Киселёв Геннадий Семёнович
Киселёв Геннадий Семёнович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1 февраль 1922 |
Тыуған урыны | Өфө, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Башҡорт АССР-ы[1] |
Вафат булған көнө | 16 май 1979 (57 йәш) |
Вафат булған урыны | Омск, Омск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Старо-Северное кладбище[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Киселев Геннадий Семенович (1 февраль 1922 йыл — 16 май 1979 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия подполковнигы, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геннадий Семёнович Киселёв 1922 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған[2].
Урыҫ. 1945 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Урта мәктәпте һәм Өфө аэроклубын тамамлай.
Ҡыҙыл Армияға 1940 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ы Өфө ҡала хәрби комитеты тарафынан саҡырыла. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған.
Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1942 йылдың декабренән.
Һуғыштан һуң ҡыйыу лётчик-штурмовик СССР Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. . Геннадий Семенович 1952 йылда Мәскәү өлкәһенең Монино ҡасабаһында Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлай.
1959 йылдан подполковник Г. С. Киселев — запаста. 1959—1961 йылдарҙа Салауат ҡалаһында йәшәй. 1961 йылдың көҙөндә Омск ҡалаһына күсә һәм шунда ҡалған ғүмерен йәшәй. 1979 йылдың 15 майында вафат була.
Омск ҡалаһында Советтар Союзы Геройҙары аллеяһында ерләнә[3].
Ғаиләһе: ҡатыны, улы Геннадий.
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«58-се гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары (2-се гвардия штурмлау авиация дивизияһы, 16-һауа армияһы, 1-се Белоруссия фронты), ВКП(Б) ағзалығына кандидат, гвардия өлкән лейтенанты Киселев Г. С. 1945 йылдың февраленә дошман ғәскәрен һәм техникаһын штурмлау буйынса 110 хәрби осош яһай, уға ҙур зыян килтерә.
1943 йылдың 7 майында сираттағы хәрби осош ваҡытында Г. С Киселев яралана һәм дошман биләгән территорияла бәреп төшөрөлә. 1943 йылдың 19 майында ҡыйыу совет офицеры, поезд вагондарының береһенән ырғып төшөп, әсирлектән ҡаса, урмандарҙа партизандарҙы табып ала һәм уларҙың рәтендә ҡыйыу һуғыша. 1943 йылдың 21 сентябрендә Ҙур ергә юнәлтелә. Сафҡа ҡайта һәм дошманды һуғыш тамамланғансы туҡмай».
СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн Киселев Геннадий Семеновичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7051) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы
- Ленин ордены, өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Г. С. Киселевтың исеме Советтар Союзы Геройҙарының мемориаль таҡтаһына — Өфө аэроклубын тамамлаусылар исемлегенә индерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Киселёв Геннадий Семёнович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Фотография памятника
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Салават — город, рожденный победой / Л. Я.. Станкова. — Салават: Издательство «Фобос» ИП Сергеев С. А., 2010. — С- 8-27.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006. — 624 с. — ISBN 5-88185-062-9.
- 1 февралдә тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- 16 майҙа вафат булғандар
- 1979 йылда вафат булғандар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр