Кинематограф тарихы
Кинематограф тарихы | |
Ҡайҙа өйрәнелә | история кино[d] |
---|---|
Кинематограф тарихы Викимилектә |
Кинематограф тарихы 1895 йылдың 28 декабрендә Капуцинкалар бульварындағы «Гран кафе» залдарының береһендә беренсе киносеанс күрһәтелгән мәлдән башлана.
Кинематографҡа тәүге аҙымдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XV—XVII быуаттарҙа «тылсымлы мамонттар батшаһы» — обскур камераһы уйлап табыла (бынан тыш, элегерәк Япония һәм Ҡытайҙа күләгәләр театры барлыҡҡа килә, тар ярыҡ аша һүрәт булдырыу принцибы боронғо замандарҙа уҡ билдәле була). «Обскур камераһы» термины XV быуат аҙағында ҡулланыла башлай, ә тәжрибәләрҙе Леонардо да Винчи үткәрә. Тылсымлы фонарь уңыш килтерә, һүрәттәрҙе вертикаль экранға проекциялау XVII быуатта киң билдәлелек ала. Ябай ғына итеп әйткәндә, ул — эсенә ҙурайтып күрһәтә торған торба һәм яҡтыртҡыс ҡуйылған йәшник. Яҡтыртҡыс артына сағылдырыусы рефлектор урынлаштырыла, торба һәм йәшник араһында ярыҡ ҡалдырыла, уға тушь менән төшөрөлгән һүрәт ҡуйыла. Әммә һүрәт хәрәкәтһеҙ ҡала[1].
Кинематографҡа табан артабанғы аҙымды 1830 йылда Майкл Фарадей һәм уның дуҫы Макс Роджер яһай. Бөтә Европа һүрәтте терелтә торған аппарат уйлап табырға тырыша. Фарадейҙың приборы фенакистископ тип атала. Аппаратҡа эҙмә-эҙлекле рәүештә теҙелгән һүрәттәр ҡуйыла. Элегерәк Жозеф Плато исемле ғалим хәрәкәтте фазаларға тарҡатыу менән шөғөлләнгән була (мәҫәлән, кеше хәрәкәтен). Фарадейҙың ҡулына ошо хеҙмәттәр эләгеү менән фенакистископ эшләүҙе тамамлау өсөн бик аҙ ғына ваҡыт талап ителә. Һөҙөмтәлә һүрәттең бер нисә секунд эсендә хәрәкәт итеүен булдырыу мөмкинлеге тыуа (әммә ул йән эйәһе һүрәте түгел).
1877 йылда хронофотография уйлап табылыу менән өсөнсө аҙым яһала. Яҡтылыҡҡа ярайһы уҡ юғары һиҙгерлекле, әммә фотоматериалды тик төшөрөр алдынан ғына әҙерләүҙе талап иткән еүеш коллоид процесын уйлап табыусы Луи Дагер һәм Жозе Ньепстың эштәре ошо аҙымды яһау мөмкинлеген бирә. Юғары һиҙгерлек экспозиция ваҡытын кәметә, ә унһыҙ етеҙ хәрәкәтте төшөрөргә мөмкин булмаҫ ине.
1878 йылда Калифорния губернаторы Леланд Стэнфорд һәм фотограф Эдвард Мейбридж аттың галоп менән сабыуын фото ярҙамында яҙып барыу буйынса эксперимент үткәрә. Бер мәғлүмәттәр буйынса, Стэнфорд Мейбридж менән «һикертеп сапҡанда ат дүрт аяғын да ерҙән бер юлы күтәрәме, әллә юҡмы», тип бәхәсләшкән, ә икенсе мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Мэйбридж аттар хәрәкәтен анализлау менән шөғөлләнеүсе Стэндфордтың заказын ғына үтәгән. Улар аттар йүгергән юл буйлап яҡтылыҡ үткәрмәүсе махсус будкаларға 12 фотоаппарат урынлаштыра. Будкаларҙа ултырған ассистенттар һыҙғырғыс сигналын ишетеү менән төшөрөү өсөн фотопластинка әҙерләй башлай[2]. Бөтә камералар ҙа әҙер булғас, ат йүгереү юлына сығарыла, ул аҡ стена буйлап фотоаппараттарға ҡаршы саба. Фотоаппараттарҙың затворҙары трекҡа арҡыры бәйләнгән бауҙар ярҙамында тартыла: ат сапҡан саҡта арҡыры бауҙы бер-бер артлы өҙөп бара, шуның менән фотоаппараттарҙы сиратлап эшкә ҡуша [3]. Һөҙөмтәлә һәр фотоаппарат ат хәрәкәтенең айырым фазаларын ат силуэты асыҡ күренгән аҡ стена фонында төшөрә. Хәрәкәтте фазаларға бүлеү буйынса был беренсе ынтылыш була. Артабан Мэйбридж фотоаппараттар һанын 24-кә еткерә, ә килеп сыҡҡан һүрәттәрҙе үҙе уйлап тапҡвн һәм һүрәттең хәрәкәтен тәьмин иткән зоопраксископта ҡуллана.
Хайуан һәм кеше хәрәкәтен фотоға төшөрөү — Мейбридж ҡыҙыҡһынған төп өлкә, ул ошо йүнәлештәге хеҙмәттәре өсөн үҙе өс йыл буйы хеҙмәттәшлек иткән Пенсильвания университетынан субсидия ала. 1887 йылда университет исеме аҫтында баҫылып сыҡҡан ун бер томлыҡ хеҙмәт — «Хайуандар хәрәкәте: хайуандар хәрәкәтенең эҙмә-эҙлекле фазаларын электрофотографик тикшереүҙәр» — Мейбридждың 1872 −1885 йылдарҙағы бөтә фотографик эксперименттарының йөкмәткеһе, китаптарға йөҙ меңдән ашыу фотоһүрәт урынлаштырылған. Фотоһүрәттәргә эт, бесәй һәм ат кеүек йорт хайуандары ғына түгел, Америкалағы мышы, болан, айыу, янут, арыҫлан, юлбарыҫ, маймыл һәм ҡоштар ҙа төшөрөлгән.
1901 йылда Мейбридж «Органик арауыҡ киңлегендә кеше һыны» тигән китап баҫтырып сығара. Ямайкаға ҡайта һәм башҡа фотоһүрәттәр менән шөғөлләнмәй. Ул 1904 йылда тыуған ҡалаһы Кингстонда үлеп ҡала.
Артабанғы үҫеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуаттың икенсе яртыһында фотоһүрәттәр бик популяр булып китә, кешеләр йорттарында дуҫтарының һәм туғандарының фотоһүрәттәре һаҡланған фотоальбомдар булдыра. Был осорҙа «тере» фотоһүрәт эшләүгә бик күп патенттар теркәлә.
1876 йылда француз профессоры Этьен Маре «фотоһүрәт ҡоралын» уйлап таба. Һигеҙ мөйөшлө әйләнеп торған фотопластинкаға секундына 10 кадр тиҙлеге менән хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың хәрәкәт фазалары төшөрөлә[4]. Артабан уйлап табыусы уңышлыраҡ «хронофотографик камера» тип аталған һәм төргәкле, яҡтылыҡҡа һиҙгер фотоҡағыҙҙы файҙаланған яйланма булдыра. Маре, был яйланманы яңыса ҡороп, тишкеләнмәгән кинотаҫманы ҡуллана алған хронофотографик камера килтереп сығара.
1876 йылда Парижда кадрҙарҙы бер-бер артлы күрһәткән кинематограф барлыҡҡа килә. Эмиль Реноның оптик театрҙы уйлап табыуы ошондай уңышҡа килтерә. Ул — «үтә ҙур масштабтағы» тылсымлы фонарь: һүрәттәр төшөрөлгән таҫма ошо фонарь аша үтә. Ҙур экранда эҙмә-эҙлекле рәүештә кадрҙар театры күрһәтелә: сюжетына ҡарап, 80, 90 йәки 100 һүрәт экранда сағылып үтә. Махсус саҡырылған актёр экранда пәйҙә булған күренеш тураһында һөйләп тора. «Фильм» бер нисә секундҡа һуҙылған роликтарҙан тора: был технологияның етешһеҙлеге — оҙайлыраҡ роликты эшләп булмауҙа. Бындай кинематограф уңышлы эшләгән осорҙа Парижда 12 ошондай театр була.
