Кирәев Рөстәм Солтангәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кирәев Рөстәм Солтангәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 28 июнь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Раевка, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө агроном
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Кирәев Рөстәм Солтангәрәй улы (28 июнь 1960 йыл) — ғалим-агроном, юғары мәктәп һәм хужалыҡ эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2015)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рөстәм Солтангәрәй улы Кирәев 1960 йылдың 28 июнендә БАССР‑ҙың Әлшәй районы Раевка эшселәр ҡасабаһында тыуған. 1982 йылда Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлай. Диплом алғандан һуң Әлшәй районының «Яңы Раевка» совхозында агроном булып хеҙмәт юлын башлай. 1986 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 1999—2001 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2002 йылдан ғилми‑тикшеренеү бүлеге начальнигы, 2004 йылдан — уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор, 2005 йылдан агрономия факультеты деканы; 2012 йылдан «Россельхозцентр» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе[1].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кирәев Рөстәм Солтангәрәй улының фәнни тикшеренеүҙәре һөрөнтө ерҙәрҙең уңдырышлылығын һәм Башҡортостан Республикаһының барлыҡ ауыл хужалығы зоналарында ла агрофитоценоздарҙың продуктлылығын көйләүгә арналған. Уның тарафынан көлһыуланған, йыуылған ҡара тупраҡты агроэкологик баһалау ысулдары, тергеҙеү системаһы һәм уңдырышлылыҡ моделдәре эшләнгән. Ул 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2015).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Регулирование плодородия чернозёмов лесостепных агроландшафтов Южного Урала. Өфө, 2003;
  • Оптимизация сельскохозяйственного землепользования в Республике Башкортостан. М., 2008 (авторҙаш);
  • Башкортостан: климат, почвы, культуры, сорта. Өфө, 2015 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]