Эстәлеккә күсергә

Килкабыҙ ауыл Советы (Баҡалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Килкабыҙ ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Килкабыҙ
Административ-территориаль берәмек Баҡалы районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Килкабыҙ ауыл Советы —Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы составындағы административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлгән. Почта индексы — 452654. ОКАТО коды — 80207829000. Иҫке Ҡорос ауыл биләмәһе менән берләштерелә. Ауыл Советының составы: Килкабыҙ, Ҡорос-Ҡаран ауылдары. 1988—2005 йылдарҙа «Тораҡ пункттарын булдырыу, берләштереү һәм бөтөрөү, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законына (2005 йылдың 20 июле 211-з һанлы) ярашлы бөтөрөлгән Яңы Күс ҡасабаһы инә.

1988 йылда Иҫке Ҡорос ауыл Советынан бүлеп алып ойошторола.[1].

1988 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1988 йылдың 20 майындағы 6-2/167-се һанлы «Баҡалы районында Килкабыҙ ауыл Советын ойоштороу тураһындағы» Указына) ярашлы ойошторола. Указға ярашлы,

1. Баҡалы районында Килкабыҙ ауыл Советын ойошторорға, административ үҙәген Килкабыҙ ауылында урынлаштырырға.

2. Килкабыҙ ауыл Советы составына түбәндәге тораҡ пункттарын индерергә: Килкабыҙ, Ҡорос-Ҡаран ауылдарын, Яңы Күс ҡасабаһын. Был тораҡ пункттарын Иҫке Ҡорос ауыл Советы составынан сығарырға.

3. Килкабыҙ ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

2008 йылда бөтөрөлә.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1, п. 6). Баҡалы районы буйынса е) түбәндәге юлдар бар[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:


«Иҫке Ҡорос» атамаһын һаҡлап, Иҫке Ҡорос, Гусев һәм Килкабыҙ ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Иҫке Ҡорос ауылында урынлаштырырға. Гусев ауыл Советының Иҫке Гусев, Балсыҡлы, Мунсайылға, Яңы Гусев, Яңы Останков ауылдарын, Килкабыҙ ауыл Советының Килкабыҙ, Ҡорос-Ҡаран ауылдарын Иҫке Ҡорос ауыл Советы составына индерергә.
Иҫке Ҡорос ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.


Гусев һәм Килкабыҙ ауыл Советтарын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға

2008 йылға түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Иҫке Ҡуян ауыл Советы, Яңы Ҡатай ауыл Советы, Иҫке Ҡорос ауыл Советы, Михайловка ауыл Советы («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы (ред. 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»)[3].