Классиктар аллеяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
"Штефан чел маре " проспекты яғынан төшөрөлгән фотография

Классиктар Аллеяһы — Кишинев ҡалаһы «Штефан чел маре» паркындағы скульптура комплексы. Аллеяның ике яғынан ҡыҙыл полировкалы гранит постаменттарҙа Молдавия яҙыусыларының һәм ижтимағи-сәйәси, мәҙәни эшмәкәрҙәренең бронза бюстары урынлаштырылған. Классиктар Аллеяһы парктың үҙәген киҫеп үтә. Үҙәктә гранит колоннала А. С. Пушкиндың скульптор А. М. Опекушин (1885) ижад иткән бронза бюсы ҡуйылған. Аллея 1958 йылда төҙөкләндерелә һәм шул ваҡыттан алып ҡала халҡының, баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан урынына әүерелә. Башта Аллеяла 12 бюст була, әммә СССР тарҡалғандан һуң Аллеяны совет осоронда ижадтары хупланмаған молдаван мәҙәниәте эшмәкәрҙәренең бюстары, шулай уҡ румын шағирҙары һәм яҙыусылары скульптуралары менән тулыландырыу башлана. Классиктар Аллеяһына бөгөнгә 25 бюст ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Памятники Молдавии. — Кишинёв, 1969. — С. 10.
  • Исторические и культурные памятники Республики Молдова = Monumente de istorie şi cultură din Republica Moldova. — Кишинёв, 1994. — С. 83.
  • Кишинёв. Энциклопедия = Chişinău, Enciclopedie. — Кишинёв, 1997. — С. 34.