Эстәлеккә күсергә

Киҫегәс (ҡасаба)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Киҫегәс
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Төбәк ауыл биләмәһе[1]
Халыҡ һаны 45 кеше (2002)[2],
29 кеше (2010)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 236 метр
Почта индексы 456835
Карта

Киҫегәс рус. КисегачРәсәй Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы ҡасаба. Төбөк ауыл биләмәһе составына инә [4].

Ҡасабаның атамаһы үҙе ярында урынлашҡан Киҫегәс атамалы күлдән алынған (ҡара - Оло Киҫегәс). «Киҫегәс» — күлдең хәҙерге атамаһы. Иҫәт провинцияһының 1742 йылғы ландкартаһында рус. Кисега тип күрһәтелгән, академик Паллас П. С. күлде Кисегаташ тип атаған, «Ырымбур губернаһы» тигән географик очеркында Д. Н. Соколов күлде Кисъ-Агачъ тип яҙа.

Силәбе өлкәһенән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡортса "киҫеү" һүҙе менән бәйләй[5].

Оло Киҫегәс күленең төньяҡ ярында, район үҙәге Кәҫле ҡалаһынан яҡынса 7 км төньяҡ-төньяҡ-көнсығышында, диңгеҙ кимәленән(NNE) 236 метр бейеклектә урынлашҡан[6].

Ҡасабаға 1930 йылда нигеҙ һалынған. Ҡасаба территорияһында «Ҡыҙыл Партизан» колхозы бүлексәһе, ә XX быуаттың 60-сы йылдарынан — Төбөк совхозы бүлексәһе урынлашҡан[7].

Халыҡ иҫәбе
2002[8]2010[9]
4529

2010 йыл йәниҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала 29 кеше йәшәгән (15 ир-ат һәм 14 ҡатын-ҡыҙ)[9].

Ҡасаба өс урамдан тора[10].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. Шувалов Н. И. Кисегач // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. Шувалов Н. И. Киснгач // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. Kisegach (ингл.). GeoNames. Дата обращения: 14 апрель 2014.
  7. Кисегач // Касинский городской портал
  8. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  9. 9,0 9,1 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  10. Регионы России → Челябинская обл. → Каслинский р-н → Кисегач п.
  • Шувалов Н. И. Киснгач // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7