Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-cы башҡорт гимназияһы
Башкирская гимназия-интернат №9 им. Кинзи Арсланова в г. Мелеуз.jpg
Нигеҙләнгән

28 февраль 1996

Директор

Рафиҡова Ләлә Хәниф ҡыҙы

Тип

дөйөм урта белем биреү учреждениеһы

Уҡыусылар

646 (2016/17)

Адрес

Рәсәй флагы Башҡортостан Flag of Meleuz rayon (Bashkortostan).png Мәләүез, Кострома ур., 35

Телефон

8 (347) 645-16-99

Эл. почта
Сайт

http://bash-gimka9.ru

Телдәр

Башҡорт, рус һәм инглиз

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы — Башҡортостандың Мәләүез ҡалаһындағы дөйөм белем биреү мәктәбе. 1997 йылдың 28 февралендә рәсми рәүештә асыла.

2008 йылдан гимназия башҡорт старшинаһы Кинйә Арыҫланов исемен йөрөтә[1].

Әлеге ваҡытта Мәләүез ҡалаһының Кострома урамындағы 35-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гимназияның эмблемаһы

Мәләүез ҡалаһында башҡорт гимназияһын төҙөү тураһында ҡарар 1993 йылда ҡабул ителә. 1994 йылдың 15 октябрендә уҡыу йортоноң нигеҙенә тәүге таш һалына, ә 1996 йылдың 1 сентябрендә ул 6-сы лицей базаһында эшләй башлай[2]. Был башҡорт гимназияһы тантаналы рәүештә 1997 йылдың 28 февралендә асыла[1]. Тәүге директоры итеп Малабаева Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы була. Гимназия 2004 йылда «Рәсәй иң яҡшы мәктәптәре» бөтә Рәсәй конкурсының региональ этабында «Мәктәптәрҙең мәктәбе» номинацияһында икенсе урынды, ә киләһе йылда беренсе урында яулай. 2005 йылда Мәләүез районының иң яҡшы мәктәбе тип таныла. 2007 йылда гимназия эргәһендә 120 уҡыусы өсөн интернат асыла. Асыу тантанаһында Башҡортостандың шул ваҡытта президенты Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы ҡатнаша. Интернатты төҙөү эштәренең дөйөм хаҡы — 36 миллион һум[3]. 2008 йылда гимназияға Кинйә Арыҫланов исеме бирелә. 2014 йылда «Иң яҡшы белем биреү сайты — 2014» республика конкурсында «Мәктәп сайты» номинацияһында бүләккә лайыҡ була.

2015 йылда гимназияла 18 йыл директор булып эшләгәндән һуң Тәнзилә Малабаева вазифаһын гимназияла уҡып сыҡҡан Ғәлиуллин Рөстәм Мөхәррәм улына тапшыра. Әммә ул бер йыл ғына эшләй. 2016 йылда гимназияның яңы директоры итеп Рафиҡова Ләлә Хәниф ҡыҙы ҡуйыла[4]. Ә шул уҡ йылдың октябрендә ул «Башҡортостан республикаһы мәғәрифы отличнигы» билдәһенә лайыҡ була. 2017 йылда гимназия үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын үткәрә һәм 20-се сығарылыш класын сығара.

Гимназияла йыл һайын үткәрелгән саралар ҙа бар. Мәҫьәлән, гимназия тыуған көнө, турслет, көҙ балы, строй, йыр һәм речевка конкурсы, «Һылыуҡай» менән «Әйҙәгеҙ, егеттәр» бәйгеләре һәм Шәжәрә байрамдары[5].

Характеристикалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гимназияла 30-ҙан артыҡ уҡыу кабинеттары, ике спорт залы, 200 кеше өсөн ашхана бар. Информатика кабинеты 15 компьеютер һәм интерактив таҡта менән йыһазландырылған[6]. Гимназия ерендә хоккей, футбол, баскетбол һәм волейбол менән шөғөлләнер өсөн майҙансыҡтар бар. Интернатта 120 уҡыусы өсөн икешәр йәшәр өсөн бөтә уңайлыҡтар менән 60 бүлмә, тренажер залдары һәм атыу өсөн тир бар.

Директорҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Малабаева Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы (1997—2015)
  • Ғәлиуллин Рөстәм Мөхәррәм улы (2015—2016)
  • Рафиҡова Ләлә Хәниф ҡыҙы (2016—ә.в.)

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре» бөтә Рәсәй конкурсының региональ этабында «Мәктәптәр мәктәбе» номинацияһында беренсе урын — 2004/05.
  • Мәләүез ҡалаһы һәм районының иң яң яҡшы мәктәбе тип таныла — 2005.
  • «Мәғариф» приоритет милли проекты сиктәрендә РФ Президентының 1 млн. һумға премияһын яулай — 2006.
  • Уҡыу йортон яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса беренсе урын — 2008, 2010, 2011.
  • Мәктәп тирә-яғындағы ерҙе матурлау буйынса беренсе урын — 2009.
  • «Мәктәптә ашатыуҙы иң яҡшы ойоштороу» конкурсының муниципаль турында беренсе урын — 2009.
  • Уҡыу йортон яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса икенсе урын — 2013.
  • Уҡыусылар араһында еңел атлетика буйынса район беренселегендә беренсе урын — 2014.
  • «Иң яҡшы белем биреү сайты — 2014» республика конкурсында «Мәктәп сайты» номинацияһында бүләккә лайыҡ була — 2014.

Билдәле уҡыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]