Киров һәйкәле (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Виленский Зиновий Моисеевич, Баринов Виктор Васильевич
С. М. Киров һәйкәле, 1939
бронза.
Дондағы Ростов, Пушкин урамы һәм Киров проспекты киҫешкән урында сквер

Сергей Миронович Киров 8әйкәле һәйкәленең скульпторы З. М. Виленский, архитекторы Баринов Виктор Васильевич[1], Дондағы Ростовта Пушкин урамы һәм Киров проспекты киҫешкән урында скверҙа урынлашҡан. Һәйкәл 1939 йылда асылған ине, башта Покровский (Киров) скверында[2] ҡуйыла. С. М. Киров һәйкәле мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.

Һүрәтләнеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100000348объект № 6100000348

Һәйкәл скульптор З. М. Виленский һәм архитектор В. тарафынан ижад ителгән. Уң ҡулы өҫкә ҡарай һуҙылған фигура бөтә кәүҙәһе менән һынландырылған. Бронза фигура ҡыҙыл граниттан эшләнгән постаментҡа ҡуйылған. Киров эскерһеҙ йылмайыулы, көр күңелле итеп[2] һүрәтләнгән. Пьедесталда Кировтың ВКП(б)-ның[3] XVII съезында һөйләгән телмәренән өҙөмтә уйып яҙылған:

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Миронович Киров Ростовта 1918 йылдың яҙында була. Ул ваҡытта ул Дон республикаһы[2] ның I съезында ҡатнаша.

Киров һәйкәле 1939 йылдың 30 апрелендә күп кеше ҡатнашҡан митингта асыла. Һәйкәл Киров[2] исемен алған скверҙа ҡуйылған. Элегерәк был скверҙа 1930 йылда емертелгән Покровская сиркәүе[4] торған. Аҡһаҡалдарҙың һөйләүе буйынса, һәйкәлде төҙөгәндә сиркәүҙән[5] ҡалған мәрмәр плиталар ҡулланыла.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ростов халҡы һәйкәлде ергә күмеп, емерелеүҙән һаҡлап ҡала. 1945 йылда уҡ һәйкәл яүынан урынына ҡуйыла[4].

Киров һәйкәле элек федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булған, ә 1997 йылдан ул төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып ҡалды[6][7].

2003 йылда «Бөйөк Дон Ғәскәре» казак йәмғиәте Киров скверында Покровская сиркәүен тергеҙергә, ә Киров һәйкәлен башҡа урынға күсерергә тәҡдим итте. Ростов һәм Новочеркасск архиепископы Пантелеймон был тәҡдимде хупланы. Һәйкәл постаментындағы «Чорт» тигән һүҙҙең булыуы ла дин тотоусыларҙың йәнен көйҙөрҙө. Коммунистар һәм ВООПИК (Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәтенең) Ростов бүлеге вәкилдәре монументты күсереүгә ҡаршы сығыш яһай. Йәмәғәт ойошмаһы тыңлауҙары ойошторола, һәм һуңғы сиктә һәйкәлде Киров проспекты һәм Пушкинская[4] урамдары киҫешкән мөйөштәге скверға ҡуйырға ҡарар ителә.

2005 йылдың октябрендә Киров һәйкәле ҡуптарып алына һәм бер туған Костьевтар оҫтаханаһына реставрациялау[8] өсөн ебәрелә. Шул уҡ йылдың декабрь айында һәйкәл яңы урында[9] яңынан тергеҙелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ростов-на-Дону // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Андрианов В. И., Терещенко А. Г. Памятники Дона. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1981. — С. 98.
  3. XVII съезд ВКП(б). Речь товарища Кирова. hrono.ru. Дата обращения: 5 август 2013.
  4. 4,0 4,1 4,2 Т. Лысенко Кировский сквер как зеркало эволюции Ростова // Вечерний Ростов. — 2005. — № 010-011. — С. 3.
  5. Церковь во имя Покрова Пресвятыя Богородицы. Донской временник. Дата обращения: 5 август 2013.
  6. Список памятников истории и культуры, исключаемых из перечня объектов исторического и культурного наследия федерального (общероссийского) значения и рекомендуемых для отнесения к категории памятников истории и культуры местного значения. ostashkov.codis.ru. Дата обращения: 5 август 2013. 2012 йыл 23 август архивланған.
  7. Кировский район. rostov-gorod.ru. Дата обращения: 5 август 2013.
  8. Оксана Антипова «Если по-человечески сказать...», извиняйте, Сергей Миронович... // Ростов Официальный. — 2005. — № 43 (570).
  9. Оксана Антипова Третьим будешь? // Ростов Официальный. — 2005. — № 50 (577).