Кишер (сәсеү культураһы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кишер
Рәсем
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Daucus carota subsp. sativus Schübl. & G.Martens, 1834
Таксономический ранг подвид[d]
Ближайший таксон уровнем выше морковь дикая[d]
Таксондың халыҡ атамаһы Karótten, Mrkva, Mrkev obecná, Gulerod, Karotte, Möhre, Carrot, Zanahoria, Aedporgand, Porgand, Söögiporgand, Ruokaporkkana, Carotte, Wochel, Kāloke ‘āhiu, גזר הגינה, Morchej, murok, sárgarépa, Gulrót, Peen, Cenoura, Морковь, Havuç, ruokaporkkana[1] һәм Кишер
Базионим Daucus carota var. sativus[d]
Этот таксон является источником кишер
GRIN URL npgsweb.ars-grin.gov/gri…[2]
Commons-logo.svg Кишер Викимилектә

Сәсеү кишере (лат. Daucus carota subsp. sativus) — ике йыллыҡ үҫемлек, йәшелсә культураһы, ҡырағай кишер ярым төрө. Ғәҙәттә, кишер йәшелсә иҫәбенә индерелә.

Шифалы кишер һуты

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ике йыллыҡ үлән үҫемлек, тамыры итләс, япраҡтары ныҡ киртләсле һәм бүлемле.

Сәскәләре — ваҡ, аҡ, һары йәки ҡыҙғылт тажлы.

Емеше — ваҡ, оҙонлоғо 3-5 мм эллипс рәүешле, икешәр ҡушарлы.

Үҫтереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кишер төҫтәре

Дүрт мең йыл буйына культурала ҡулланыла[3], хәҙерге ваҡытта төрҙәре һәм культиварҙары (сорт) бик күп.

Тәүге булып кишерҙе Афғанстанда үҫтерә башлағандар, унда әлегә тиклем кишерҙең бик күп төрлө төрҙәре үҫә. Яҡын төрө - ҡырағай кишер, йәғни, ҡуян тубығы: сәсеү кишерен унан селекция юлы менән сығарғандар.

Башта кишерҙе тамыры өсөн түгел, ә орлоҡтары һәм хуш еҫле япраҡтары өсөн үҫтергәндәр. Тәүге тапҡыр тамыры ризыҡҡа ҡулланғаны б.э. I быуатындағы сығанаҡтарҙа телгә алына.[4]

Кишер һәм турнепс етештереү. 2005. Йәшел билдә — Ҡытай; һары — башҡа эре етештереүселәр; ҡыҙыл — әҙ булмаған етештереүселәр

Кишер донъялағы иҡтисади яҡтан иң мөһим йәшелсә культуралары араһында. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2011 йылда 35658 миллион тонна кишер һәм шалҡан етештерелгән, дөйөм майҙаны 1,184,000 гектарҙа (2,926,000 гектар) .1

Кишерҙе күпләп етештереүселәр (млн тонна)
Илдә 2016 йыл
Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР 20,5
Үзбәкстан Үзбәкстан 2,3
Рәсәй Рәсәй 1,8
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 1,4
Украина Украина 0,9
Польша Польша 0,8
Бөйөк Британия Бөйөк Британия 0,8
Бөтә донъя 42,7

Файҙаланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кишер уңышы картуф менән сағыштырғанда бик юғары була (20-80)т/га[5]

Кишерҙе ҡыш дауамында дымлы һалҡынса урында йә бер нисә ай дауамында һыуытҡысҡа һаҡларға мөмкин. Оҙаҡ һаҡлау өсөн, йыуылмаған кишерҙе ҡомға, йә 50/50 юнысҡы, бысҡы вағы менән ҡом ҡатнашмаһына һалып һаҡлап була. Тәҡдим ителгән температура диапазоны (0-5)°С.

Каротин буйынса кишер татлы боростан ғына ҡалыша[6].

халыҡ медицинаһында

Халыҡ медицинаһында эс йомшартыу, глистарҙы ҡыуыу, шулай уҡ радиоактив матдәләрҙе организмдан сығарыу сараһы булараҡ ҡулланыла[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Finnish Biodiversity Information Facility
  2. Таксономия растений GRIN
  3. По данным книги «Пряно-ароматические и пряно-вкусовые растения» (см. раздел Литература).
  4. Кишер (сәсеү культураһы): «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL)
  5. Сорта и гибриды Моркови
  6. 6,0 6,1 Донцов В. В., Донцов И. В. Лекарственные растения и продукты пчеловодства: Целебные свойства лекарственных трав и мёда. — Нижний Новгород: Флокс, 1992. — 352 с. — ISSN 5-87198-012-0

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Морковь// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 16-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Дудченко Л. Г., Козьяков А. С., Кривенко В. В. Пряно-ароматические и пряно-вкусовые растения: Справочник / Отв. ред. К. М. Сытник. — К.: Наукова думка, 1989. — 304 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-12-000483-0.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]