Килдебәкова Тәнзилә Әсхәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Килдебәкова Тәнзилә Әсхәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  РСФСР
Тыуған көнө 15 март 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 март 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө лингвист, преподаватель лингвистики
Ғилми дәрәжә фән докторы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Килдебәкова Тәнзилә Әсхәт ҡыҙы (15 март 1939 йыл — 2 март 2015 йыл), тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003).

Биографияһынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәнзилә Әсхәт ҡыҙы Килдебәкова 1939 йылдың 15 мартында Өфө ҡалаһында тыуған.

1961 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм шунда уҡ эшләй башлай.

19651967 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтында эшләй.

19771978 йылдарҙа Монголияла Улан-Батор университетында уҡыта.

19901995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының дөйөм һәм сағыштырма‑тарихи тел ғилеме кафедра мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: функциональ лингвистика, когнитив лингвистика, лексикография, контрастив лингвистика. Ул функциональ грамматика, тел функциялары һәм номинация типологияһы мәсьәләләрен өйрәнгән; донъя тел картинаһын сағылдырған мөхиттәрҙең функциональ‑семантик теорияһы һәм когнитив һүҙлектә урыҫ теле, башҡорт теле, инглиз теле, француз теле миҫалдары нигеҙендә тел материалын йыйыу һәм биреү принциптарын эшләгән.

«Урыҫ теленең функциональ‑когнитив идеографик һүҙлеге» («Функционально-когнитивный идеографический словарь русского языка», 2 бүлектә, 2007), «Урыҫ теленең функциональ‑когнитив һүҙлеге (Донъя тел картинаһы)» [«Функционально‑когнитивный словарь русского языка (Языковая картина мира)», 2011—13] проектының авторы һәм төп төҙөүсеһе (Г. В.Ғафарова менән берлектә).

Утыҙҙан ашыу ике телле (урыҫса‑башҡортса, урыҫса‑инглизсә, урыҫса‑французса) когнитив һүҙлектәр авторы.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Когнитивные аспекты лексической системы языка. Уфа, 1998 (авторҙ.).
  • Теоретические основы и принципы составления функционально-когнитивного словаря. Уфа, 2003 (авторҙ.).
  • Функциональный аспект словообразования русского языка. СПб., 2007 (авторҙ.).
  • 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән вуздар өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999).
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003).

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Килдебәкова Тәнзилә Әсхәт ҡыҙы [1] 2016 йыл 22 апрель архивланған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БДУ-ның Почетлы профессорҙары һәм докторҙары [3] 2019 йыл 16 март архивланған.