Кичмар Николай Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кичмар Николай Иванович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 27 ғинуар 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Качковка[d], Ямпиль районы, Винница өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 9 май 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (40 йәш)
Вафат булған урыны Таулы Ҡарабах, Таулы Ҡарабах Республикаһы
Һөнәр төрө хоҡуҡ яҡлаусы

Кичмар Николай Иванович (27 ғинуар 1952 йыл, Винница өлкәһе Ямполь районы Кочковка ауылы — 9 май 1992 йыл, Степанакерт, Таулы Ҡарах Республикаһы — Украинаның хоҡуҡ һаҡлаусыһы, ОБСЕ-ның кеше хоҡуғын яҡлау буйынса Халыҡ-ара конгресы ағзаһы, Украин Халыҡ Рухы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Винница өлкәһе Ямполь районы Кочковка ауылында 1952 йылдың 27 ғинуарында тыуа. Ҡырымға хәрби хеҙмәткә алына, армияла хеҙмәт ваҡыты тулғас, Херсонестың матурлығы күңеленә ятҡан егет, Севостоплдә тороп ҡала. «Муссон» заводында эшләгәнендә үк ул йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша башлай: урындағы «Просвита» ойошмаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе лә була[1]. Ҡырымдың Украина ере булыуға ҡарата асыҡтан-асыҡ шовенистик мөнәсәбәттәр Николай Кичмарҙы сәйәси эшмәкәрлеккә йәлеп итә: ул заводтың комсомол ойошмаһы йыйылыштарында сығыштар яһай башлай, Украина Милли рухында ла телмәр тота.

Литва үҙенең мөстәҡиллеген иғлан иткән 1990 йылдар башында Николай Кичмар Литва халҡыныа асыҡ Телеграмма (күсермәһе һаҡланған) менән мөрәжәғәт итә, ул халыҡтың бойондороҡһоҙлоҡҡа һәм иреккә ынтылыуын хуплауын белдерә һәм Украинаның да тиҙҙән мөстәҡиллек юлына баҫасағыны өмөт итеүен әйтә:

« …Һеҙҙең үрнәк минең Тыуған илем - Украинаның да тергеҙелеренә өмөт бирә — України. «Борітеся — поборете»… »

, — тип ул Тарас Шевченко һүҙҙәренән цитата килтерә.

Уның шулай уҡ Михайл Горбачовҡа яҙған хаты ла һаҡланған, бында ул Мәскәүҙе СССР республикаларындағы, тәғәйен алғанда, Литвалағы демократик процестарға юл бирмәүҙә ғәйепләй, Советтар Союзының элекке ваҡытта башҡа илдәрҙең: Венгрия — 1956 р., Чехословакия — 1968 р. і Афғаныстан — 1979 р., шулай уҡ байтаҡ һуңғараҡ булған хурлыҡлы ваҡиғалар — Новочеркасскиҙа демонстранттарҙы атыу, Еревандың Звартноц аэропортындағы бәрелеш, Тбилисиҙа «ҡаһарман» совет хәрбиҙәренең ҡатындарға һәм балалрға автоматтан ут асыуын генераль секретарҙың хәтеренә төшөрә. Николай Кичмарҙың эшмәкәрлеге сит илдәрҙә лә танылыу яулай. Ул Берләшкән милләттәр ойошмаһ ыисеменән Таулы Ҡарабахта бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе булырға тәҡдим ала, һәм ул, үҙ көсөн йәлләмәй, был эште ихлас күңел менән башҡара.

Степанакертта ер тетрәү булғандан һуң, ваҡыттан Николай Кичмар әрмән халҡының яҙмышы менән янып йәшәй башлай. Кеше хоҡуҡтарын һаҡлау комиссияһында эшләү уның был «ауырыуын» көсәйтеп кенә ебәрә. Ул етем ҡалған әрмән балаларына ярҙам ойоштора, Таулы Ҡарабах балалары өсөн уҡыу әсбаптары һәм әҙәби китаптар алып бара. Севастополға ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына ҡайтып китә һәм һәр ваҡыт ҡан ҡойош барған Әрмәнстанға ашыға. Тәбиғәте менән тәүәкккәл кеше булһа ла, Николай Кичмар Ҡырымда Таулы Ҡарабах ваҡиғалары ҡабатланыуҙан ҡурҡа һәм бик йыш ҡына был турала үҙ фекерен белдерә. Кичмарҙы уның фекерҙәш дуҫтары бик ихтирам итә. «Уның күкрәгендә Данко» йөрәге тибә, — тиҙәр уның тураһында яҡындары.

Николай Кичмар Таулы Ҡарабах халҡының 1991 йылдың 10 декабрендә референдум үткәреүгә теләк белдереү һөҙөмтәләрен раҫлаусы 23 күҙәтеүсенең береһе була. Референдумдың һөҙөмтәһе булып Таулы Ҡарабах Республикаһы иғлан ителеүе тора[2].

Әммә яҙмыш ҡайһы ваҡыт үтә аяуһыҙ була: ул көсө ташып торған мәлендә, 40 йәшендә вафат була. Төрлө илдәрҙең кеше хоҡуҡтарын яҡлаусылары, шул иҫәптән, Николай Кичмар ултырған автобус Степонакерт янында әзербайжан боевиктарының «Град» ҡоролмаһынан асҡан утына эләгә. Ауыр йәрәхәт алған Кичмарҙы Ереван ҡалаһына алып киләләр,әммә операция яһап өлгөрмәйҙәр, фажиғәгә тиклем ул «…Әгәр үлеп китһәм, мине әрмән ерендә ерләгеҙ» тип әйткән була&nbsp. 1992 йылдың 12 майында Николай Кичмарҙы оло хөрмәт менән Ереван ҡалаһының

әрмән халҡы федаиндарҙы яҡлаусылар зыяратында ерләйҙәр[3]. Уның ҡәбер ташына «Николай Украинанан» тип яҙылған. Бөйөк Британияның лордттар палатаһы уны бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә ала, ә  Мәскәүҙең «[[Останкино]» телетапшырыуҙары уны Севостоплдың рухсыһы булараҡ яҡтырта[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әрмән-украин мөнәсәбәттәре
  • Украиндар Әрмәнстанда
  • Ҡарабах конфликты

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]