Кисляк Мария Тимофеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кисляк Мария Тимофеевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 6 март 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Харьков
Вафат булған көнө 18 июнь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (18 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Харьков
Үлем сәбәбе повешение[d]
Ерләнгән урыны Харьков
Изображение могилы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены
Commons-logo.svg Кисляк Мария Тимофеевна Викимилектә

Мария Тимофеевна Кисляк (1925 йылдың 6 марты, Украина, хәҙер Харьков ҡалаһы һыҙатындағы Ледное ауылында тыуған — 1943 йылдың 18 июнендә һәләк булған, шунда уҡ) — совет антифашисткаһы-йәшерен ойошма ағзаһы. Советтар Союзы Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин ҡыҙы. Харьков фельдшер-акушерлыҡ мәктәбен тамамлай. Госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда йәшерен ойошма ағзаһы подпольщица комсомолка 1943 йылдың февралендә Мария Кисляк Харьков ҡалаһында йәшерен комсомол ойошмаһы булдыра һәм етәкләй, һәм улар оккупация ҡөндәрендә дошманға ҡаршы әүҙем көрәш алып бара. Кисляк Ледное ауылы халҡы араһында үҙе яҙған листовкаларҙы тарата, СС офицерҙарын юҡ итә, ҡамауға эләккән совет яугирҙәрен фронт линияһы аша күсерә. Ул 43 яралы Ҡыҙыл Армия яугиренең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала.

1943 йылдың май аҙағында Кисляк Марияны тыуған ауылында гестапо ҡулға ала. 1943 йылдың 18 июнендә фашист палачтары тарафынан язалап үлтерелә.

Харьковта ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған һәйкәле

СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 майы указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән бтырлыҡтары өсөн Кисляк Мария Тимофеевнаға, Ленин ордены һәм "алтын йондоҙ"миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кисляк Мария Тимофеевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — Б. 658. — 911 б. — 100000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Левин Б. Марийка // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кисляк Мария Тимофеевна. «Герои страны» сайты.