Шундай фильмдан бер миҫал: китап уҡып ултырған ҡыҙ янына егет килә, һөйләшә башлайҙар. Бер аҙҙан егет ҡыҙҙы ҡултыҡлап ала һәм төшкә ашҡа йүнәлә. Бер нисә тапҡыр осрашҡандан һуң — туй. Алтарь алдындағы күренеш. Артабан уларҙы пароходҡа ултыртып, Африкаға туй сәйәхәтенә оҙаталар. Ҡыҫҡаса ғына уларҙың сәйәхәте күрһәтелә. Йәштәр сәйәхәттән ҡайта, ата-әсәләре ҡаршылай. Экранда аҡ кадр пәйҙә була. Ә ҡыҙ һаман эскәмйәлә ултыра, ҡулында китап — былар уның төшөнә генә ингән икән.
1870 йылда американлы Джоном Хайат целлулоид уйлап таба, аҙағыраҡ ул һығылмалы таҫма эшләү өсөн ҡулланыла. 7 йылдан һуң урыҫ фотографы Иван Болдырев фототаҫмаға уны ҡатлап ҡуйыуҙы тәҡдим итә[5]. «Ҡоро» фотопластиналарҙы фотоэмульция менән ҡаплатыуҙың сәнәғәттә ҡулланырлыҡ файҙалы ысулын эшкәрткән уйлап табыусы американлы Джордж Истмэн 1889 йылда целлулоид нигеҙендә үтә күренмәле фототаҫманы һатыуға сығара. Шунан һуң эффектлы һәм сыҙамлы фототаҫма булдырыу мөмкин була.
Кинематограф тыуырға йыйына
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Хәрәкәт итеүсе һүрәттәрҙе» булдырыу юлдарын эҙләгән уйлап табыусылар араһында ғәҙәттән тыш һәләткә эйә булған дүрт кеше кинематографты булдырыуға иң ныҡ яҡынлағаны була. Улар — Томас Эдисон, ағалы-энеле Люмьерҙар һәм Иосиф Тимченко.
1894 йылда Томас Эдисон кинематограф буйынса эшкәрмәләрен Уильям Диксонға тапшыра. Эдисон етәкселегендә Диксон «кинетоскоп» тип аталған аппарат уйлап таба. Был аппараттың үҙенсәлеге шунда: ул күрһәткән «хәрәкәт итеүсе һүрәттәрҙе» тик бер генә кеше ҡарай ала. Бынан тыш кинетоскоп кадрҙарҙы алмашлап күрһәтмәй, бик тиҙ алмашыныу сәбәпле, тамашасыға һүрәттәр тоноҡ, юйылған кеүек күренә. Кинетоскоп нигеҙендә донъяла иң тәүге кино селтәре барлыҡҡа килә, ул бер йылда 150 мең доллар табыш килтерә. Кинетограф һәм кинетоскоп өсөн ҡулланылған 35-мм кинотаҫма беҙҙең заманға тиклем әллә ни үҙгәрештәрһеҙ килеп етә. Кадрҙарҙың 1,33:1 нисбәте тауышлы кино барлыҡҡа килгәнгә тиклем стандарт булып ҡала.
