Ким Нелли Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ким Нелли Владимировна
рус. Нелли Владимировна Ким
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
Тыуған көнө 29 июль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Шураб[d], Тажик Совет Социалистик Республикаһы[d]
Һөнәр төрө спорт гимнасы
Уҡыу йорто Ҡаҙағстан спорт һәм туризм академияһы
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]
Спорт төрө спорт гимнастикаһы[d]
Ҡатнашыусы gymnastics at the 1976 Summer Olympics – women's artistic individual all-around[d], gymnastics at the 1976 Summer Olympics – women's floor[d], Спортивная гимнастика на летних Олимпийских играх 1980 — вольные упражнения[d] һәм gymnastics at the 1976 Summer Olympics – women's vault[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены заслуженный мастер спорта СССР
Бейеклеге/буйы 152 сантиметр
Рәсми сайт nelliekim.net
 Ким Нелли Владимировна Викимилектә

Нелли Ким Владимировна (29 июль 1957(19570729), Шураб, Тажик ССР-ы) — СССР гимнасткаһы, биш тапҡыр олимпиада уйындары чемпионы, биш тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр СССР чемпионы һәм күп тапҡыр Европа чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1976). Халыҡ-ара гимнастика федерацияһының ҡатын-ҡыҙҙар техник комитеты президенты.

Биографияһы һәм спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нелли Владимировна Ким 1957 йылдың 29 июлендә Шурабта тыуған (Тажик ССР-ы)[1]. Атаһы Владимир Ким — Сахалин корейы, ә әсәһе Әлфиә Сафина — татар. Нелли тыуғандан һуң ғаилә Ҡаҙағстандың көньяғына, Шымкентҡа күсенә, унда ата-әсәһе әле лә йәшәй[2][3]. Чимкентта Нелли 10 йәшенән балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер Владимир Байденда шөғөлләнә башлай, бер аҙҙан үҙен Ҡаҙағстанда һәм тиҙҙән бөтә союзда, һуңғараҡ донъя аренаһында иң көслө гимнаст итеп күрһәтә.

Ким 1970 йылдар дауамында донъяның иң яҡшы гимнасы була, шул уҡ ваҡытта ул бындай ярыштарҙа Надя Команечи, Людмила Турищева һәм Ольга Корбут кеүек лайыҡлы гимнастика йондоҙҙары менән көнәркәшлек итә. 1975 йылда ирекле күнегеүҙәрҙә Европа чемпионы һәм Ольга Корбут менән бергә СССР халыҡтары спартакиадаһында абсолют чемпион була. Ә өс йылдан һуң Монреалда олимпия чемпионы була (1976).

Нелли Ким Мәскәүҙә Олимпия уйындарында (1980) ирекле күнегеүҙәр менән сығыш яһай.

1977 йылдың декабрендә белорус гимнасы Владимир Ачасовҡа күсеп кейәүгә сыға һәм Минск ҡалаһына күсеп килә. Уның тренеры Николай Милигулонан күнекмәләр ала һәм Белорус ССР-ы өсөн сығыш яһай башлай[2]. 1979 йылда донъяның абсолют чемпионы була, ә 1980 йылда Мәскәү олимпиада Олимпия чемпионы була.

Ким — Олимпия уйындары тарихында ирекле күнегеүҙәр һәм терәк һикереү өсөн 10 максималь балл баһа алыусы беренсе гимнаст.

1980 йылда карьераһы тамамланыу менән Нелли Ким спорт гимнастикаһы буйынса оҙаҡ ваҡыт төрлө милли йыйылма командаларға күнекмә бирә (Корея Республикаһы, Италия, Белоруссия), эре халыҡ-ара арбитр һәм һәм бөтә ҙур ярыштарҙа — Олимпия уйындарында, донъя һәм Европа чемпионатында баһалаусы була.

1996 йылдан —Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы ағзаһы[1]. 2004 йылдың октябрендә Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы конгресында Нелли Ким Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы ҡатын-ҡыҙҙар техник комитетның президенты итеп һайлана һәм спорт гимнастикаһында баһалауҙың яңы система индереү инициаторҙарының береһе була.

Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976, 1980) менән бүләкләнгән[1]. Беларусь Республикаһының атҡаҙанған тренеры[4].

Нелли Ким 1999 йылда Американың Оклахома-Сити ҡалаһында урынлашҡан гимнастиканың Халыҡ-ара Дан залына индерелә.

Икенсе ире менән айырылышҡандан һуң, совет велоуҙышсыһы Валерий Мовчанға кейәүгә сыға, АҠШ-та Миннеаполиста йәшәй. Ҡыҙы, шулай уҡ Нелли, Чикаго университетын тамамлаған.

Билдәле Канада-Португалия йырсыһы Нелли Фуртадо Ким (1978) Нелли Ким хөрмәтенә аталған. Монералдә 1976 йылғы Олимпиадала Кимдың сығышы уның ата-әсәһенә көслө йоғонто яһай, һәм улар ҡыҙҙарын Нелли тип атарға ҡарар итә[5][6]

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алматыла Ҡаҙаҡ дәүләт физик культура институтын тамамлай (1978).

2010 йылдан ситтән П. Ф. Ле́сгафт исемендәге милли дәүләт физик культура, спорт һәм сәләмәтлек университетының аспирантураһына инә (гимнастика теорияһы һәм методикаһы). 2011 йылда педагогия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Подготовка высококвалифицированных судей по спортивной гимнастике» диссертация яҡлай[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Список многократных чемпионов Олимпийских игр

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Ким, Нелли Владимировна // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
  2. 2,0 2,1 Сергей Райлян. Интервью в апреле 2008 года. Архивировано 26 май 2017 года. 2017 йыл 26 май архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Интервью» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  3. Пятикратная олимпийская Нелли Ким приехала в родной Шымкент. Архивировано 26 май 2017 года.
  4. Москаленко Г. Мечты и будни Нелли Ким // 7 дней : газета. — 2005. — № 45. — С. 27.
  5. 60 Seconds: Nelly Furtado.metro.co.uk.Архивировано 20 мая 2017 года.
  6. Nelly Furtado named after Nellie Kim (англ.). gymnasticscoaching.com (November 29th, 2006). Дата обращения: 15 февраля 2014.
  7. Подготовка высококвалифицированных судей по спортивной гимнастике

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]