Кипр төрөктәре
Кипр төрөктәре | |
Гражданлыҡ |
Кипр Республикаһы Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте |
---|---|
Сығышы | Төркиә |
Дәүләт |
Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте Кипр Республикаһы |
Кипр төрөктәре Викимилектә |
Кипр төрөктәре' (тур. Kıbrıs Türkleri) — Кипрҙа йәшәгән төрөктәр . Был термин, 1974 йылда утрауға баҫып ингән Төркиә иммигранттарын түгел, ә ошонда тыуып үҫкән кипрлы-төрөктәргә ҡарата ҡулланыла. Уларҙың күпселеге утрауҙың өстән бер өлөшөн алып торған төньяҡ өлөшөндә йәшәй. Шулай уҡ Бөйөк Британияла ла кипрлы-төрөктәрҙең ҙур ғына диаспораһы йәшәй.
Килеп сығыштарының тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1571 йылда утрауҙы Ғосман империяһы баҫып алғандан һуң Кипрҙың этник һәм мәҙәни составы ҡырҡа үҙгәрә. Утрауҙың ҡасандыр тулыһынса тип әйтерлек гректарҙан торған халҡына күсенеп килгән төрөктәр ҡушыла, улар утрауға үҙҙәренең динен һәм мәҙәниәтен килтерә. Солтан Сәлим II указы буйынса Кесе Азияның көньяҡ яр буйҙарынан 5720 кеше Кипрға күсенеп килә. Уларҙың күбеһе фермерлыҡ менән шөғөлләнә, әммә араларында һөнәрсе, ювелир, тегенсе, итексе һәм башҡа һөнәр вәкилдәре лә була. Бынан тыш, күп кенә хәрби хеҙмәткәрҙәр Кипрға килеп төпләнә, улар араһында 12 000 һалдат, 4000 һыбайлы, 20 000 хәрби хеҙмәткәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары була.
Мосолмандарға буйһоноу сәбәпле, утрауҙа йәшәгән һәм православие һәм маронит диндәрен тотҡан байтаҡ гректар, артабан утрауҙа йәшәгәндә ауырлыҡтар кисермәҫ өсөн, ислам динен ҡабул итергә мәжбүр була [3101 сығанағы көн күрһәтелмәгән]. Икенсе дингә күсеү мотлаҡ талап ителмәһә лә һәм Кипр мосолмандары православие динен тотҡан гректарға лояль ҡарашта булһа ла, уларҙың күбеһе нәҡ ошо юлды һайлай. Дини конверсия һөҙөмтәһендә утрауҙа христианлыҡ һәм ислам йолалары берләштергән дини секталар барлыҡҡа килә[1].
Артабанғы быуаттарҙа Кипрҙағы ике милли община утрау территорияһында яҡындан аралашып йәшәй, шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһенең үҙ мәҙәниәте һәм йолалары бер-береһенә ҡушылмайынса айырым үҫешә (мәҫәлән, милләт-ара никахтар бик оҙаҡ ваҡыт тыйыла).
Утрауға күсеп килгән төрөк-кипрлыларҙың тәүге ағымы британдар хакимлыҡ иткән осорға (1881 — 1960) тура килә. 1960 йылда Кипр бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң составының 70 проценты гректарҙан һәм, ул мәлдә утрауҙа йәшәүселәрҙең 18 проценты ғына төрөк-кипрлылар булыуына ҡарамаҫтан, 30 проценты төрөк-кипрлыларҙан торған яңы хөкүмәт төҙөргә ҡарар ителә. 1974 йылда Төркиәнең Кипрға хәрби көс ҡулланып баҫып инеүенән һуң ил ике өлөшкә бүленә: төньяғында төрөктәр, ә көньяҡта гректар йәшәй. Илдең көньяғында ҡалған төрөктәр даими рәүештә илдең төньяғына йәки Төркиәгә күсенә, уларҙың ҙур ғына өлөшө Бөйөк Британияла төпләнеүҙе хуп күрә. Төньяҡ Кипрға ҡарата халыҡ-ара эмбаргоның ҡулланылыуы төрөктәрҙең утрауҙан күпләп күсенеүенә сәбәпсе була.
Әлеге ваҡытта төрөк-кипрлылар башлыса Төньяҡ Кипрҙа (179 000)[2][3], аҙырағы Бөйөк Британияла (150 000)[4][5], ҡалғандары Төркиәлә (50 000), Австралияла (25 000)[6][7], Германияла (10 000), Канадала (5000), АҠШ-та (5000)[8] йәшәй. Шул уҡ ваҡытта 2500 тирәһе төрөк Кипрҙың көньяҡ өлөшөндә йәшәүҙе хуп күрә.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Греки-киприоты
- Ниязи Кызылюрек
- Неше Яшин
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ MARI — Maronite Research Institute
- ↑ Kyriacos kousoulides. CIA Factbook . Дата обращения: 18 ноябрь 2009. Архивировано 2 июнь 2010 года. 2010 йыл 2 июнь архивланған.
- ↑ Association of Turkish Cypriots Abroad. ATCA news: National census held on 01/05/06 records a population of 264,172 . Дата обращения: 9 июль 2008. Архивировано 13 май 2008 года.
- ↑ BBC Your Voice; Turkish today by Viv Edwards
- ↑ Embassy of the Republic of Turkey in London
- ↑ Yesterday & Today — Turkish Cypriots Of Australia 2009 йыл 16 февраль архивланған.
- ↑ Turkish Cypriots seek recognition
- ↑ Cypriot Americans
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История турок-киприотов (инг.)
- История турок-киприотов в Великобритании (инг.)
- Ассоциация турок-киприотов 2008 йыл 21 февраль архивланған. (инг.)