1893 йылда Рәсәй инженеры Иосиф Тимченко фильм ҡарау өсөн проектор уйлап таба[6]. Ул Балтик заводында баш инженер урынбаҫары булып эшләй. «Тере һүрәттәр» эшкәртмәләре тураһында уҡығас, ул уйлап табыу процесына ҡушыла (уның эшкәртмәләре беҙгә Карен Шахназаров материалдары буйынса таныш). 1893 йылда Тимченко ошо мәсьәләне өйрәнеү менән шөғөлләнә башлай. Ул әйләнеп тороусы фотопластинкаға төшөрөүсе камераны, шулай уҡ проекторҙы уйлап таба һәм үҙенең ғаиләһе, балалары тураһында ярты тиҫтә сюжет төшөрөп ҡарай. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул үҙенең аппаратын Рәсәй ғилми йәмғиәтенә күрһәтә. Уның хеҙмәте юғары баһалана, әммә ошо йүнәлештәге эшен артабан үҫтереү һәм тикшереү өсөн аҡса бүленмәй; артабан ул завод хужаһы Путилов, банкир Дмитрий Рубинштейн, магазин хужалары Елисеев, Филлипов һәм башҡалар ингән эшҡыуарҙар йәмғиәтенә ярҙам һорап мөрөжөғөт итә. Әммә унда ла тәҡдиме хуплау тапмай. Бының менән Тимченко туҡтап ҡалмай, ул Савва Иванович Мамонтовҡа мөрәжәғәт итә. 1894 йыл башында, яҙ көнө Мәскәүгә килә һәм үҙе уйлап тапҡан ҡоролма тураһында Мамонтовҡа һөйләй, уныһы: «Һинең ҡоролмаңдың киләсәге ҙур, ләкин минең аҡсам юҡ» — тип яуап бирә[7].
Бер йыл үткәс, ағалы-энеле Люмьерҙар кино күрһәтеүҙә үҙ технологияһын ҡуллана — һәм сәнғәт жанры булған кинематографияға нигеҙ һалыусы булараҡ тарихҡа инеп ҡала. Ағалы-ҡустылы Люмьер һүрәттәрҙе фотофиксациялау технологиялары буйынса белгес була, ә 1895 йылда «синематограф» киноаппаратын уйлап таба һәм бер нисә ролик та эшләп өлгөрә. 1895 йылда был аппаратты ҡулланып, кәм тигәндә биш тапҡыр кино күрһәтеүҙәре билдәле: 22 мартта Парижда Ватан сәнәғәтен үҫтереү йәмғиәтендә; 11 июндә Лионда фотографтар съезында; 11 июлдә Парижда техник күргәҙмәлә; 10 ноябрҙә Брюсселдә фотографтарҙың Бельгия ассоциацияһында һәм 16 ноябрҙә Сорбонна амфитеатрында. Әммә был киноны теләгән һәр кем ҡарай алмай, уға, нигеҙҙә, белгестәр генә инә. 1895 йылдың 28 декабрендә Парижда Капуцинок бульварындағы «Гранд-кафеның Һинд салонында» теләгән һәр кеше өсөн түләүле киносеанс үткәрелә. Капуцинок бульварында 1895 йылдың яҙында төшөрөлгән 45-50 секунд дауамындағы бер нисә ролик күрһәтелә. Улар араһында «Һыуға ҡойонған һыу һиптереүсе» комик сюжет була, әммә киң билдәле булған «Ла-Сьот вокзалына поезд килеүе» таҫмаһы күрһәтелмәй, уны тик 1896 йылда ҡарай алалар. Төрлө имеш-мимештәргә ҡарамаҫтан, үҙҙәренә табан туп-тура поезд килеүен күрһәләр ҙә тамашасыларҙың береһе лә урынын ташлап китергә ашыҡмай.
Люмьер эштәренең әһәмиәте шунда: уларҙың технологияһы киноны махсус биналарҙа ғына түгел, ә теләгән бер урында (шул иҫәптән урамда ла) төшөрөү мөмкинлеген бирә, фильмды тамашасыға тиҙ арала күрһәтеүгә әҙерләй һәм уны бер генә кешегә түгел, ә тотош зал ҡарай ала.
