Эстәлеккә күсергә

Кипрҙа транспорт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кипрҙа транспорт
Рәсем
Дәүләт  Кипр Республикаһы
 Кипрҙа транспорт Викимилектә

Кипрҙа транспортына автомобиль, һыу һәм һауа транспорты ҡарай. Әлеге ваҡытта утрауҙа тимер юлдар юҡ: һуңғы тимер юл 1952 йылда һүтелә.

Автомобиль транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Лимасолда Агиос-Атане һәм Меса-Гитония юл сиселештәренең төнгө күренеше

2011 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Кипрҙа автомобиль юлдарының дөйөм оҙонлоғо 20 006 км тәшкил итә, шуларҙың 13 006 км — дәүләт, 7 000 км юл өлөшләтә танылған Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы контроле аҫтында. Юлдар — 8 564 км, тупраҡ юлдар 4 442 км. 2 277 км күп һыҙатлы автомагистралдәр тәшкил итә[1]. Британия хакимлығы эҙемтәһе булараҡ, Кипр Европа берлегенең һул яҡлы хәрәкәтле дүрт иленең береһе булып тора.

Автомагистралдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Никосияла Соломос майҙанындағы автовокзал

Йәмәғәт автобустары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылда Европа берлегенең үҫеш банкы финанс ярҙамы менән Кипрҙың бөтә территорияһында автобус бәйләнешен киңәйтеү һәм инфраструктураны яңыртыу буйынса ҙур масштаблы проект тураһында иғлан ителә. Яңы автобус селтәре 2010 йылда эшләй башлай.

Автобус бәйләнеше системаһы структуралы нумерация ала:

  • 1-ҙән 31-гә тиклем — Лимасолдың ҡала көндөҙгө маршруттары;
  • 40-тан 95А-ға киклем — Лимасолдың ҡала яны көндөҙгө маршруттары;
  • Никосияның 100—259 көнлөк маршруттары;
  • 300 — сө Никосияның төнгө маршруттары;
  • 101, 102, 201, 301 һәм 500-се — Фамагуса/Айиа — Напа районының көндөҙгө маршруттары;
  • 400-се — Ларнака районы маршруттары;
  • 600-се — Пафос районы маршруттары;
  • 700-се — Ларнака — Фамагуста/Айиа-Напа маршруттары;
  • N (маршрут префиксы) — Лимасолдың төнгө маршруттары.

Автомобиль транспорты утрауҙа төп транспорт төрө булып тора. Халыҡаара юл федерацияһы мәғлүмәттәре буйынса, 2007 йылда Кипр 1000 кешегә автомобилдәр һаны буйынса (742) беренсе урынды биләй[2].

Кипр портында пассажирҙар паромы

Кипрҙың төп порттары[1]:

  • утрауҙың Греция өлөшөндә:
    • Ларнака;
    • Лимасол;
    • Василикос;
  • утрауҙың Төркиә өлөшөндә:
    • Фамагуста;
    • Кирения.

2010 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Кипр сауҙа флоты күләме буйынса донъяла 13-сө урында тора. Кипр флагы аҫтында 838 судно теркәлгән, шуларҙың 622-һе сит ил дәүләттәренә ҡарай, был хөкүмәттең судно хужаларына уңайлы флаг биреү менән бәйле. Шуларҙан[1]:

  • 278 балкер;
  • 163 ҡоро йөк;
  • 77 химик танкер;
  • 201 контейнер ташыусы;
  • 11 шыйыҡ газ танкеры;
  • 3 пассажир судноһы;
  • 25 йөк пассажир судноһы;
  • 62 нефть ташыусы танкер;
  • 5 судно-һыуытҡыс;
  • 9 ролкер;
  • 4 автомобиль вагоны.

Башҡа илдәрҙә 152 Кипр судноһы теркәлгән[1].

Ларнака аэропорты

2013 йылда Кипрҙа 15 аэропорт, шул иҫәптән бетон япмалы 13 аэропорт, 9 вертолет майҙаны булған[1]. Өс халыҡ-ара аэропорт бар:

Никосия халыҡ-ара аэропорты утрауҙа иң ҙур аэропорт була, әммә 1974 йылда төрөктәр баҫып ингәндән һуң, граждан авиацияһы өсөн ябыла. Әлеге ваҡытта унда Кипрҙа тыныслыҡты һаҡлау буйынса БМО Ҡораллы көстәре контингенты урынлашҡан.

  • Cyprus Airways — 2015 йылда эшләүҙән туҡтаған Кипр Республикаһының милли авиакомпанияһы.
  • Tus Airways.

Тимер юл транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Элекке Фамагуста станцияһында паровоз

Әлеге ваҡытта Кипрҙа тимер юлдар юҡ. 1905 йылдың октябренән 1951 йылдың декабренә тиклем утрауҙа Cyprus Government Railway дәүләт тимер юлы эшләй. Уның оҙонлоғо 122 км һәм 39 туҡталышы була. Тимер юлының киңлеге — 762 мм. Юл Фамагуста, Никосия һәм Морфуны тоташтыра. Юл финанс сәбәптәре арҡаһында ябыла һәм һүтелә. 1974 йылға тиклем файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа ҡулланылған һуңғы участка эшләй[3].

  1. 1 2 3 4 The World Factbook. www.cia.gov. Дата обращения: 9 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 26 декабрь 2018 года.
  2. Ryu, Jin. Korea Ranks 40th in Car Ownership, The Korea Times (14 декабрь 2007).
  3. Davey, Eileen. Northern Cyprus: A Traveller's Guide. I. B. Tauris, 1993. — С. 123. ISBN 978-1-85043-747-5.

Ҡалып:Кипр в темах