Кинйәбулатова Кәтибә Кәрим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кәтибә Кинйәбулатова
Katiba-2.jpg
Исеме:

Кинйәбулатова Кәтибә Кәрим ҡыҙы

Тыуған көнө:

15 сентябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡортостан АССР-ы, Арғаяш кантоны, Мәүлит ауылы

Вафат булған көнө:

17 июнь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (91 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

шағир, яҙыусы

Ижад йылдары:

1954—2012

Жанр:

поэзия, проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт теле

Премиялары:
«Почёт Билдәһе» ордены

Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова (15 сентябрь 192017 июнь 2012) — башҡорт балалар шағиры, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты (1989).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдың 15 сентябрендә Башҡортостан АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Мәүлит ауылында тыуған. Үҙҙәрендәге башланғыс һәм Мөхәммәтҡолой ете йыллыҡ мәктәптәрендә белем ала.

1935 йылда Өфө педагогия рабфагында уҡый.

1939—1940 йылдарҙа Өфө педагогия институтында уҡый.

1941—1953 йылдарҙа Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мөхәммәтҡолой урта мәктәбендә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, һуңынан уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй.

1953 йылдан Өфөгә килеп «Әҙәби Башҡортостан» («Ағиҙел») редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып урынлаша.

1962 йылда СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағандыға Юғары әҙәбиәт курсын тамамлап ҡайтҡас, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

2012 йылдың 17 июнендә вафат була.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1939-40 йылдарҙа беренсе шиғырҙары донъя күргән. 1954 йылда балалар өсөн яҙылған тәүге китабы нәшер ителә.

Ижадының башланғыс осоронда күберәк балалар яҙыусыһы булараҡ танылыу таба. Артабан уның ижади мөмкинлектәре киңәйә һәм ул төрлө жанрҙарҙа ла ижад итә башлай. Уның әҫәрҙәре рус уҡыусыларына ла таныш һәм бик күп башҡа халыҡтар теленә тәржемә ителгән.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тәүге сәскәләр: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1954. — 32 бит.
  • Алтын тояҡ-аҡ кәзә. — Өфө, 1955.
  • Йәшел япраҡтар. — 1958
  • Әнисә. — 1960.
  • Һүнмәҫ мөхәббәт. — 1962.
  • Атай тауышы. — 1964.
  • Минуттар. — 1965.
  • Бөркөт. — 1966.
  • Йондоҙҙар бейей. — 1969.
  • Айгүзәлдең алтын асҡысы. — 1970.
  • Партизан ейеәнсәре. — 1974.
  • Һүҙ тереләргә. — 1971.
  • Лирика. — 1975.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980)
  • Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты (1989)
  • Силәбе өлкәһе Арғаяш районының почётлы гражданы (1990)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1991)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар