Климова Александра Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Климова Александра Павловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 апрель 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Зальково[d], Ржевский уезд[d], Тверь губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 август 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Пермь, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Климова Александра Павловна (26 апрель 1926 йыл) — СССР-ҙың һөнәри-техник белем биреү алдынғыһы, производствоға өйрәтеү мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александра Павловна Климова 1926 йылдың 26 апрелендә Тверь өлкәһенең Ржев районы Зальково ауылында тыуған.

Ауыл мәктәбендә ете синыфты тамамлай. 1942 йылда А. П. Климова хеҙмәт мобилизацияһы буйынса Уралға, Молотов ҡалаһына ебәрелә — һөнәрселек училищеһында уҡый һәм бер үк ваҡытта Мотовилихин заводында фрезерлаусы булып эшләй, фронт өсөн продукция етештереп, өлкәндәр менән бер рәттән 8-12-шәр сәғәт эшләй. 1943 йылда етем ҡала.

1944 йылда һөнәрселек училищеһын фрезерлаусы һөнәренә һәм бишенсе разрядлы квалификация менән тик яҡшы билдәләренә тамамлағандан, училищела производствоға өйрәтеү мастеры итеп ҡалдырыла. 1959 йылда производствонан айырылмайынса ситтән тороп Н. Г. Стоянов исемендәге Пермь механика техникум тамамлай, һалҡын эшкәртеү буйынса техник-технолог һөнәрен ала. СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 30 сентябрендәге Указы менән «хеҙмәт батырлығы өсөн» А. П. Климова Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 21 июлендәге Указы менән «ауыл хужалығы өсөн квалификациялы эшселәр әҙерләү буйынса биш йыллыҡ заданиеларын үтәүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Александра Павловна Климоваға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1944 йылдан 1980 йылға тиклем производство уҡытыуы буйынса мастер эшендә А. П. Климова дүрт йөҙҙән ашыу фрезерлаусы әҙерләй[1]. 1980 йылдан хаҡлы ялға сығыу менән — Союз әһәмиәтендәге пенсионер.

Пермь ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Профессиональный лицей № 3 имени Героя Советского Союза П. М. Непряхина, 1921—2001 / А. А. Конев, И. И. Цирульник. — Пермь, 2001 г. — 12 с

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Т. Каримов. Климова Александра Павловна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 11 март 2020.
  • 100 интервью с советскими женщинами: Сборник / М.: Мол. гвардия, 1975. — 351 с.
  • Профессиональный лицей № 3 имени Героя Советского Союза П. М. Непряхина, 1921—2001 / А. А. Конев, И. И. Цирульник. — Пермь, 2001 г. — 12 с.