Тауышһыҙ кино һәм кинотеатрҙар селтәрен булдырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағалы-ҡустылы Люмьерҙар бизнестарын киноаппараттар һатыуға түгел, ә кинотеатрҙар селтәрен булдырыуға йүнәлтергә ҡарар итә. Люмьерҙар франшиза бирә, һәм уларҙың партнерҙары кино күрһәтеүҙәр ойоштора, киномеханиктарға эш хаҡы һәм киноаппараттары өсөн ҡуртым хаҡын түләй, киноматериалдар һатып ала (өс йыл эсендә Люмьерҙар бер минут дауамындағы әллә нисә йөҙ таҫма төшөрә). Башта бизнес уңышлы бара (бөтә донъя буйынса кино селтәрҙәре булдырыла), әммә кинотеатрҙар һаны тиҙ арала артыу сәбәпле, улар бер нисә йылдан ҡаты конкуренцияға тап була. 1898 йылда Люмьерҙар кино күрһәтеү эшмәкәрлеген туҡтатырға һәм фототехнологияны (шул иҫәптән төҫлө фото булдырыуҙы ла) камиллаштырыуға кире әйләнеп ҡайтырға ҡарар итә.
Вудвил Латамдың уйлап табыуы фильмдарҙың ваҡытын оҙайтыуға булышлыҡ итә, ул 1897 йылда оҙонлоғо ҙур булған таҫма файҙаланыу мөмкинлеген биреүсе механизм (Латам элмәген) уйлап таба. Элек тарттырыусы механизмда таҫма өҙөлмәһен өсөн уның оҙонлоғо 15 метрҙан артмай; ә ул киноны бер минут ҡына күрһәтеүгә етә.
Тәүге осор кинематографын үҫтереүгә француз Жорж Мельес һәм американ Дэвид Гриффит тос өлөш индерә. Мельес беренсе киностудияға (айырым предприятие кеүек) нигеҙ һала, унда махсус эффекттар булдырыу технологияһын уйлап таба, тәүге фантастик фильм һәм тәүге ужастар фильмын төшөрә. Гриффит «эре план» концепциянын эшкәртә һәм, кадр-план-күренеш-эпизод классик схемаһын булдырып, «голливуд режиссураһына» нигеҙ һала.
Беренсе донъя һуғышына тиклем Европала Париждың «Ағалы-ҡустылы Патэлар» киностудияһы өҫтөнлөк менән файҙалана, ә АҠШ-та тәүге мәлдә Нью-Йорк киноиндустрия үҙәге була. Әммә 1910-сы йылдарҙа студияларҙың күбеһе Лос-Анджелес ҡалаһы ситендә урынлашҡан һәм фильм төшөрөү өсөн тәбиғи шарттары яҡшы булған Голливудҡа күсенә (яҡтылыҡ күберәк һәм яуым-төшөм дә һирәгерәк). 1920 йылдар башында кино етештереүҙе контролдә тотҡан 8 эре киностудия урынлаша унда. Уларҙың бишәүһе — Fox, Loew-MGM, Paramount, RCA һәм Warner Brothers — үҙ кинотеатрҙар селтәрен тота, һәм тағы өсәүһенең — Universal Pictures, Columbia Pictures һәм United Artistsтарҙың — үҙ селтәрҙәре булмай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ю.Аммосов. «Огюст и Луи Люмьеры: на площадке первого кинофильма». Slon.ru, 28 ноября 2015.
- ↑ Изобретение аппаратуры. Выдержки из книги «Изобретение киноискусства» . «Кинодороги». Дата обращения: 29 март 2015.
- ↑ Всеобщая история кино, 1958, с. 6868
- ↑ Всеобщая история кино, 1958, с. 7777
- ↑ Техника кино и телевидения, 1975, с. 6565
- ↑ Иосиф Андреевич Тимченко 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
- ↑ Снова не получилось(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жорж Садуль. Всеобщая история кино / В. А. Рязанова. — М.,: «Искусство», 1958. — Т. 1. — 611 с.
- К 80-летию изобретения кинематографа (рус.) // «Техника кино и телевидения» : журнал. — 1975. — № 12. — С. 64—67. — ISSN 0040-2249.
- Даровский В. П. «История российского кинематографа. Курс Лекций»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- арих Фото: фото һәм хәрәкәт 2017 йыл 30 октябрь архивланған. (рус.)(рус.)