Кипр (утрау)
| Кипр | |
|---|---|
| грек Κύπρος, төр. Kıbrıs, ингл. Cyprus | |
Кипрҙың йыһандан фотоһы. Утрауҙың уртаһында ҡара һыҙат күренә. Был Троодос офиолит комплексы, юғалған Тетис океаны ҡабығының фрагменты | |
| Ҡылыҡһырламалар | |
| Майҙаны | 9251 км² |
| Иң бейек нөктәһе | 1952 м |
| Халҡы | 1 058 300 кеше (2006) |
| Урынлашыуы | |
| 35°10′00″ т. к. 33°21′00″ кс. о.HGЯO | |
| Акватория | Урта диңгеҙ |
Кипр (юнан. Κύπρος, төр. Kıbrıs, ингл. Cyprus) — Урта диңгеҙҙең көнсығыш өлөшөндәге утрау, майҙаны һәм халҡы һаны буйынса Урта диңгеҙҙә өсөнсө урынды биләй. Кипр географик яҡтан Азияға ҡарай.
Утрау көнсығыштан көнбайышҡа 240 км һуҙылған, ә киңлеге, төньяҡтан көньяҡҡа, 100 км-ға етә. Майҙаны — 9251 км²[1].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утрау атамаһының аныҡ этимологияһы билдәһеҙ. Түбәндәге фараздар бар:
1. Урта диңгеҙ кипарисын билдәләү өсөн грек һүҙе (лат. Cupressus sempervirens), юнан. κυπάρισσος;
2. ҡына үҫемлегенең грекса атамаһы (лат. Lawsonia alba), юнан. κύπρος;
3. этеокипр телендә баҡырҙы билдәләү өсөн һүҙ. Был һүҙ шумер телендә (баҡыр (zubar) йәки бронза (kubar)) бар тигән фараз йәшәй, сөнки утрауҙа ҙур баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтары табылған[2]. Урта диңгеҙ сауҙа юлдарында урынлашҡанлыҡтан, утрау үҙенең исемен классик латин телендә — лат. aes Cyprium — Кипр металы, һуңыраҡ Cuprum тип ҡыҫҡартыла[2][3].
Дәүләттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асылда утрау өс дәүләт араһында бүленгән:
Территорияның 57,6 процентын Кипр Республикаһына ҡарай, ул күп кенә халыҡ-ара ойошмаларҙың ағзаһы булып тора, улар араһында:
1. БМО һәм уның махсус учреждениелары;
2. Европа берлеге;
3. Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма (ЕИХО);
4. Ҡушылмау хәрәкәте;
5. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы (ВТО);
6. 2004 йылдың 1 майынан Европа берлеге, шулай уҡ 2008 йылдан евро зонаһына инә.
7. 3,7 % — БМО (буфер өлкәһе));
8. 36 % — өлөшләтә танылған Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы дәүләте;
9.2,7 % Бөйөк Британия (утрауҙың төрлө өлөштәрендә Акротири һәм Декелияның ике хәрби базаһы).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Утрау көнсығыштан көнбайышҡа табан 240 км-ға һуҙылған, ә киңлеге, төньяҡтан көньяҡҡа табан, 100 км-ға етә. Майҙаны — 9251 км²[1].
Рельефы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утрауҙың бер өлөшөн тауҙар биләй. Төньяҡ яр буйлап географик киңлек йүнәлешендә Кириния тау сылбыры һуҙыла. Уның көнбайыш өлөшөндә киңлеге — 16 км, көнсығышҡа табан 2530 км тиклем киңәйә. Тау сылбырының көнбайыш өлөшө бейегерәк, айырым түбәләре мең метрҙан ашыу. Һырттың иң бейек нөктәһе — Кипарисовунон тауы (1024 м)[4]. Утрауҙың көньяҡ-көнбайыш яртыһын йылға үҙәндәре менән киҫелгән киң Троодос тау массивы биләй. Уның төньяҡ өлөшө бейек, бында Кипрҙың иң бейек нөктәһе — Олимбос тауы (1952 м) урынлашҡан[5].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кипрҙың климаты - субтропик урта диңгеҙ климаты. Кипрҙа уртаса температура:
| Йыл миҙгеле | Көндөҙ уртаса температура | Төндә уртаса температура |
|---|---|---|
| ҡыш | +10…+20 °C | +5…+12 °C |
| яҙ | +20…+30 °C | +15…+20 °C |
| йәй | +25…+40 °C | +25…+35 °C |
| көҙ | +15…+30 °C | +10…+20 °C |
Хайуандар донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кипрҙың хайуандар донъяһы күплеге һәм төрлөлөгө менән айырылмай. Утрауҙың һирәк осраған хайуандары араһында Троодос тауҙарында һәм Пафостың урманлы районында йәшәгән эндемик кипр тау һарығы — муфлон айырыуса ҡыҙыҡлы. Һуңғы йылдарҙа уға һунар итеү хөкүмәт тарафынан тыйыла. Тауҙарҙағы урман бүлкәтендә төлкөләр һәм ҡуяндар йәшәй. Яр буйындағы уйһыулыҡтарҙа һәм тау битләүҙәрендә төрлө кеҫәрткеләр, ташбаҡалар һәм йыландар күп. Айырыуса улар боронғо ҡалалар (Саламина, пафос һ.б.) емереклектәрендә күп. Яр буйындағы урман ҡыуаҡлыҡтарында хамелеон осрай. Кипрҙа ер-һыу хайуандары, бигерәк тә ағас тәлмәрйендәре күп.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Комментарийҙар
Сығанаҡтар
- 1 2 Сайт Кипра на русском. Дата обращения: 15 сентябрь 2014. Архивировано 17 июль 2014 года.
- 1 2 R. S. P. Beekes, Etymological Dictionary of Greek, Brill, 2009, p. 805 (s.v. «Κύπρος»).
- ↑ Fisher, Fred H. Cyprus: Our New Colony And What We Know About It. London: George Routledge and Sons, 1878, pp. 13-14.
- ↑ Кипр : Ливан : Израиль : Иордания : Общегеографическая карта : Масштаб 1:1 000 000 / гл. ред. Л. Н. Колосова; ред. Н. Б. Трохина. — М.: Роскартография, Омская картографическая фабрика, 1996. — (Страны мира «Азия»). — 500 экз.
- ↑ Country Profile: Climate (ингл.). Official Website of the Embassy of the Republic of Cyprus in Washington D.C.. Архивировано из оригинала 7 ғинуар 2019 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кипр // Кварнер — Конгур. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 12).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Портал «Кипр» | |
| Кипр Викиһүҙлектә | |
| Кипр Викикитапханала | |
| Кипр (утрау) Викимилектә |
- Official Cyprus Government Web Site (ингл.). www.cyprus.gov.cy. Дата обращения: 8 май 2006. Архивировано 8 май 2006 года.
Викисклад: Атлас: Кипр (утрау) 
- Embassy of Greece, USA — Cyprus: Geographical and Historical Background (ингл.). Архивировано из оригинала 17 декабрь 2004 года.