Кирсанов Пётр Семёнович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кирсанов Пётр Семёнович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Совет Рәсәйе, Калуга губернаһы[d]
Вафат булған көнө 7 ноябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Маршал ВВС[d]
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь революцияһы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы юбилейная медаль «Сорок лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»

Петр Семенович Кирсанов (1 ғинуар 1919 йыл — 7 ноябрь, 1991 йыл, Мәскәү) — совет хәрби начальнигы һәм Бөйөк ватан һуғышы йылдарында истребителдәр авиацияһының летчик-асы, авиация маршалы (1982).

Хәрби хеҙмәт башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙыл армияла 1936 йылдың авгусынан. 1938 йылда Мясников исемендәге Качинск Ҡыҙыл Байраҡлы хәрби авиация мәктәбен тамамлай. Совет-фин һуғышында ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Ватан һуғышында лейтенант Петр Кирсанов беренсе көндән үк истребитель эскадрильяһы командиры урынбаҫары. Беренсе еңеүен 1941 йылдың 23 июнендәЛенинград районында яулай. 1941 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1941 йылда хәрби задание үтәгән ваҡытта ориентировканы юғлатыуы һөҙөмтәһендә мәжбүри ултырыш яһауы һәм яғыулыҡтың тулыһынса бөтөүе сәбәпле 6 истребителде юғалтҡаны өсөн ҡулға алына[1]. Уның эше хәрби трибуналға ебәрелмәй. Кирсановтың хәрби ҡаҙаныштары, мәжбүри ултырыуҙарҙа үлеүселәр булмауы һәм әҙерлекле осоусыларға ихтыяждың ҙур булыуы сәбәпле командование уны вазифаһынан бушатып икенсе полкка ебәреү менән сикләнә.

1942 йылда Воронеж фронтында 153-сө истребителдәр авиация полкында һуғыша (1942 йылдың 22 ноябренән хәрби айырмалығы өсөн 28-се гвардия истребитель авиация полкы тип үҙгәртелә), эскадрилья командиры урынбаҫары, һуңынан эскадрилья командиры вазифаһында тергеҙелә. 1943 йылдан һуғыш аҙағына тиклем майор Кирсанов — РККА Хәрби-Һауа көстәренең Баш инспекцияһының инструктор-осоусыһы. Хәрби ҡаҙаныштары буйынса мәғлүмәттә айырыла: бер мәғлүмәттәр буйынса, 216 хәрби осош яһап, дошмандың 8 самолетын шәхсән бәреп төшөрә, 6-һын — төркөмдә[2]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 323 хәрби осош яһай, һауа һуғышында шәхсән 7 дошман самолетын бәреп төшөрә, төркөмдә — 3[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Рытов А. Г. Рыцари пятого океана. — М.: Воениздат, 1968.
  2. Авиация и космонавтика // Авиация. Энциклопедия / Гл. ред. Г. П. Свищев — Большая Российская энциклопедия, 1994. — 736 б. — ISBN 5-85270-086-X.
  3. Быков М. Ю. Все Асы Сталина 1936—1953 гг — Научно-популярное издание. — М.: Яуза-пресс, 2014. — Б. 520. — 1392 б. — (Элитная энциклопедия ВВС). — 1500 экз. — ISBN 978-5-9955-0712-3.

Һылтанмалар һәм сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Военная энциклопедия в 8 томах. — М.: Военное издательство, 1994—2004. — Т. 4.
  • Рыбалка В. В. Командующие воздушными армиями. — М.: 2006.