуртым предприятиеһына әйләнә. Алкоголь етештереү өсөн сеймал етмәү бәйле, ул Испаниянан йөҙөм һатып ала башлай, шулай уҡ уңыш күп булған йылдарҙа Ставрополь һәм Краснодар крайынан да ала. 1998 йылда завод үҙ «коньяк» продукцияһын етештереү өсөн француз сертификатын ала, завод экспортҡа элек үҙ эсемлеген бренд сифатында сығарған булһа ла.

Завод музейында, 2018 йыл

Чечен конфликты ваҡытында, 1998 йылда, завод директоры Владимир Григорьянц һәм уның ҡатыны урланып, һигеҙ ай дауамында чечен әсирлегендә була. Һөҙөмтәлә «иреккә» ул коллектив һәм туғандарының аҡса түләүе арҡаһында сығарыла. Бер йылдан һуң Григорьянц завод менән етәкселек итеүгә кире ҡайтарыла.

Етештереү заводының бер цехындағы эштәр, 2018 йыл

2001 йылда завод хеҙмәткәрҙәре өсөн 70 фатирлы йорт төҙөлә. 2005 йылда заводҡа 120 йыл тулыуға арнап, уның территорияһында заводты нигеҙләүсе Давид Сараджишвилиға һәйкәл ҡуйыла.

2008 йылда завод директоры Евгений Дружинин була. Предприятие уның етәкселеге аҫтында етештереү күләмен арттыра һәм заводта модернизация үткәрә, Дағстан бюджеттың төп доноры булып китә[7]. Шулай уҡ 2008 йылда завод Кремлгә коньяк килтереүселәр гильдияһы ағзаһы була[8].

2014 йылдың 29 ғинуарында заводта баш директоры вазифаһы ойошторола, был вазифаға Саадулаев Магомед тәғәйенләнә, бер үк ваҡытта ул Дербент бызырлаусы шарап заводы директоры ла булып тора. Элекке директор Дружинин Евгений башҡарыусы директор булып ҡала.

Спирт һаҡлау склады, 2018 йыл
Аппарат цехы, 2018 йыл

2014 йылдың 28 авгусында Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев бойороғо менән Кизляр коньяк заводы федераль милеккә тапшырыла һәм Росалкогольрегулирование ойошмаһына ҡарай[9][10].

2015 йылдың йәйендә коньяк етештереү заводы етәкселеге коньяк етештереүселәр союзын ойоштороуҙың инициаторы була, унда Мәскәү «КиН» шарап--коньяк заводы һәм «Альянс-1892» шарап-коньяк заводы инә[11].

2015 йылдың 1 сентябрендә ФГУП « Кизляр коньяк заводы» акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелә[12].

«Золотая пальма» (Франция)
«Кизляр» коньягы,
2018 йыл
  • Григорьянц Саркис Григорьевич (1950)[13]
  • Григорьянц Владимир Саркисович (1991—2008)[13]
  • Дружинин Евгений Анатольевич (2008 йыл)[5]
  1. 1,0 1,1 1,2 https://www.audit-it.ru/buh_otchet/0547011052_ao-kizlyarskiy-konyachnyy-zavod
  2. https://prodji.ru/evgenij-druzhinin-nasha-filosofiya-predelno-prosta-rabotat-luchshe-konkurentov/
  3. Васильев Д.С. Очерки истории Низовий Терека. — Махачкала: Дагестанское книжное издательство, 1986. — С. 141. — 248 с.
  4. Лысенко Ю.М. Из истории промышленных предприятий Кизляра // Наука и молодежь: сборник статей. — Махачкала, 2001.
  5. 5,0 5,1 Тинчуев Саид Сокровища кизлярских коньяков // Пъеътровские ведомости. — 2013. — № 23. — С. 6—8.
  6. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  7. Хайруллин Марат. Уголовные парадоксы Рамазана Абдулатипова. Наша версия (21 апрель 2014). Дата обращения: 11 октябрь 2018.
  8. Кизлярский коньяк: традиционный вкус и верность качеству. Комсомольская правда (21 сентябрь 2009). Дата обращения: 11 октябрь 2018.
  9. Кизлярский коньячный завод в Дагестане передан в федеральную собственность. Кавказский узел (30 август 2014). Дата обращения: 11 октябрь 2018.
  10. Каниев Рустам. Кизлярский коньячный завод стал федеральной собственностью. РИА «Дагестан» (1 сентябрь 2014). Дата обращения: 11 октябрь 2018.
  11. Российские производители коньяка объединились в союз. Интерфакс (9 июнь 2015). Дата обращения: 11 октябрь 2018.
  12. Росалкогольрегулирование предлагает акционировать Кизлярский коньячный завод в 2015 году. ТАСС (18 май 2015). Дата обращения: 11 октябрь 2018.
  13. 13,0 13,1 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  • Суровикин П.Н. Кизлярский коньячный завод. — Махачкала, 1972.