Кобалаури күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кобалаури күпере
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Аджария
Карта

Варьяули

Варжаули (Варьяули) күпере - (ингл. Bridge Varjanauli) - Тамар күпере, Кобалаури күпере тип тә йөрөтөлә [1] - Грузияның Аджария төбәгендәге боронғо күпер [2]

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кобалаури күпере илдең баш ҡалаһы Тбилисиҙан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Аджарияның Кобулети районы Варжаули ауылы эргәһендә һалынған. Кинтриша тарлауығында һалынған һәм шул исемдәге ҡурсаулыҡ биләмәһенә инә [3]..

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпер Кинтриша ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан һәм Аджарияның 25 боронғо аркалы күперенең береһе. Ул яҡшы һаҡланған Беслети, Кобалаури, Махо, Мирвети, Махунцети, Цониариси, Агари, Чвани, Дандало, Фуртио күперҙәре менән бер исемлектә. Был күперҙәр башлыса боронғо сауҙа каруандары юлдарында һалынған, төбәктәге эске һәм тышҡы бәйләнештәрҙе лә тәьмин иткән [4].

Варьяули күперенең аҫҡы яғы ярымтүңәрәк һыҙатланышлы. Ул тупаҫ итеп юнылған таш блоктарҙан эшләнгән. Күпер тороҡтары ике яҡтағы ла ҡаяларға терәтеп һалынған.

Таштар айырым йышып һалынһа ла, бер бөтөн монолит кеүек тойола, һәм тотош конструкции бик ҡупшы күренә.

Күперҙең тороҡтар араһындағы дөйөм оҙонлоғо 14,6 м, уның аша үтә торған юлы – 28,1 м; урта тоштағы киңлеге – 2,6 м, тороҡтары янында – 3,5 м, һыу кимәленән аркаға тиклем – 7,9 м, арканың һыртына тиклем - 8,6 м. Арка формаһы уйымдары дәүмәлдәре: 0,36 х 42 м һәм 0,38 х 0,32 м.

2008 йылда күперҙә консервация эштәре үткәрелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кахидзе А., Мамуладзе Ш., Археологические памятники Аджарии, Тбилиси, 2016