Кисса Наталья Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кисса Наталья Николаевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 26 сентябрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Бессарабская губерния[d], Кишинёв
Вафат булған көнө 3 сентябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Донецк өлкәһе, Мариуполь ҡалаһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Кисса Наталья Николаевна (1908 йыл1990 йыл) — Аҙау-Ҡара диңгеҙ пароходсылығының «Пионер» теплоходы капитаны, Аҙау диңгеҙендәге беренсе ҡатын-ҡыҙ -капитан. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кисса Наталья Николаевна 1908 йылдың 13 (26)сентябрендә атаһы Николай Васильевич Кисса капитан булған «Возрождение» пароходы бортында тыуа[1]. Пароход рейс менән Бердянскиҙан Одессаға китеп бара һәм капитандың ҡыҙы тыуған мәлдә Керчь боғаҙында була. Әммә Наталья Николаевнаның рәсми тыуған урыны тип Кишинёв иҫәпләнә, был ҡалала уның бала сағы үтә. Мәрйә.

Натальяның йәшлек йылдары Бердянск (хәҙер Украинаның Запорожье өлкәһе) ҡалаһында үтә. 12 йәшенән ул елкәнле шлюпка менән идара итә, балыҡсылар менән диңгеҙгә балыҡ тоторға йөрөй.

Суднолар ремонтлау заводында эшләй, ремонтланасаҡ судноларҙың һыуҙа торған өлөшөн ҡабырсаҡтарҙан таҙарта. 1928 йылдан «Желанный» елкәнле суднола юнга һәм матрос булып эшләй.

1931 йылда Дондағы Ростовта диңгеҙселек училищеһын тамамлай. Тәүге диңгеҙ практикаһын «Вега» елкәнле баркентинала судно старпомы — Н. А. Лунин (буласаҡ подводник, «К-21» Һыу аҫты кәмәһе командиры, Советтар Союзы Геройы) вахтаһында үтә[2]. Һуңынан «Пионер» пароходында (Азов диңгеҙ пароходсылығы) капитандың 3-сө һәм 2-се ярҙамсыһы була. 1937 йылда, штурман булараҡ, Таганрог — Мариуполь маршруты буйынса илдә беренсе ҡатын-ҡыҙҙар шлюпкаһын етәкләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Анатолий Серов» теплоходында (Аҙау һәм Ҡара диңгеҙҙәрҙә) штурман була (башҡа мәғлүмәттәр буйынса старпом[3]). Одессанан ғәскәрҙәре эвакуациялауҙа, Керчь-Феодосия десант операцияһында, Севастополде обороналауҙа ҡатнаша.

Һуғыштан һуң «Николай Островский» пароходында һәм «Земляк» теплоходында (Азов диңгеҙ пароходсылығы) капитандың 2-се ярҙамсыһы була. 1947 йылдан — өлкән ярҙамсыһы, ә 1953—1959 йылдарҙа — «Райкомвод» теплоходы (Азов диңгеҙ пароходсылығы) капитаны.

Ҡара һәм Азов диңгеҙҙәрендә үҙен судно менән оҫта идара итеүсе итеп таныта. 1959—1964 йылдарҙа булған — «Пионер» теплоходы (Азов диңгеҙ пароходсылығы) капитаны.

Жданов ҡалаһында (хәҙер — Донецк өлкәһенең Мариуполь ҡалаһы, Украина).

1990 йылдың 3 сентябрендә вафат була. Мариуполдең Киров зыяратында ерләнгән.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1974 йылда төҙөлгән сухогруз героиня хөрмәтенә «Капитан Кисса» тип атала[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Твоя, Мариуполь, слава! / Биографический справочник. Составители: Н. Н. Рябченко, В. П. Джувага/ — Мариуполь: ОО Клуб путешественников, 2004. — 175 стр.: ил.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кисса Наталья Николаевна. «Герои страны» сайты.